Алған ғилемдәребеҙ – беҙгә Аллаһ бүләге
Алған ғилемдәребеҙ – беҙгә Аллаһ бүләге

Рәсәй ислам университетын быйыл ғына тамамлаған ҡатын-ҡыҙҙар менән редакцияла һөйләшеү ойошторҙоҡ. Төрлө һөнәр эйәһе булһалар ҙа, өҫтәмә дини белем алыуҙары өсөн ифрат шат ине улар. Алған ғилемдәрен ғәмәлдә ҡулланып, кемдер мәсет йә иһә ҡарттар йорто эргәһендәге курстарҙа белем бирә, кемдер дини темаға ижад итә, кемдер белемен медицина өлкәһендә ҡуллана.
Үҙҙәренең уҡыу йылдарындағы тьәҫораттары менән ихлас бүлеште университет тамамлаусылар.
Асия Хәкимова:
Беҙ беренсе курсҡа илленән ашыу кеше уҡырға килдек. Киске бүлек булғас, төрлө йәштәге кешеләр йыйылған. Арабыҙҙа пенсионерҙар ҙа, эшләп йөрөгән кешеләр ҙә булды. Эшләп йөрөгәндәргә ҡыйыныраҡ ине, әлбиттә. Беҙ бер-беребеҙгә терәк булырға тырыштыҡ. Әммә төрлө сәбәптән сафтарыбыҙ кәмей барҙы. Кемдер кейәүгә сыҡты, кемдер икенсе ҡалаға күсенде, минән булмай, тип, ташлап ҡуйыусылар ҙа булды. Бигерәк тә бергә белем алған һабаҡташтарыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуы ауыр булды. Шулай итеп, һуңғы имтихандарға беҙ 17 кеше генә барып еттек.
“Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу”, – тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде. Нисә йәштә булһаҡ та, беҙ юғары уҡыу йорто студенттары булараҡ, дөйөм ҡағиҙәләрҙән ситкә тайпылырға тейеш түгел инек. Ҡулыбыҙҙа ып-ысын студент билеты, студент зачёткаһы ине. Имтихандар ҙа әҙерлек талап итә. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа талапсан. Йәп-йәш кенә Динар хәҙрәтебеҙ беҙҙе, оло ғына йәштәге шәкерттәрҙе, үҙенең эргәһенә ултыртып алып һәр беребеҙ менән индивидуаль шөғөлләнергә лә ваҡыт таба ине. Бөтә группа менән Радмир хәҙрәткә төнгө бергә тиклем зачёт тапшырыуыбыҙҙы оҙаҡ иҫләрбеҙ инде! Уҡымай килеп ҡара! Ә шулай ҙа күңелле ине беҙгә! Тәнәфес ваҡытында күмәкләп сәй эсеүҙәребеҙ, Зареманың (урыны Ожмахта булһын!), Рәүфәнең тәмле пирогтары, Тәслимәнең деликатестары... Төрлө милләт кешеләре – беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм ғаилә кеүек йәшәнек.
Тәслимә Вәлиева:
Булат хәзрәттең мантыҡ (логика) дәрестәрен һағынып иҫкә алам. Дәрестәрҙең береһендә группалаштарыбыҙ алдында hәр беребеҙ вәғәз һөйләнек, хәҙрәтебез уны видеога төшөрөп барҙы. Дәрес аҙагында видеояҙмаларҙы ҡарап, күмәкләшеп фекер алыштыҡ: кемгә нәмә оҡшаны, нимәне үҙгәртергә, икенсе төрлөрәк итеп әйтергә, аудитория алдында үз-үзеңде нисек итеп тоторға. Барыбыҙ өсөн дә бик фәhемле, практик яҡтан файҙалы дәрес булды. Төркөмдәшебеҙ Айгөл Хафизова группага сабыр ғына йылмайып, килеп керһә, мин эстән генә: “СөбхәнАллаh, МәшәАллаh”, – тип әйтә инем. Йәш ғаилә, береһенәнбереһе кескенә ике бала, улар ваҡыты-ваҡыты менән сирләп тә ала.
Айгөлдөң hәр ҡайһыбыҙға һеңлеләрсә хәстәрле мөнәсәбәте, дәрес араларында яһап биргән тәмле сәйҙәре – күңелдәргә балдай яғылып ҡалды, барыбыҙға ла өлгө булды. Һуңғы курста уҡығанда Айгөлөбөҙҙөң ҡаҡса ғына иңенә оло һынауҙар ятты. Ул ковид госпиталендә ал-ял белмәй эшләне. Шуға ҡарамаҫтан, тырышты, бирешмәне, уҡыуҙан да артта ҡалманы. Үзенең табип hөнәрендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтен дә ҡулланыуы Айгөлгә ҡарата тағы ла ихтирамыбыҙҙы арттыра. Бергә уҡыған ир-һабаҡташтарыбыҙ Азамат Тимерғәлиев, Сәлим (Эдуард) Ишкин, Фәрит Абдрахманов Ариф Яҡупов, Мансур Мөхөтдинов, Абдулла Кәбиров, Илдар Уразлин, Ғиндулла Латипов (йәне Йәннәттә булһын!) тураһында ла әйтеп үтке килә. Беҙҙе гел ҡурсалап ҡына йөрөттө улар, байрамдарҙа матурматур бүләктәр биреп, күңелде күтәрҙе, беҙгә таяныс булды.
Зөлфиә Ханнанова:
Мин үҙебеҙ уҡыған төркөмгә, уҡыу башланып, бер нисә ай үткәс, һуң ғына килеп ҡушылдым. Тәүге дәрес тәжүид ине. Бөтөнләй таныш булмаған һүҙҙәр ишетәм: фәтхә, дамма, сәкенле нүн... Һабаҡташтарым уҡытыусыбыҙға матур итеп яуап ҡайтара. Аҙаҡ аңлауымса, улар университетҡа уҡырға инер алдынан, мәсет эргәһендәге курстарҙа шөғөлләнгән. Ә мин... Мин ултырам аптырап, сөнки хатта хәреф тә танымайым. Бер нисә айҙан яй ғына, ижекләп, саҡ уҡып алып киттем. Килеп тороп оялам: бирелгән һөйләмдәрҙе уҡып бөткәнсе, группалаштарым мине тыңлап, хәлдән тая кеүек. Ә бит, киреһенсә, уҡыу тиҙлегем арта барған һайын һабаҡташтарым миңә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуана, дәртләндерә ине.
Бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, башҡалар менән бер рәттән уҡыу йортон тамамларға Динар хәҙрәттең беренсе курста әйткән һүҙҙәре ярҙам итте: “Һеҙ әле күмәк булһағыҙ ҙа, бик һирәктәрегеҙ генә тамамлаясаҡ был уҡыу йортон, сөнки Аллаһу Тәғәлә бары тик яратҡан бәндәләрен генә белем алыу юлына килтерә”. Кемдең инде Аллаһу Тәғәләнең һөйөүенә ирешкеһе килмәһен! Эшләп тә йөрөгәс, гел һуңларға, йә дәрес ҡалдырырға тура килде. Үҙем теләгәнсә, һәйбәт итеп өлгәшә алманым. Шулай ҙа дәрескә килгән һайын: “Йә Раббым, мин аҙға ғына килһәм дә, күп итеп бир инде, зинһар!” – тип, ихлас теләй торғайным. Беҙгә һабаҡ биргән уҡытыусыларымдың барыһына ла һәм шулай уҡ университетыбыҙ ректоры Артур хәҙрәт Сөләймәновҡа ихтирамым ныҡ ҙур, Аллаһтың киң рәхмәтендә булһындар улар!
Шул тиклем ыңғай энергетик аура ине беҙ уҡыған ерҙә. Эштән һуң, хәлең бөтөп, дәрескә килеп инһәң дә арыуҙарың, баш ауыртыуҙарың, һыпырып алғандай, юҡҡа сыға ла ҡуя. Һәм тағы... Уҡытыусылар ғына түгел, һабаҡташтар ҙә дәрес бирҙе миңә. Үҙҙәренең аҡылы, холоҡфиғеле, донъяға ҡарашы менән. Беренсе көндән шефҡа алып, апайҙарса, күҙ яҙлыҡтырмай, уҡытып сығарған Тәслимә ханым, ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылы машинаһында өйгә тиклем илтеп ҡуйған Зөлфиә һабаҡташым, бөтә предметтарҙы ла һыу кеүек эскән эрудит Нәфисә ханым, иҫ киткес тыйнаҡ, сабыр Рәүфә һәм Вәлиә төркөмдәштәр, йүнсел һәм булдыҡлы Гөлүзә һәм Рәсимә ханымдар, һәр саҡ ярҙамға ашығыусы Асия апай, һылыуҙарҙан-һылыу Сафия менән Айгөл һабаҡташтар – уларҙың һәр береһенән мин бик күп нәмәгә өйрәндем.
Нәфисә Сәлимйәнова:
Уҡытыусыларыбыҙ һәм һабаҡташтарыбыҙ янына университетҡа ашҡынып йүгереүме, тәрән ғилемдәрен ихластан беҙгә өләшкән хөрмәтле остаздарыбыҙҙың лекцияларында мөкиббән булып ултырыуҙармы, конференцияларҙа, асыҡ дәрестәрҙә сығыштар яһаумы, янып-көйөп зачёттарға, имтихандарға әҙерләнеүме, практика ваҡытында дәртләнеп-дәртләнеп балалар менән эш алып барыумы... инде барыһын да һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.
Әлеге ваҡыттарҙа бер генә тапҡыр булһа ла шул миҙгелдәргә кире әйләнеп ҡайтаһы килгән минуттар булып-булып ала. Һәр остазыбыҙҙың ихтирамға лайыҡлы образы, үҙҙәренә генә хас дәрес биреү ысулы һәр саҡ күҙ алдында тора. Беҙ уларҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Хөрмәтле Булат хәҙрәт Ҡорбанғәли улының тәфсир, мантыҡ дәрестәре; Илсур хәҙрәт Зарифулла улының барлыҡ көсөн, тырышлығын һалып ғәрәп телен өйрәтеүе; бер шаярып, берсә ҡәтғи рәүештә Рәмил хәҙрәт Үмәр улының фикһ, Ислам хоҡуғы серҙәренә төшөндөрөүе; йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҙур талапсанлыҡ менән Динар хәҙрәт Рәфис улының тәжүид дәрестәре биреүе һәм дөрөҫ итеп Ҡөрьән уҡырға, ғибәҙәт ғәмәлдәрен башҡарырға өйрәтеүе; ислам тарихын төбө-тамырынан белгән һәм беҙҙән дә шуны талап иткән, һуңғы уҡыу йылдарында декан булараҡ, хәл-әхүәлдәребеҙ менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торған остазыбыҙ Радмир хәҙрәт Хәлит улының эшмәкәрлеге – барыһы ла күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.
Ислам нигеҙҙәре фәнендә иң мөһим булып һаналған Ислам аҡидаһы, беҙҙең милли тарихыбыҙҙы асыҡлаусы мауыҡтырғыс предмет булып торған Урал-Иҙел буйы дин ғалимдарының мираҫы, Исламда дини ағымдар дәрестәрен алып барған Рифат хәҙрәт Риф улына рәхмәттәрем бигерәк тә ҙур. Тәрән мәғлүмәтле уҡытыусыбыҙ күп студенттарға аҡида фәне ауыр бирелһә лә, беҙгә тейешле дәрәжәлә һәр теманы асып биреүгә иреште, был фәнгә ҡыҙыҡһыныу һәм мөхәббәт тәрбиәләне. Сығарылыш эшемдең фәнни етәксеһе булараҡ, проект өҫтөндә эшләгәндә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн дә бик ныҡ рәхмәтлемен.
Һабаҡташтарымдың һәммәһенә лә, алған ғилемдәрен тулыһынса ҡулланып, ҡолас йәйеп, ислам динен милләттәштәребеҙгә, йәш быуынға таратыу эшен дауам итеүҙәрен теләйем. Бөгөнгө болғауыр, тотороҡһоҙ осорҙа ислам диненең нигеҙен, уның тарихын, шәриғәт ҡанундарын аңлау, тоғро юлды һайлау, айыҡ фекер йөрөтә белеү бик мөһим! Дини ғилем алыу иманыбыҙҙы, һиҙәйәтебеҙҙе көсәйтә, фани донъяға һәм әхирәткә дөрөҫ ҡараш тыуҙырыуға этәргес бирә, уйфекерҙәребеҙҙе асыҡ итә. Шуға ла мин, кемдең мөмкинлеге бар, ислам университетына уҡырға инеп, юғары квалификациялы остаздарыбыҙҙан дини белем алырға кәңәш бирер инем.
ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА ЯҘЫП АЛДЫ