Фани донъя – командировка ғына

Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе: кешеләр, хайуан, йәнлек, бөжәктәр – яҡты донъянан китә. Ә бит һәр кем сәфәрҙән тәмле күстәнәс, матур бүләк алып ҡайтырға тырыша. Ә Мәңгелек йортҡа беҙ ниндәй матур бүләктәр менән ҡайтырбыҙ икән?

 

Бөйөк Аллаһ беҙгә Әхирәткә әҙерләп, алып китерҙәй күп, бихисап бүләкте әле биргән! Шуның иң ҡәҙерлеһе – ул намаҙ. Тик Аллаһ ризалығы өсөн, Уның биргән бәрәкәт-ниғмәттәренә рәхмәт әйтеп, шөкөр итеп, ысын йөрәктән, бар күңелдән, уҡылған намаҙ – Әхирәткә алып китер иң ҡыйбатлы, иң зиннәтле бүләк ул! Ошо бүләкте бер ниндәй аҡсаға, алтынға, байлыҡҡа, мал-мөлкәткә алыштырып булмаясаҡ! Намаҙҙың файҙаһын, бөтмәҫ фазиләттәрен Аллаһ Үҙе генә белә, ә беҙгә иһә, Раббыбыҙға буйһоноп, уны теүәл итеп үтәргә генә ҡала.

Әхирәткә алып китер бүләктәрҙең береһе булып ураҙа тора. Ураҙа – ул ризыҡланмай йөрөү генә түгел, телде, уйҙарҙы ла тыйыу, үҙеңде тәрбиәләү. Изге Рамаҙан айында тик Аллаһ ризалығы өсөн тотҡан ураҙалар, уҡыған доғалар, биргән фитыр-саҙаҡалар, зәҡәттәр, ҡылған изге ғәмәлдәр – үҙебеҙ менән алып китер зиннәтле бүләк ул.

Күптәребеҙ сәйәхәт итергә ярата. Эйе, сит илдәрҙе, ят ерҙәрҙе күреү, өйрәнеү тормошто йәмләй, биҙәй, ял итергә форсат бирә. Тик улар араһында Раббыбыҙ ризалығы өсөн, Унан гонаһтарҙы ярлыҡауын һорап үтәгән Оло Хаж, Ғөмрә Хаж барлыҡ сәйәхәттәрҙән оло, ниғмәтлеһелер ул. Сит илдәрҙе күреп ҡайтыу ҡайһы ваҡыт тик фотоларҙа ғына иҫтәлеккә ҡала. Ә хаж ғәмәлен үтәһәң, бар донъяны йөҙөп сыҡҡандай оло сауапты үҙең менән алып китә алаһың.

Фани донъяла һинең бөтмәҫ байлығың, банк йә банкала һаҡланған әллә күпме аҡсаң булып та, шуның һуҡыр бер тинен дә үҙең менән алып китә алмайһың. Ә бөгөн шул аҡсаның бер өлөшөн мохтаждарға хәйер-саҙаҡа итеп бирһәң, ауырыуҙарға ярҙам һәм мәсет һалыу өсөн булышлыҡ итһәң, һин булған байлыҡтан оло сауапты үҙең менән алып китә алаһың. Көтөү-көтөү малдар тотоп, шунан бер баш малды ла алып китеп булмай. Ә хәҙер шул малдың берәүһен генә лә Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салып, мохтаждарға таратһаң, бөтөн көтөү мал тотҡандай, оло сауапты үҙең менән алып китә алаһың.

Әле үткәргән күңел асыу табындары, шау-гөр юбилей-байрамдарҙан бер бөртөк тә файҙа, сауапты Әхирәткә алып китеп булмай. Ундай байрамдарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ҡыуанысы бары тик фани донъя өсөн генә. Ә Аллаһ ризалығы өсөн, туған-таныштарыңды йыйып, Ҡөрьән аяттары уҡып, хәләл ризыҡлы табындар үткәрһәң, оло сауапты үҙең менән алып китә алаһың. Сөнки Ҡөрьән уҡыу аштары – ул Аллаһтан, шау-шыулы күңел асыу табындары – шайтандан.

Хәҙер күптәребеҙ төрлө китаптар уҡырға ярата. Әлбиттә, белем алыу – файҙалы эш. Тик шул китаптар араһында Аллаһтың бәндәләренә ебәрелгән Хаты – Ҡөрьәнде уҡыу, Уның аяттарын өйрәнеү, ятлау – үҙең менән алып китер ҙур бүләк. Изге Ҡөрьән – хаҡ мосолман өсөн тормошта күрһәтмә, һорауҙарға яуап биргән белешмә, изгелекккә йүнәлтмә ул.

Барыбыҙ ҙа балаларға яҡты киләсәк теләй, белем бирергә, уҡытып, яҡшы кеше итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта бала-ейәндәребеҙгә күркәм тәрбиә менән бергә, күңелдәренә иман, ихсан, тәүфиҡ, тәҡүәле холоҡ-фиғел теләп, Аллаһтан һорарға кәрәк. Аллаһ ҡушҡанын үтәп, Уның тыйғанынан тыйылып, хаҡ диндә, тура юлда булып йәшәргә насип итһен беҙҙән тыуған быуынға. Изге күңелле, тәүфиҡлы, күркәм тәрбиәле балалар ҡалдырыу – Әхирәттә һиңә килер ниғмәт-файҙа ул.

Егелгән аттың дилбегәһен бер яҡҡа ғына тартһаң, ат алға бармаясаҡ, урынында әйләнәсәк кенә. Шуның кеүек, фани донъя өсөн генә мал-тыуар, байлыҡ йыйыу, китаптар уҡыу, белем алыу тормошто алға әйҙәмәй. Фани донъя һәм әхирәттең икеһен дә уйларға, ҡайғыртырға, хәстәрләргә кәрәк, шул ваҡытта ике донъяла ла тормошобоҙ күркәм булыр! Ә иң мөһиме – ваҡытлыса командировканан Мәңгелек йортҡа ҡайтҡанда, оло зиннәткә тиң ҙур сауапты үҙебеҙ менән алып китә алырбыҙ, Ин шәә Аллаһ!

 

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...