Дауыт пәйғәмбәр
Нисек кенә булмаһын, Сәбиғ Дауыттың йөҙөнсө ҡатыны була, ә бер генә ҡатынлы Аурия яңғыҙ ҡала. Һөйгәненән айырылыуҙы Аурия бик ауыр кисерә. Башта әйтелгәнсә, шәриғәттә бындай хәлгә тыйыу булмаһа ла, Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был ҙур хата була. Дауыттың тәҡүәлек дәрәжәһен күтәрер өсөн, Аллаһу Тәғәлә уны ошо хатаһы сәбәпле мәңге үкенеүгә, туҡтауһыҙ тәүбә ҡылыуға дусар итә.
Үҙенең хатаһын аңлаһын өсөн, Аллаһ уға кеше ҡиәфәтендә ике фәрештәһен, әйтеүҙәренсә, Микәил менән Ябраилды, ебәрә. Улар Дауыттың михрабына килеп инәләр. Батша уларҙы күргәс, нисек бында пәйҙә булыуҙарын аңламай, ҡаушап ҡала. Ҡунаҡтар пәйғәмбәргә бер бәхәс буйынса ҡарар сығарһын өсөн килеүҙәрен әйтәләр. Береһе уға һорау бирә: «Был − минең дин ҡәрҙәшем. Ул минән берҙән-бер һарығымды һорай. Ә үҙенең ошондай уҡ туҡһан туғыҙ һарығы бар. Хөкөм сығар, пәйғәмбәр». Дауыт: «Үҙенекеләргә өҫтәп, һинең берҙән-бер һарығыңды һорау − ғәҙелһеҙлек», − ти. Ҡунаҡтар бер-береһенә ҡарап көлөшәләр ҙә осоп сығып китәләр, ә Дауыт яңғыҙы тороп ҡала. Шунда ул үҙ-үҙенә хөкөм сығарғанын һиҙә һәм үҙенең хатаһын аңлай. Ҡырҡ көн ул ергә ҡапланып илай, түгелгән күҙ йәштәренән йәшел үлән үҫеп сыға. Ҡырҡ көндән һуң тороп, өҫтөн иң ябай кейемдәргә алмаштыра ла яңынан ергә ҡаплана. Үҙенең хатаһы өсөн Аллаһу Тәғәләнән оялып, тәүбә итә һәм туҡтауһыҙ: «Йә Рахмән, мине йәллә», − тип инәлә. Аллаһ уның тәүбәһен ҡабул итә, был ҡыуаныслы хәбәрҙе уға Ябраил еткерә. Пәйғәмбәр Аурияның ҡәберенә барып, унан ғәфү үтенә. Аллаһ Дауытҡа, Ҡиәмәт көнөндә Аурияны ризалатасағын һәм уның Дауытты ғәфү итәсәген хәбәр итә.
Аллаһу Тәғәлә Дауытты ғәфү итһә лә, ул башҡаса, башын күтәреп, күккә ҡарай алмаған. Йотом һыуҙы ла, аҙыҡты ла күҙ йәшһеҙ йота алмаған. Ул, ҡатҡан арпа икмәгенең киҫәктәрен тәрилкәгә һалып, минең кеүектәрҙең аҙығы шундай булырға тейеш, тип һөйләнә-һөйләнә, күҙ йәштәре менән йыуып ашаған. Үҙенең ҡылған хатаһын онотмаҫ өсөн, ул был хәлде усына яҙып ҡуйған. Уны күргән һайын илаған, шуға күрә уның күҙендәге йәше көндөҙ ҙә, төндә лә кипмәгән.
Ҡөҙрәт Эйәһенең, кешеләр араһынан һайлап, пәйғәмбәрлек биргән, Үҙе менән халыҡ араһында аралашлыҡ итер өсөн, Үҙенең Илсеһе иткән заттарҙың Уға буйһонмауы, йәғни, гонаһ ҡылыуы мөмкин түгел. «Хазин» китабында әйтелә: берәүҙең, Дауыт гонаһ ҡылған, тигән һүҙе өсөн Ғәли әсхәб уны йөҙ алтмыш ҡабат таяҡ менән һуҡтырыу менән ҡурҡытҡан.
Ҡөрьән Дауытты ошо хәлгә тиклем дә, унан һуң да маҡтауҙан туҡтамай. Был тарих аҡыллы кешегә хикмәт өҫтәй. Тәүбә итмәйенсә, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу һөрөлгән, әммә иген сәселмәгән һәм сүп (үҙ-үҙе менән ҡәнәғәтлек) үләне баҫып киткән ергә оҡшаш. Әҙәм балаһының Аллаһтан ҡурҡыу кимәле уның Раббыһын танып-белеү кимәленә бәйле. Ишетеп белеү менән күреп белеүҙе (ғәйн әл йәҡин) сағыштырып булмай. Ҡурҡыу кешенең белем кимәленә бәйле. Белмәгән нәмәнән кеше нисек ҡурҡһын?
Дауыт менән Сөләймәндең ҡарар сығарыуы.
Бер кеше үҙенең ерендә һәйбәт уңыш үҫтерә. Йыйып алыр ваҡыт еткәс, сит кешенең һарыҡтары инеп, бөтә уңышты юҡ итә. Һарыҡтарҙың хужаһына зыянды ҡапларға кәрәк була. Быны хәл итер өсөн улар Дауытҡа киләләр. Пәйғәмбәр һарыҡтар хужаһына зыяндың хаҡын мал иҫәбе менән түләргә ҡуша. Дауыттың һуңғы (йөҙөнсө) ҡатыны Сәбиғтән тыуған ун бер йәшлек улы Сөләймән тегеләрҙән атаһының ниндәй ҡарар сығарыуын һорай. Сөләймән ҡарар менән килешмәй. Дауыт, улын саҡырып, ә һин нисек хәл итер инең был осраҡта, тип һорай.
Тыумыштан Аллаһ тарафынан зирәклек бирелгән Сөләймән, уларға бер йылға хужалыҡтары менән алмашырға кәрәк, тип яуап бирә. Сәсеү яланының хужаһы һарыҡ көтөргә һәм бер йылдан һуң, уларҙың йөнөн, һөтөн һәм бәрәстәрен үҙендә ҡалдырып, һарыҡтарҙы хужаһына ҡайтарып бирергә тейеш. Ә уның ерен, йыл аҙағында уңышы менән бергә хужаһына ҡайтарып биреү шарты менән, малдарҙың хужаһы эшкәртһен.
Дауыт был ҡарар менән килешә. Улының һәләттәрен һәм ғилемлеген күреп, ул уны үҙенең урынына батша итеп ҡуя. Ләкин был Исраил тоҡомдары араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра: улар үҙҙәренең өҫтөнән хаҡимлыҡ итеүҙе балаға тапшырыу менән килешмәй. Был хаҡта белгәс, Дауыт Яҡуптың бөтә арҙаҡлы вариҫтарын йыйып кәңәшләшә. Шунан уларҙың һәр береһенә, исемдәрен яҙып, үҙҙәренең таяғын алып килергә ҡуша. Таяҡтарҙы айырым бүлмәгә ҡуйып, төнгөлөккә йоҙаҡ менән бикләп ҡалдыралар. Кемдең таяғы йәшел төҫкә инә (йәшәрә) − шул кеше хәлиф буласаҡ. Иртәнсәк күрәләр − бөтә таяҡтар ҙа шул килеш, Сөләймәндең таяғы ғына йәш ағас кеүек йәшелләнгән. Быны күргәс, Сөләймәндең хәлиф булырға тейешлегенә берәүҙә лә шик ҡалмай.
Был ваҡиғаға тиклем Аллаһ Дауытҡа ун өс һорау һәм уларға яуаптар яҙылған китап төшөрә. Китап алтын мисәт менән биҙәлгән була. «Әгәр Сөләймән ошо һорауҙарға яуап бирә алһа, һинән һуң ул хаким булыр», − тип әмер бирә Аллаһ. Сөләймәнгә был хаҡта әйткәс, ул ризалаша.
Һорауҙар түбәндәге тәртиптә бирелгән була:
− Нимә иң яҡыны иҫәпләнә, ә нимә − иң алыҫы?
− Нимә − иң ҡыҙыҡлыһы, ә нимә − күңелһеҙ?
− Нимә − иң гүзәле, ә нимә − иң аламаһы?
− Нимә иң һирәк була торғаны, ә нимә − иң йышы?
− Бер ҡасан да хәрәкәтләнмәгән (ҡуҙғалмаған) ике нәмәне һәм бер ҡасан да хәрәкәттән туҡтамаған ике нәмәне ата.
− Һәр саҡ бер-береһе менән ярашыуҙа булған ике нәмә һәм һәр саҡ бер-береһенә ҡаршы булған ике нәмәне ата.
− Ниндәй сифат иң яҡшы һөҙөмтәгә һәм ниндәй сифат иң насар һөҙөмтәгә килтереүе мөмкин?
Бөтә һорауҙарға ла Сөләймән дөрөҫ һәм теүәл яуап бирә
− Беҙгә бөтә нәмәнән дә яҡыныраҡ − Әхирәт, ә бөтәһенән дә алыҫыраҡ − фани донъя (унан айырылып киткәндән һуң).
− Иң ҡыҙығы һәм күңеллеһе − тере тән, ә иң күңелһеҙе − йәнһеҙ тән.
− Иң гүзәле − кешенең көфөрлөктән сығыуы һәм Иманға килеүе. Ә иң аламаһы − Исламда булған кешенең көфөрлөккә төшөүе.
− Иң һирәге ул − хәҡиҡәтте табыу, иң йышы − икеләнеүҙәр.
− Сағыштырмаса тыныс хәлдә − күк менән ер, ә хәрәкәттә − Ай һәм Ҡояш.
− Көн менән төн − үҙ-ара килешеүҙә, ә һәр саҡ бер-береһенә ҡаршы − тормош менән үлем.
− Иң насар һөҙөмтәгә килтерә − асыулы саҡта ашығыу, ә иң яҡшы һөҙөмтә − аҡыл менән эш итеүҙә.
Сөләймәндең яуаптары шул тиклем дөрөҫ була, Дауытҡа төшөрөлгән китаптағы яуаптарға тулыһынса тап килә. Ләкин Исраил халҡының аҡһөйәктәренә был аҙ тойолған. «Беҙҙең Сөләймәнгә тағы бер һорауыбыҙ бар. Әгәр дөрөҫ яуап бирһә, ул хәлиф булыр», − тиҙәр. Сөләймән: «Ниндәй һорау теләйһегеҙ −бирегеҙ», − ти. Тегеләр һорай: «Кешелә бер нәмә бар: әгәр ул яҡшы булһа, кешеләге бөтә башҡа нәмә яҡшы була, әгәр ҙә ул насар булһа, башҡа нәмәләр ҙә насарлана. Нәмә ул?» Сөләймән, ул нәмә − йөрәк, тип яуап бирә.
Ошонан һуң Дауыт, минбарға менеп, Аллаһҡа маҡтау әйтә һәм халыҡҡа Аллаһтың уға Сөләймәнде хәлиф итергә бойороуын хәбәр итә. Ләкин халыҡ, Сөләймәнде артыҡ йәш тип, был юлы ла батша менән ризалашмай. (Таяҡтың йәшелләнеү хәле һуңыраҡ була)
Сөләймән хәлиф итеп һайланғандан һуң, Дауыт уға нәсихәттәр бирә. Ул улына шаяртыуҙа сама белергә ҡуша, артыҡ шаяртыу дин ҡәрҙәштәр араһында дошманлыҡ тыуҙыра, тип өҫтәй. Шулай уҡ асыуҙан һаҡланырға ҡуша, сөнки асыу кешене кәмһетә, тип аңлата. «Аллаһтан ҡурҡ, ғибәҙәттә тотороҡло бул, шул сағында ҡалғандары яйға һалыныр. Ҡатыныңды артыҡ көнләшмә, был кешеләр тураһында насар фекер тыуҙыра. Кешеләргә өмөтләнмә − шул булыр байлыҡ. Аҙаҡтан аҡланырға тура киләсәк һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән һаҡ бул. Һәр саҡ дөрөҫтө һөйлә, ғәмәлдәреңдә ихлас булырға тырыш. Һәр бер көнөңдө элеккеһенә ҡарағанда яҡшыраҡ үткәрергә тырыш. Наҙан (әҙәпһеҙ) кешеләр менән ваҡытыңды әрәм итмә. Ғалимдар менән дин хаҡында бәхәсләшмә. Асыуың килһә, тәнең менән ергә ҡағыл.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)