Һөйәк һурпаһы

Һөйәк һурпаһы

Һурпаны әҙерләү өсөн һөйәктәр, алма һеркәһе, ҡара борос, зәғферән (куркума) тамыры кәрәк. Дөрөҫ итеп әҙерләнгән һурпала коллаген, аминокислоталар, гликозаминогликандар, микроэлементтар (магний, фосфор, баҡыр, цинк, калий, тимер) күп була. Көтөүҙә йөрөгән, үлән ашаған малдың һөйәктәрен ҡулланырға кәрәк. Һыйыр, һарыҡ, күркә ите яҡшы.

 

 

Алма һеркәһе һөйәктәрҙәге туҡлыҡлы матдәләрҙе һурпаға бүленеп сығырға, ә ҡара борос составындағы биоперин уларҙы үҙләштереүҙе еңелләштерә. Зәғферән тамыры составындағы полифенол бактериаларға, һыуыҡ тейеүгә, шештәргә ҡаршы тороу, иммунитетты нығытыу көсөнә эйә.

Һурпаны әҙерләү өсөн 4 л һыуға 2 кг һөйәк, 2 аш ҡалағы һеркә, ҡара борос, зәғферән (сама менән), йәшел тәмләткестәр кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, иң талғын утта 12 сәғәттән 36 сәғәткә тиклем ҡайнатабыҙ. Һурпаны һөҙөп алабыҙ, тәмләткестәр, эре итеп турап, йәшелсәләр ҙә ҡушырға була. Көнөнә 200 гр һурпа һаулығығыҙҙы һаҡлауҙа ҙур ярҙам булыр. Һурпаны бүлеп алып туңдырып ҡуйһағыҙ ҙа була. Әлбиттә, дарыуханаларҙан әҙер биологик ҡушымталар ҙа алырға була, әммә үҙең эшләгәне күпкә файҙалыраҡ.

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...