Ахырзаман – аяҡ аҫтында

Ахырзаман – аяҡ аҫтында

Бала саҡта: «Үлем – күҙ менән ҡаш араһында, ахырзаман – аяҡ аҫтында», – тигән һүҙҙәрҙе өләсәй ауыҙынан йыш ишетергә тура килде. Нух пәйғәмбәрҙең туфан һыуынан, тереклектәр донъяһын һаҡлап алып ҡалыуы ла һүҙ урауында аңға һеңдерелде.

 

Яҙғы ташҡын осоронда, Нөгөш аша сығып йөрөү өсөн, атай кәмә эшләй ҙә, һыу инмәҫлек итеп, Нух кәмәһе кеүек итеп эшләнем, тип маҡтана торғайны. Беҙ, бала-саға, Нухтың кем булыуы тураһында ҡыҙыҡһынғас, улар пәйғәмбәр тураһындағы риүәйәтте һөйләй торғайнылар. Көҙ көндәре оҙайлы ямғырҙар яуыуы оҙаҡҡа һуҙыла башлаһа ла, өләсәй хәүефләнә. Нух заманында туфан башланыр алдынан 40 тәүлек буйы ҡойма ямғыр яуған, ти. Ямғыр яуыуҙан ғына Аллаһ ҡөҙрәте менән бар донъяны баҫырлыҡ ташҡын барлыҡҡа килгәндерме, юҡмы, уныһы беҙгә мәғлүм түгел. Әммә, ҡайһы бер ғалимдәрҙең фаразлауына таянып һәм анализлы фекер йөрөтөп, ер шарының ҡайһы бер өлөштәрендә ҡот осҡос һыу баҫыуҙар булған, тип, ышаныслы әйтеп була. Иғтибарлаһаң, «Урал батыр» ҡобайырында ла зыялыларҙы уйландырырлыҡ һүҙҙәр бар. Йәнбирҙенең һүҙҙәренән ваҡиғаларҙың ваҡытын билдәләп була. Ул:

Беҙ килгәндә, мында әле Йәнлектәр ҙә аҙ ине, Ере лә йүнле кипмәгән, Уаҡ-уаҡ күллек, һаҙ ине, – тип һөйләй. «Йәшәгән урыныбыҙ бәләкәй генә ер ине, тирә яғыбыҙ күм-күк һыу ине», тигән юлдар ҙа бар эпоста. Ғөмүмән, тәбиғәт тыуҙырған факторҙар, айырым ғалимдарҙың дәлилле фаразлауҙары, ҡасандыр туфан һыуының булыуын иҫбатлаған һымаҡ. Кешелек һәм тереклектәрҙең йәшәйеш тарихында донъяны һыу баҫыуының сәбәптәре тураһында фәнни теориялар һәм фараздар аталы-уллы Карнауховтарҙың хеҙмәттәрендә, йөҙйәшәр (1901-2007) М.Г.Гросвальд исемле Совет-Рәсәй ғалимының «Евразийские гидросферные катастрофы и оледенение Арктики» тигән 1999 йылда донъя күргән китабында аңлайышлы яҙылған. Улар иҫбатлауынса, Евразия һәм Америка ҡитғаларының Төньяҡ Боҙло океанға ҡараған ярҙарында ғәйәт ҡалын боҙҙан торған быуа барлыҡҡа килеп, океанға ҡойған йылғаларҙың тамағын япҡан. Һөҙөмтәлә, Енисей, Лена, Обь кеүек мул һыулы йылғаларҙың тамағында ташҡын барлыҡҡа килеп, боҙҙарҙы ҡалҡытып сығып, Донъя океанына 18 мең йыл дәүер эсендә алты мәртәбә ағып төшкән. Шуларҙың ҡайһыһылыр, Урал тауҙары буйлап үтеп, бөгөнгө Иран иле аша юл табып, Һинд океанына ҡойған. Ул ағымдың тәрәнлеге 500 метр, киңлеге 1000 саҡрым, тиҙлеге сәғәтенә 200-250 километр булған, тип фаразлана. Тимәк, был ҡот осҡос ташҡын, үҙенең боҙло айсбергтары менән бөтә Башҡортостан территорияһын иңләп үткән, тип ышаныслы әйтеп була. Торатау (бейеклеге 406 метр), Ҡуштау, Йөрәктауҙың тышҡы ҡиәфәтендә, йәғни уларҙы күмеп, төньяҡтан көньяҡҡа ағып ятҡан һыуҙың эҙҙәре ярылып ята. Торатауҙың көньяҡ бите бик тигеҙһеҙ – йырғаланған, ҡарталанып тора. Төньяҡҡа ҡараған яғын, көслө ағын һыу йыуып һөҙәкләткән, түбәгә күскән урынын йоморайтҡан... Республикалағы тәбиғәт күре-нештәренең, үҙсәнлекле детал-дәре бөгөнгөләргә, ҡасандыр туфан һыуы барлыҡҡа килеп, Төньяҡ Боҙло океан Атлантик һәм Һинд океандары менән тоташып, ҡобайырҙа әйтелгәнсә: «Берҙән бер көн бар ерҙә...һыу эркелеп», ҙур майҙанда сөсө һыулы диңгеҙ барлыҡҡа килтереүенә лә инанып була. Республика территорияһындағы рельеф тигеҙһеҙлектәре лә, ҡая-тау битләүҙәрендә барлыҡҡа килгән 30-50 м бейеклегендә, ғәжәйеп ҙур мәмерйәләр ҙә, йәшәгән еребеҙҙең ҡасандыр диңгеҙ төбө булыуын дәлилләй. Мин, мәҫәлән, бәләкәй генә Шүлгән йылғаһының, әллә нисә заллы, әллә нисә йөҙәр метр оҙонлоғонда мәмерйә барлыҡҡа килтереүенә ышанмайым. Ағиҙел йылғаһының да ярҙарынан ташып сығып, ташҡыны менән йыуып, бейеклек яһап Таш өй яһауы мөмкин түгел. Ҡотан ауылы эргәһендәге 30 метр бейеклегендә барлыҡҡа килгән Антон мәмерйәһе тураһында ла шундай фекер йөрөтөп була. Булат Кәримов, Гүзәл Хәмитова кеүек эҙәрмәндәр, республикалағы йылға буйҙарында барлыҡҡа килгән бик күп мәмерйәләрҙе өйрәнеп, тиҫтәләгән мәмерйәләрҙе «Следопыт» тапшырыуында телеэкранда күрһәттеләр. Күреүебеҙсә, улар күрһәткән мәмерйәләрҙең береһе лә, бөгөнгө йылға ярҙарына терәлеп барлыҡҡа килмәгән... Тимәк, уларҙың барлыҡҡа килеүе фекер йөрөтөүселәрҙе уйландырырға тейеш! Үҙемдең белгән айыу өңдәрен, тау битләүҙәрендә, ҡаяларҙа барлыҡҡа килгән тәрән һәм бейек мәмерйәләрҙе берәм-берәм күҙ алдынан үткәрәм дә, уларҙы миллион йылдар дауамында, диңгеҙ һыуы тулҡынланып ятып йыуып барлыҡҡа килтереүенә интуитив тойомлап инанам. Бәккән йылғаһы буйындағы Соҡорйорт мәмерйәһе, егерме метр тау битләүендә барлыҡҡа килеп, өс километр оҙонлоҡҡа ер аҫты юлы барлыҡҡа килтерә. Телдән-телгә һөйләнелеп килгәнсә, шул тирәнең данлыҡлы һунарсыһы Ҡунакбай, төлкө эҙәрлекләп, шул араны имгәкләп тә, шыуышып та үтеп атып алған имеш, тигәнерәк хәбәр ҙә йөрөй халыҡ араһында. Ҡайһы бер мәмерйәләрҙең тау башында барлыҡҡа килгәндәре лә бар. Мәҫәлән, Тарауыл яланы эргәһендә, Ырым тауы башында арҡан менән генә төшмәле тәрән соҡорҙар бар. Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылы эргәһендәге Шешәнәк йылғаһы кимәленән 30 метр бейеклектәге бәләкәй генә өңгә шыуышып ингәндән һуң, бер нисә метр үтеүгә, әллә нисә машина һыймалы ҙур мәмерйә барлыҡҡа килә... Әбей батша юлынан үткәндә, юлаусылар Ҡуҡрауыҡ йылғаһынан егерме метр бейеклектә барлыҡҡа килгән Салауат мәмерйәһенә лә һуғылып, ҡыҙыҡһынып үтәләр. «Мәләүез районындағы Ямантау менән Кибез тауҙары араһында барлыҡҡа килгән Сумған тишеген, Мәскәү ғалимдәре менән берлектә, үҙем төшөп тикшерҙем, – тип һөйләй зыялы Таһир Иҫәнов. – Башланғысына саҡ-саҡ һыйып, 16 метр төшкәс, өҫтәл ҙурлығындағы майҙансыҡ барлыҡҡа килә. Шунда бер аҙ тын алғандан һуң, арҡандарҙы бер-береһенә ялғап 64 метр төшкәс, Ташүлгән яғына таба киткән коридор барлыҡҡа килде...»

Таһир Иҫәнов һөйләүенсә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғаһы араһында биш урында бушлыҡ, тимәк, ике йылға ер аҫтынан бер-береһенә тоташа. Һөйләгәндәргә ышанырға була, сөнки Йомағужа һыуһаҡлағысын быуғандан һуң, проект буйынса, ташҡын Ырғыҙлы йылғаһы тамағына етәргә тейеш ине. Шуға ла Мәҡсүт ауылы урынынан күсерелде, ә быуғын ун ике км ауыл урынына барып етмәне. Тимәк, бушлыҡҡа таба һыу юлланған... Бөтә тәбиғи фактор-рельеф беҙ йәшәгән территорияла, туфан һыуының булыуы тураһында һөйләй.

Туфандан һуң әҙәм балалары тағы ла бик ныҡ үрсеп киткәндәр. Шашынып, бөгөнгө кеүек үк яман юлға баҫҡандар. Рәхмәте киң булған Аллаһу Тәғәләне онота башлағандар. Шуның өсөн дә ҡөҙрәти көскә эйә булған Хаҡ Тәғәлә, Үҙенең барлығын белдереп, бер-бер артлы кешеләргә үҙ язаһын белгертеп торғандыр... Ғалимдар фаразлауынса, туфан һыуы ике мең йыл һайын барлыҡҡа килеп торған. Тимәк: «Ахырзаман ҡасан була?» тигән һорауға, Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең ике бармағын күрһәтеүе уйлай белгәндәрҙе уйландырырға тейеш. Йәғни, был донъяла йәшәгәндә һәр кем, фани донъя мәңгелек түгеллеген белеп, әхирәткә күсергә әҙер булырға бурыслы. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, ахырзаман – аяҡ аҫтында. Үлемде иҫкә төшөрмәй, хәрәм үҙләштергән бәндәләр өсөн асыҡ һабаҡ был. Әгәр ҙә, юғарыла тасуирлағанса, туфан һыуы барлыҡҡа килә торған булһа, уларҙың да барлыҡ үҙләштергән миллиардтары, иҫән ҡалыу өсөн эшләттергән бункерҙары менән бергә, юнысҡы кеүек диңгеҙ төбөнә китеп, миллион йылдар үткәс, Торатауҙағы кеүек үк сеймал ятҡылыҡтары барлыҡҡа килтереүҙәре бар...

 

Зөфәр Толомғужин,

БР һәм Рәсәй журналистар союзы ағзаһы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...