Асығауыҙ

Асығауыҙ

Кәрәк була:

230 г он

100 г ҡаймаҡ

70 г аҡ май

50 г шәкәр

1 йомортҡа

0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс)

ванилин

семтем тоҙ

 

Әҙерләү:

  1. Иләнгән онға ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ. Һалҡын аҡ майҙы

ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә он менән бер массаға ингәнсе ыуығыҙ. Йомортҡаны,

ҡаймаҡты ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы 40 минутҡа һыуытҡысҡа (йә 20

минутҡа тундырғысҡа) һалып тороғоҙ.

  1. Ҡамырҙы икегә бүлеп, уртаса ҡалынлыҡа йәйегеҙ. Дүртмөйөштәргә һәм

өсмөйөштәргә киҫеп, теләгән эслек һалығыҙ. Эслек өсөн повидло, муйыл

ҡайнатмаһы, ҡуйыртылған һөт, йөҙөм, күрәгә, джем, шоколад, сәтләүек,

корица һәм шәкәр ҡушылған алма һ.б. бара.

  1. Мейесте алдан 180 градусҡаса ҡыҙҙырығыҙ, тәмлекәстәрҙе 10-15 минут

эсендә бешереп алығыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....