Хикмәт тулы донъя

Мин алты балалы ғаиләлә дүртенсе булып донъяға килгәнмен, ике ағай, бер апай, ике һеңле менән бүләкләнгәнмен.
Атайым менән инәйем икеһе лә бер ауылда тыуып үҫеп, тыуған ерҙәренән айырылмай ғүмер иттеләр. Ҡәберҙәре лә ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы оло быуындары төбәк иткән изге ерҙә. Бәхетле яҙмыш, тип уйлайым. Сөнки тыуған ер ябай төшөнсә генә түгел икәнен аңлайым, кендек ҡаным тамған ерҙән көс, илһам алып йәшәйем. Ҡайтмай оҙаҡлабыраҡ китһәм, сарсайым, тынғылыҡ тапмайым. Инәйем тәбиғәте менән тыныс холоҡло, йор, кинәйәле һүҙле, зирәк аҡыллы, һиҙгер күңелле, һәр эште еренә еткереп эшләй торған кеше ине. Берәй эш ҡушһа: “Һин уны бына былай эшлә, кем өйрәтте, тиһәләр, үҙем белдем, тип әйт. Эшләгән эшең үҙеңдән алда һинең турала һөйләп тора. Өҫтө шыма, аҫты ҡорт булмаһын. Эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн. Ялҡау булмағыҙ, ялҡауҙан шайтан көлгән”, – тиер ине. Уның ошондайырыҡ тәрбиәүи кәңәштәре мәңгелеккә хәтерҙә уйылып ҡалған.
Тирә-яҡҡа даны таралған аҫалы балаҫ һуғыу оҫтаһы ла ине. Төндәр буйы ултырып, кейәүгә китәһе ҡыҙҙарға бирнәлеккә күпме балаҫ һуҡҡандыр... Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылған заманда алты баланы ҡарарға ла, бөтмәҫ донъя мәшәкәтәрен башҡарырға ла, колхоз эшенә өлгөрөргә лә көс тә, ғәйрәт тә булған. “Байрамдарҙа йәйерһегеҙ, төҫөм булыр,” – тип һәр беребеҙгә өряңынан икешәр балаҫ һуғып бүләк итте. Ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ. Атайһыҙ, өс ҡыҙ араһында үҫкән атайым үтә ярҙамсыл булды. Күршелә күберәк яңғыҙ әбейҙәр йәшәне. Шул әбейҙәргә утын, бесән, һалам килтереүҙе, баҡса һөрөп биреүҙе ул үҙенең бурысы һымаҡ ҡабул итә ине. “Миңә уҡыу эләкмәне, һуңғы һыйырымды һатып булһа ла балаларымды уҡытам”, – тип үрһәләнә торғайны. Теҙеп ултыртып, мәктәптә өйгә бирелгән эштәрҙе тикшерергә лә ваҡыт тапты. Алты баланың өсәүһе бер юлы студент булған йылдар ҙа булды.
Ваҡытлы матбуғат беҙҙең өйҙә ҡунаҡ ҡына түгел ине. “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Пионер” журналдарының һәр һанын сиратлап уҡый торғайныҡ. Хатта бер ваҡыт “Казан утлары”, “Азат хатын”, “Чаян” журналдарын да алдырҙы. “Ағиҙел” журналдарын йылын йылға көпләп һаҡлай торғайны. Дүрт класс белемле, ябай ауыл кешеһенең ғилемгә, яңылыҡҡа ынтылышы көслө ине. Тыуған мөхит, атай, инәй, туғандар, уларҙың холоҡ-фиғеле, һине уратып алған тәбиғәт, хатта иғтибарға тәү ҡарамаҡҡа бик үк лайыҡ булмаған ваҡиға ла бала күңелендә эҙһеҙ ҡалмай, әлбиттә. Атеизмдың күкрәп сәскә атҡан сағы булһа ла, өлкән быуын кешеләрендә бер-береһенә ихтирам көслө, яһалмалыҡ һирәк ине. Берәй ярамағыныраҡ эш эшләһәләр, кем нимә әйтә – барыбер, ни теләйем – шуны эшләйем, тип түгел, әҙәмдән оят, тиерҙәр ине. Мөһимерәк ваҡиға булһа, һин генә түгел бит әле, башҡалар ни әйтер, тыңлап ҡарайыҡ, тигәнерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә ине.
Инәйҙәрҙең толомо һәр саҡ йәшерелгән, баштарынан яулыҡ төшмәне, ялан аяҡ йөрөгәндәрен күрмәнек. Кейенеү, ашау, ризыҡҡа һаҡсыл ҡараш, ҡунаҡ, үҙе-үҙеңде тотоу, кәрәкмәгән артыҡ һүҙ һөйләмәү әҙәбен уларҙың тәртибендә күрә инек. “Кеше ышанмаҫтайҙы, ысын булһа ла, һөйләмә. Телең нимә һөйләгәнде ҡолағың ишетһен. Кешенең өйөнә керһәң, һуҡыр бул. Кеше тупһаңа баҫыу менән самауырыңа ут һал,” – кеүегерәк әйтемдәр күңел дәфтәренә һеңгән. Дини ғилемдәре булмаһа ла, уларҙа быуындан-быуынға күсә килгән тормош тәжрибәһе, ата-бабалар аҡылы, әҙәбе һаҡланған. Хикмәт тулы донъяла йәшәйбеҙ. Күрә, ишетә, кәрәк саҡта сабырлыҡ менән көтә белергә лә кәрәк икән. Ҡолаҡтар насар ишетә башлағас, ғүмеренең һуңғы йылдарында инәйем ишетеү аппаратын кейҙе. Һуңынан аппараттан бөтөнләй ваз кисте. Бер ҡайтыуымда: “Радио тыңлап тик яттым, ирҙәрҙең шундай моңло итеп аҙан әйткәнен ишеткәнем юҡ ине. Әллә ҡасан радионы минең эргәгә ҡуйманың”, – ти. Ишетмәгән ҡолаҡ менән нисек тыңлаған, тип аптырайым. Бер аҙҙан: «Теге моңло аҙан тағы ла ишетелә», – ти. Сәғәткә ҡарайым, аҡшам ваҡыты еткән икән.
Баҡыйлыҡҡа күсер көнөн инәйем алдан әйтте. “Бар инде йоҡлағыҙ, бөгөн түгел бит ул, иртәгә ошо ваҡытта һеҙгә күп йүгерергә тура киләсәк, ял итегеҙ”, – тип шаҡ ҡатырҙы. Әйткән ваҡытында китеп тә барҙы. Һандығында кәфенлеге, мәйетте йыйыусыларға, ҡәбер ауыҙын асыусыға, ләхет алыусыға, ҡәбергә төшөрөүселәргә, гүр саҙаҡаһы, өсөн, етеһен, йылын уҡытҡанда йыйыласаҡ кешеләргә таратыласаҡ хәйер-саҙаҡалар әҙер ине. Миңә: “Зыяраттан китмәйерәк тор, бөтәһе лә китеп бөткәнсе, ҡәбер янында тәһлил әйтерһең”, – тигәйне. Мәйетте ҡайҙа, нисек һалырға, кем йыуа, йыуырға һыуҙы нисек алырға, йыуыу тәртибе – былар тураһында алдан әйтелеп бөткәйне. Ошо күрһәтмәләр беҙҙең өсөн мотлаҡ үтәлергә тейеш «тере» йола китабы булды. Тәбиғәттә һәр нимә үҙ урынында, үҙ ваҡытында, бер ниндәй ҙә осраҡлыҡ юҡ. Һәр нимәнең үҙ тәғәйенләнеше. Ябай ғына күренгән күренешкә лә ҙур мәғәнә һалынған. Ситтән көтөргә, эҙләргә кәрәкмәй ҙә. Бала саҡта яҙлы-көҙлө ҡоштар йылы яҡҡа ҡайтып китә башлаһа, йондоҙло күкте күҙәтергә ярата торғайным. Ҡош юлы, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо, Сүмес йондоҙ (Етегән йондоҙ) – уларға юлды табыуҙа маяҡмы икән, ай, ҡояш, ғөмүмән, планеталар сере, уларҙың беҙгә ниндәй тәҫьире бар, тигән уйҙар аңыма һыймай ине. Итәгендә өйөбөҙ урынлашҡан, бейек тә булмаған Күсембәт тауы ла, унан арыраҡ Күктимер, Эткенәй, Сатыртау исемлеләре лә сихри бер мөғжизә һаҡлай, хатта йәнһеҙ таштары ла йәнле кеүек. Аяҡ аҫтында беҙ тапап йөрөгән үләндәрҙең сирҙән дауа икәнен беләм, әммә танымайым.
Атайымдың инәһе, Мәрфуға ҡартинәйем (нәнәйем) балаларҙы өшкөрөп дауалаған. Ауыл фельдшеры “бала үлде” тигәс, ҡәбер ҡаҙылып, күмергә әҙерләнеүселәр “мәйет”те алырға килгәс, ҡартинәйем уларҙы кире борған. («Үлгән бала» бөгөн 63 йәштә). Мәрфуға нәнәйемде хәтерләүселәр ауылда күп ине. Уҡыйяҙа ла белмәгән, ауылынан ситкә китеп йөрөмәгән кешелә был ғилем ҡайҙан икән, кем өйрәткән, тигәнерәк һорауҙар тынғы бирмәне. Ҡара тупраҡ үҙе бер мөғжизә. Энә осондай ғына орлоҡ ҡояш һәм һыу энергияһы менән һуғарылған ергә төшә. Ваҡыты етеү менән шул орлоҡтан иҫ китмәле, хуш еҫле сәскә үҫеп сыға. Күҙ алдыңда сихри көс сәскәнең таждарын аса. Ысынында, татлы шәкәр ҙә, шыйыҡ май ҙа, ап-аҡ һөт тә, хуш еҫтәр ҙә ҡара тупраҡтан бит. Һәр күренеш, үҙгәреш бербереһе менән тығыҙ бәйләнгән, ә Кеше ошо бәйләнештең үҙәгендә.
Уның ошо бәйләнешкә ҡарашы, эске донъяһының торошо, кисерештәре холоҡ-фиғелендә, ғәмәлендә, телендә сағылыш таба. Тел – ул беҙгә бирелгән иң серле моң, ниғмәт, ҡөҙрәт. Туған телдән ситләшкән кеше үҙен-үҙе ошо моңдаръянан мәхрүм итә. Мин уны ҡылы өҙөлгән скрипкаға оҡшатам. Билдәләнгән асылдан ситкә китеп тә, үҙ-үҙеңдән ҡасып та булмай. Ябай турғай – һандуғас, ҡара ҡарға аҡҡош була алмай. Уйлаһаң, уй етерлек. Аҙашмайынса күңелде байытыу, үҙеңде аңлау, аң-зиһенде үҫтереү юлдарын таба белергә генә кәрәк. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләп, хиромантия, парапсихология, эзотерика, йога, теология буйынса бихисап китаптар аҡтарҙым. Ҡайһы ғына авторҙы ҡыҙыҡһынып уҡый башлаһам да, үҙемде борсоған һорауҙарға яуап таба алманым. Ашыма тоҙ етмәгән кеүек ине. Күп ваҡыт авторҙар бер үк фекерҙе ҡабатлай, терминдарҙы ғына алыштыра кеүек тойола башланы. Донъяға килеү, китеүҙең төп сәбәпсеһе, йәшәүгә мәғәнә биреүсе, Кеше, уға беҙ күреп һәм аңлап та бөтмәгән һәләттәр һалыусы, асылын билдәләүсе, ваҡытында миҙгелдәрҙе алмаштырып тороусы, ерҙе, тереклекте, тәбиғәтте, ғөмүмән, йыһанды үҙ ҡанундарына бойһондороусы илаһи бер ҡөҙрәттең барлығына инандым. Ниндәй генә фәнни асыш булмаһын, ошо көс ҡатнашлығынан башҡа мөмкин түгел икәнлеген аңланым. Күңелемдә Ҡөрьәндән дә оло ғилем сығанағы юҡ, серҙең сере лә ошо изге китапта тигән фекер нығынғас, дини тәғлимәттән башҡа, туплаған бөтә китаптарымды утҡа ырғыттым.
Бер үк эстәлекле төштәр йыш ҡабатлана башлағас, ишара икәнен һиҙҙем. Фамилиялар теҙелгән класс журналы. Минең фамилия тәңгәлендә теҙелеп киткән Н (нет), артабан “2” билдәләре һәм буш шаҡмаҡтар. “Нисек имтихан бирәһең? ” – тигән үҙәк өҙгөс һорау. Ваҡыты-ваҡыты менән ул төш миңә әле лә инә. “Әҙерләнергә ваҡыт бармы?” – тиһәм, яуап ун көн, өс көн була торғайны. Һуңғы ваҡыттарҙа: “Имтихан бөгөн!” – тигән яуап аҙыраҡ һағайта. “Был дәрескә барып та ҡараманым, уҡытыусымды нисек танырмын?” – тигән үкенестәр. Шул уҡ ваҡытта: «Һин танымаһаң да, уҡытыусы һине таный», – тигән өмөт. Ғүмер сикле. Ваҡыт һанаулы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исраф ителгән ваҡытты ла, ҡулланылмаған мөмкинселектәрҙе лә, үткән ғүмерҙе лә кире ҡайтарып ала алмайбыҙ. Күп нимәләрҙе аңламайбыҙ, белмәйбеҙ. Белмәү – ғәйеп түгел, белергә теләмәү – ғәйеп, тиҙәр. Ҡараңғылыҡты ҡаралыҡ менән түгел, аҡлыҡ, сафлыҡ менән генә еңеп була. Төн көндө еңә алмай. Хаҡты эҙләргә кәрәк. Тормошоңдо үҙгәрткең килһә, уйыңды, эске донъяңды үҙгәрт. Күңел торошо – көҙгө, тышҡы донъяңда сағылыш табасаҡ.
Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Эҙләнеү юлында Сер ғилеменә эйә булған шәхестәребеҙҙең тормошо, йәшәү рәүеше менән танышырға, изге сәфәрҙәр ҡылырға мөмкинлек бирҙе. Белемдәре менән ихлас бүлешкән, мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек, сабырлыҡ өлгөһө булырҙай бик күп имандаштар менән осраштырҙы, аралашып йәшәргә форсат бирҙе. Тормош юлыңда осраған һәр кеше – һинең уҡытыусың. Кеше – асылып бөтмәгән сер, уҡылып бөтөлмәгән китап, уның мөмкинлектәре сикһеҙ. Бары тик Аллаһу Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инанып, тәғәйенләнгән бурысты аңлау мөһим. Һине юҡтан Кеше итеп бар ҡылған, аҡыл, зиһен биргән, тел ҡөҙрәте һәм иҫәпһеҙхисапһыҙ башҡа ниғмәттәр менән бүләкләүсегә шөкөр ҡылып, риза булып, тыйғандан тыйылып, ҡушҡанды үтәп йәшәүҙән дә юғары вазифа юҡ.
ГӨЛЗӘМИНӘ КӘРИМОВА