Иҙел әүлиәһе Гөлбан инәй

Иҙел әүлиәһе Гөлбан инәй

Үләндәр, сәскәләр шыбырлауын, ҡоштар телен аңлау борондан булған. Ҡош юлын, йондоҙ юлын, һыу юлын, ел юлының да серен яҡшы белгән боронғолар.

 

Мәләүез районы Үрге Бикҡужа ауылында (халыҡ телендә Сорғаяҙ) Иҙел буйы әүлиәһе Гөлбаныу Шәмсетдин ҡыҙы Ишбаева (1882-1977) ла тәбиғәт телен аңлаған. Ауылдаштары әле лә уны Гөлбан инәй тип кенә әйтә. Һуңғы йылдарында йыш ҡына ҡайынлыҡта йөрөр булған, ҡайын төбөндә ултырған. Заманында бик күптәргә файҙаһы тейгән, байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы иҫкәртә алған инәй тураһында хәтирәләр телдән-телгә йөрөй. Кемдеңдер юғалған бейәләйенән алып, атына тиклем дөрөҫ әйтеп биреүе беҙҙең быуын өсөн әкиәткә тартым һымаҡ булып китә. Кеше аяғы һил ҡалғанда, ул йәшәгән өй нигеҙенең ҡото әле лә ауылға тарала, тиҙәр.

Үткән быуатта һыуһаҡлағыс төҙөйбөҙ, тип ауылдарҙы алыҫҡараҡ күсерә башланылар, көтөүлек, сабынлыҡтарҙы аҡтарып, ағастарҙы ҡырҡтылар. Халыҡ борондан ата-бабаларының донъя көткән нигеҙен ташлап китергә йыйынмаһа ла, рухы һүнеп, ауылда йәшәрлек дәрте һүрелә, хәле бөтә. Мәрхүмдәрҙе күсә торған ауылдарҙан алыҫта яңы зыярат асып, шунда ерләй башлайҙар. Гөлбаныу инәйҙең: «Быуа булмаясаҡ, ауыл күсмәйәсәк, мине ауылым зыяратына ерләгеҙ», – тигәненә, ауылдаштары унынсы тиҫтәһен барлаған инәйҙең васыятына һағайыңҡырап, ышанмайынсараҡ ҡарағандар. Ҡартайып, яңылыш һөйләйҙер, тип борсолғандар. Сөнки, бөйөк төҙөлөштөң удар фронт кеүек ҡыҙыу барған мәле була ул саҡта. Гөлбаныу инәй, өлкәнәйһә лә, дөрөҫтө әйткән: төҙөлөштән ер ҡыртышы әйләнеп ҡала, быуа туҡтала, Сорғаяҙҙы, уның эргәһендәге башҡа ауылдарҙы ла күсермәгәндәр. Иҙел буйындағы ауыл әле лә үҙ урынында, ырыуҙаштар байрамы ойоштороп гөрләп йәшәй. Гөлбан инәйҙең һәм зыяратташтарының рухына йәш быуын ҡорбан салып, ауылдаштары доға ҡылыуҙы ойоштора. Йәй ҡоро килгәндә лә, шул йоланы ҡабатлап, Аллаһу Тәғәләнән ямғыр һорайҙар. Ни ғилләлер, яуа бит.

Сорғаяҙҙар менән ҡотандар борондан аралашып йәшәгән, ҡыуғын ваҡытында бергә эшләгәндәр, шуға ла Гөлбаныу инәй тураһында бәләкәйҙән ишетеп үҫтек.

 

Венера Ситдиҡова,

Өфө ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...