«Беҙ урман башҡорто булабыҙ...»

«Беҙ урман башҡорто булабыҙ...»

Быйыл башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл. Баҫмабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы − күренекле шәхестең ижадын, тормошон өйрәнгән билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов.

 

– Миңлеғәли Хөсәйен улы, һеҙ бер сығышығыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң ижады менән студент сағымдан ҡыҙыҡһына башланым, тинегеҙ. Нимәһе менән ылыҡтырҙы һеҙҙе мәғрифәтсе-шағир?

– Эйе, XIX быуатта йәшәгән күренекле башҡорт шағиры Ғәли Соҡорой ижады менән мин студент сағымда уҡ ҡыҙыҡһына башланым. 1980 йылда уның ғәрәп графикаһында, иҫке төрки телендә яҙылған «Хажнамә» тигән әҫәре буйынса диплом эше яҙып, бик уңышлы яҡланым. Университеттың 3-сө курсында (1977 йыл) ғәрәп яҙмаһын күпмелер өйрәнгәс, шул яҙмалағы боронғо ҡомартҡылар мине бик ҡыҙыҡһындыра башланы. Ә Ғәли Соҡорой ғәйәт бай яҙма мираҫ ҡалдырған, үҙе иҫән саҡта 5 китабы баҫылып сыҡҡан, күпселек шиғырҙары һәм сәсмә әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә ҡулъяҙма хәлендә килеп еткән. Улар күп йәһәттән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

 

– Халҡыбыҙҙың даланлы уланы буй еткергән мөхитте күҙ алдына баҫтырып алайыҡ.

– Кемдең дә булһа ижадына, эшмәкәрлегенә тейешенсә баһа бирер өсөн, әлбиттә, ул йәшәгән мөхитте, йәмғиәтте, аралашҡан кешеләрен дә мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк. Шулай булмаһа, баһа һис кенә лә объектив була алмай. Ғәли Соҡоройҙоң бер нисә быуын ата-олатайҙары бик диндар һәм уҡымышлы кешеләр булғандар. Ҡартатаһы Шәриф Кейеков, батшаға тоғро старшина булараҡ, XVIII быуат тарихи документтарында йыш телгә алына. Шағирҙың атаһы Ғәбделсалих үҙ ауылында имам-хатип булған һәм, мәҙрәсә асып, ауыл балаларына башланғыс белем биргән. Ғәли Соҡорой иһә, тыуған ауылында башланғыс белемде алғандан һуң, Бөрө, Уса, Минзәлә өйәҙҙәрендәге биш мәҙрәсәлә уҡыған, аҙаҡ атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлаған. Шул рәүешле ғәрәп, фарсы телдәрен, ислам дине ҡанундарын тәрәндән үҙләштергән, урта быуат көнсығыш классик шиғриәте, уның традициялары менән яҡындан танышҡан.

 

– Диндар шәхестең шағирлыҡ һәләте бик иртә, үҫмер сағында уянған, тинегеҙ мәҡәләләрегеҙҙең береһендә. Бай мираҫына, һүҙ сәнғәтенә суфыйсылыҡ хас, был уның әҫәрҙәрендә, тормошонда нисек сағыла?

– Иң элек шуны әйтергә кәрәктер: совет осорона тиклемге боронғо әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнгәндә һәм баһалағанда, быныһы дини, тегенеһе донъяуи, тип айырып ҡарау һис кенә лә объективлыҡҡа килтермәй. Совет йылдарында Ғәли Соҡорой ижады ла шундайыраҡ анализға дусар ителде. Уның дини йолаларға, байрамдарға һәм дин эшмәкәрҙәренә арналған әҫәрҙәре бөтөнләй инҡар ителде, өйрәнелмәне һәм баһаланманы. Ә шағирҙың бер нисә тиҫтә әҫәре шундай характерҙа. Ул ғына ла түгел, реаль хәл-ваҡиғаларға, тәбиғәт күренештәренә арналған әҫәрҙәрендә лә дини мотивтар үҙен ныҡ һиҙҙерә. Мәҫәлән, «Фосули әрбаға» («Йылдың дүрт миҙгеле») тигән шиғри циклында автор хисләнеп, һоҡланып, яҙ, йәй, көҙ һәм ҡыш күренештәрен тасуирлап тора ла аҙаҡтан, былар барыһы ла Хоҙайҙың мөғжизәләре, уның ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгән күренештәр, тип әйтеп ҡуя. Йәғни, боронғо әҙәбиәттә донъяуи һәм дини мотивтар һис кенә лә айырым-айырым йәшәмәгән, уларҙы айырып ҡарау, нимәнелер күрмәмешкә һалышыу әҙәби әҫәрҙе баһалауҙа бер яҡлылыҡҡа килтерә, яңылыш юлға этәрә.

Шуныһы ҡыуандыра, хәҙер совет осорондағы ҡайһы бер шаблондарҙан, сәйәси ҡараштарҙан арына барабыҙ, меңәр йыл дауамында халҡыбыҙҙың күңеленә, рухына һеңгән динебеҙгә кире ҡайтабыҙ. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә дин әһелдәре фәҡәт карикатур, кире образ булыуҙан туҡтаны, улар башҡарған изге эштәр хаҡында замандаштарыбыҙға асыҡтан-асыҡ һөйләй, яҙа башланыҡ. Былтыр Ғәли Соҡоройҙоң «Һайланма әҫәрҙәр» тигән яңы китабын әҙерләп донъяға сығарғайным. Унда шағирҙың «Тәрхиби, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!») тигән поэмаһынан өҙөк килтереүемде ҙур яңылыҡ тип һанайым. Сөнки ул кешене фәҡәт изгелеккә, игелеккә, мәрәхәмәтлелеккә, ярҙамсылыҡҡа өндәгән ысын мәғәнәһендәге гуманистик характерҙағы әҫәр. Ниңә һуң замандашыбыҙ бындай әҫәрҙе уҡырға тейеш түгел?! Бөгөнгө көндә, минеңсә, йәмғиәтебеҙгә иң элек шундай әҫәрҙәрҙе тәҡдим итергә кәрәк.

 

 

 

 

Ғәли Соҡорой

 

 

 

 

– Мәғрифәтсенең тамыры ла, ырыу-нәҫеле лә көслө булған. Балалары тураһында нимәләр билдәле?

– Шағир 1852 йылда Минзәлә өйәҙе Шығай ауылында йәшәгән күренекле башҡорт муллаһы Йәләлетдин Баһауетдин улының ҡыҙы Мәрфүғәгә өйләнә. Улар өс ҡыҙ һәм биш ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдарының өсәүһе – Ғатаулла, Ғиниәтулла hәм Ғарифулла атаһы юлынан китә һәм заманының уҡымышлы кешеләре, дин әһелдәре булып таныла.

Әйтергә кәрәк, уның кинйә улы Ғарифулла Кейеков (1861-1918) Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә актив ҡатнаша, бик күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә, 1900 һәм 1903 йылдарҙа ике китап сығара, «Шура» журналы биттәрендә актуаль мәсьәләләр буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, ХХ быуат башында беренсе булып башҡорт теленең хоҡуҡтарын яҡлап сыға, туған халҡының күп быуатлыҡ үткәненә арнап, «Тәуарихи башҡордиан вә әнсәби ирәктәүиән» («Башҡорт тарихы һәм ирәкте нәсәбе») тигән ҙур күләмле тарихи-этнографик хеҙмәт яҙа. Уның яҙма мираҫы халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүселәр өсөн бик әһәмиәтле сығанаҡ булып тора.

 

– Архивтарҙа Ғәли Соҡоройҙоң хаждан ҡайтҡанда яҙылған хаттары ла һаҡланған, тинегеҙ.

– Эйе, 1872 йылдан башлап ул үҙ ғүмерендә дүрт тапҡыр хаж ҡылған. Был хаҡта шағир үҙе яҙып ҡалдырған. Уның яҙма мираҫында шиғри һәм сәсмә формала бер нисә вариантта теркәп ҡалдырылған «Хажнамә» исемле әҫәрҙәр бар. Ошо изге сәфәрҙә күргән-кисергәндәрен бик ентекле һәм мауыҡтырғыс итеп тасуирлай унда автор. Хаж сәфәрҙәренә бәйле ҡайһы бер мәғлүмәтте шағирҙың төрлө кешеләргә яҙып ҡалдырған хаттарынан да асыҡлап булды. Ул заманда хаж ҡылыуҙың ни тиклем ауыр һәм хәүефле булғанлығына инанаһың был яҙмаларҙан. Юлда аҡсаһы бөтөп, Одесса, Таганрог ҡалаларынан ҡайта алмай ыҙаланған ваҡыттары ла булған Ғәли Соҡоройҙоң – былар хаҡында Петербург ҡалаһында йәшәгән хәрби мулла Хәмиҙулла Хәмитовҡа яҙған хатынан асыҡ беләбеҙ.

 

– Донъя ла көткән ул, балалар үҫтергән, билдәле мөғәллим булған. Мәҙрәсәләге уҡытыу-тәрбиә эшен нисек алып барған ул?

– Эйе, 1852 йылда Өфөләге Диниә назаратынан имам-хатиплыҡҡа таныҡлыҡ (мәншүр) алып ҡайтҡас, ул, үҙенең тырышлығы менән ауылдағы иҫке мәҙрәсә менән мәсетте йүнәтеп, балалар уҡытыу эшенә ныҡлап тотона, бер үк ваҡытта дини эштәрҙе лә алып бара. Был хаҡта үҙенең «Мәнзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма йыйынтығының инеш өлөшөндә шулай тип яҙып ҡалдырған: «Беҙ урман башҡорты буламыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы – крәҫтиән. Күпселек шөғөлөбеҙ урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһау. Мин дә бар тапҡан ваҡытымды, хәл вә форсатымды шундайын шөғөлгә сарыф иттем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа таныҡлыҡ алып, вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-ярағы барын һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үзем тырышлыҡ һалып, өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә сит ауыл балаларын уҡытып, вә шул арала дини хеҙмәттәр артынан да йөрөп, Ирәкте башҡортоноң бик күп михнәттәр күргән кешеһе булып торамын». Шағирҙың ошондай яҙмалары уның тормош-көнкүрешен ярайһы уҡ аныҡ итеп күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.

 

– Миңлеғәли ағай, күренекле шәхестең рухи мираҫы буйынса өйрәнәһе әйберҙәр ҡалдымы әле?

– Уның яҙма мираҫы ифрат бай һәм күп яҡлы. Улар әлеге көндә Өфөлә генә түгел, Ҡазан һәм Санкт-Петербург архивтарында һәм китапханаларында ла һаҡлана. Алда әйткәнемсә, совет йылдарында уның донъяуи тип һаналған әҫәрҙәре генә өйрәнелде һәм баһаланды. Әҙиптең дини мотивтарға ҡоролған әҫәрҙәрен дә өйрәнеп, уның ижады тураһында тулы ҡараш булдырыу – бөгөнгө ғалимдарыбыҙ алдында торған ҙур бурыстарҙың береһе. Һуңғы көндәрҙә мин үҙем ошоға бәйле ҙур ғына мәҡәлә яҙырға тотондом. Унда бығаса бөтөнләй өйрәнелмәгән әҫәрҙәр тураһында ла һүҙ барасаҡ.

 

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...