Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Ай-ай-ай

Бөгөн минең менән ныҡ насар бер хәл килеп тыуҙы. Ай-ай-ай. Мин илайым, сөнки миңә бик ҡыйын. Нисек иламайһың инде? Ай-ай-ай. Бер ай элек, Мәхсә менән Мәрзиәнең араһын боҙор өсөн, ниҙәр генә эшләмәнем. Ул саҡта ҡыҙҙар тасма тас килеп ирешкәйне, ә бөгөн ҡабат дуҫлашып киткәндәр.

Әйҙәгеҙ, булмаһа, һеҙҙе шул тарих менән таныштырам. Бер ай элек Мәхсә менән Мәрзиә өҫтәл уйыны уйнайҙар ине, мин, уларҙың араһын бутап, ғауға сығарттырҙым. Һөҙөмтәлә, Мәхсә Мәрзиә менән үсегешеп ҡуйҙы. Минең нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ икән! Әммә бөгөн минең бар тырышлығым бушҡа китте, һәм бәхетем елгә осто. Ай-ай-ай.

Бөгөн Мәхсәнең тыуған көнө ине. Ул үҙенең бар дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Әсәһе уға:

– Ҡәҙерлем, ә һин Мәрзиәне тыуған көнөңә әйттеңме? – тип һораны.

– Юҡсы, беҙ бит уның менән асыуланыштыҡ.

– Эйе, беләм, ҡыҙым. Шулай ҙа бар, әхирәтең менән дуҫлашып, тыуған көнөңә саҡырып ҡайт.

Мәхсә әсәһен тыңланы. Ай-ай-ай. Мин уны Мәрзиә менән дуҫлашмаҫҡа нисек кенә өгөтләһәм дә, ҡолағына ла элмәне. Ай-ай-ай. Йәһәт кенә Мәрзиәләргә барып, әхирәте менән татыулашып та ҡайтты. Етмәһә: «Ҡәҙерле дуҫҡайым, бөгөн минең тыуған көнөм. Килерһең, йәме?! Мин һине көтәм», – тип, ҡунаҡҡа ла саҡырҙы.

Ҡайһылай насар көн булды әле бөгөн. Һеҙ, кешеләр, бер-берегеҙ менән ирешкәндә, шатлығым эсемә һыймай бит минең. Ҡыуанысымдан ҡойроғомдо шул тиклем ныҡ итеп болғайым, хатта ҡаты ҡабыҡлы грек сәтләүектәре ярылып китә. Ә бына һеҙ дуҫлаша башлаһағыҙ, мин утта янам. Ай-ай-ай. Мәхсә бөгөн бөтә нервыларымды ҡаҡшатты! Мәхсә! Суҡынмыш ҡыҙ! Һин Мәрзиә менән талаштың бит инде. Һуң ни бысағыма уның менән ҡабаттан дуҫлашмаҡ кәрәк? Ай-ай-ай.

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...