Хакимдарҙың золомлоғонан ҡурҡҡан кеше әйтә торған доға

Хакимдарҙың золомлоғонан ҡурҡҡан кеше әйтә торған доға

«Аллааһүммә раббәс-сәмәәүәәтис-сәбғи үә раббәл-ғәршил-ғәҙыиим, күн лии жәәран мин (ошо ерҙә кемдән ҡурҡһа, шуның исемен атау кәрәк) үә әхзәәбиһии мин халәәьиҡик, ән йәфрута ғәләййә әхәдүн минһүм әү йәтғаа, ғәззә жәәрукә үә жәллә ҫәнәәьүк, үә ләә иләәһә илләә әнт».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ, ете күктең Раббыһы, оло Ғәрештең Раббыһы! Миңә фәлән улы фәләндән йәнә мәхлүктәрең араһынан уның ярҙамсыларынан Үҙең яҡлаусы бул! Уларҙың һис ҡайһыһы миңә йәбер күрһәтеп, ҡыҫым яһай алмай торғандай итеп (яҡлаусы бул). Һинең ҡурғауың (ҡурсалауың) көслө. Йәнә Һинең маҡтауың оло һәм һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ!» (әл-Бохари)

«Аллааһү әкбәр, Аллааһү әғәззү мин хальҡиһии жәмиғәә, Аллааһү әғәззү миммәә әхаафү үә әхҙәр, әғүүҙү бил-ләәһил-ләҙии ләә иләәһә илләә һүүәл-мүмсикис-сәмәәүәәтис-сәбғи ән йәҡағнә ғәләл-әрдый илләә биьиҙниһ, мин шәрри ғәбдикә (ҡурҡҡан әҙәмдең исемен атау) үә жүнүүдиһии үә әтбәәғиһии үә әшйәәғиһии минәл-жинни үәл-инс. Аллааһүммә күн лии жәәран мин шәрриһим, жәллә ҫәнәәьүкә үә ғәззә жәәруҡ, үә тәбәәракәсмүкә үә ләә иләәһә ғайруҡ» (3 ҡат).

Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк, Аллаһ Үҙенең мәхлүктәренең барыһынан да ғиззәтле. Аллаһ минең хәүефләнеп һаҡланған нәмәләремдән дә ғиззәтле. Үҙенән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ булмаған, ете күкте Үҙенең Рөхсәтенән тыш ергә ҡолап китеүҙән тотоп торған Аллаһҡа фәлән кешенең яманлығынан, уның ендәр менән әҙәмдәрҙән торған ғәскәренән, ярҙамсыларынан йәнә тарафдарҙарынан (улар яҡлыларҙан) һыйынамын. Эй Аллаһ! Уларҙың яманлығынан миңә яҡлаусы бул. Һиңә оло маҡтау, һинең ҡурғауың көслө, Һинең исемең бәрәкәтле! Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ!» (әл-Бохари)

 

 

«Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...