Дингә килеү юлдары күп төрлө...

Дингә килеү юлдары күп төрлө...

Аллаһҡа инаныу − һәр әҙәмдең йөрәгендә. Бәләкәйҙән үк «Аллаһ бойорһа, Ул беҙҙең менән, Йә Раббым...» тигән һүҙҙәрҙе ишетеп үҫәбеҙ, уларҙы телмәребеҙҙә әүҙем ҡулланабыҙ. Быға башта айырым әһәмиәт бирмәһәк тә, был һүҙбәйләнештәр Раббыбыҙ тарафынан имандың һәр беребеҙгә һалыныуын иҫбатлай. Кемдер бәләкәйҙән ошо тойғоно һиҙә, тоя, ҡеүәтләп үҫтерә, даими үҙ өҫтөндә эшләй, кемдер иғтибарға ла алмай йәшәй бирә. Әммә, берҙән-бер көн быҫҡып ятҡан был тойғо уяна, һиҫкәндереп, яңы кисерештәр бирә, холоҡ-ҡылыҡтар тамырынан үҙгәрә башлай, йәшәү рәүеше иманға үрелеп алып китә һәм шул саҡ кеше был халәттә үҙенең ныҡ бәхетле икәнен аңлай. Һиҙәйәтле бәхетле юлға алып килеүсе сәбәптәр күп төрлө, һәр бер әҙәмдең − үҙенеке. Ошо хаҡта беҙ Рәсәй ислам университетын быйыл йәй тамамлаған һөйкөмлө апайҙар менән һөйләшәбеҙ.

Фидая Шиһапова (Баҡалы районы Яңы Ҡотой ауылы):

− Дингә килеүем бала саҡтан. Әсәйемдең намаҙҙарын, ураҙаһын күреп үҫеүем төп сәбәп булғандыр. Ләкин еңел генә килмәнем. Кешегә һәр ваҡыт ниҙер етмәй, тиҙәр бит. Күңел һәр ваҡыт нимәлер эҙләне, Норбеков, Правдина, Синельниковтарҙың бик күп кенә китаптарын уҡыным, психологияны ла етди өйрәндем.

Уҡыйым һәм шундуҡ һығымта яһайым. Дөрөҫ, ул китаптарҙа яҡшы ғәмәлдәр эшләргә, үҙеңде-үҙең яҡшы тоторға өйрәтәләр. Әммә ул китаптар ҙа мине ҡәнәғәтләндереп бөтә алманы, күңелемә һаман нимәлер етмәне. Тормошомда шундай ауыр моменттар булғанға ла эҙләнгәнмендер.

Ҡөрьәнгә, дингә килеү тураһындағы уй бала саҡтан уҡ йөрәгем төпкөлөндә ятҡандыр, тип уйлайым хәҙер. Һәм, әлхәмдүлилләһ, күңелем тартҡан юлға аяҡ баҫтым. Шул тиклем бәхетлемен: быйыл Рәсәй ислам университетын тамамлайым. Тыуған Баҡалы ерендә дин нигеҙҙәрен уҡытам. Үҙемдең уҡыусыларыма гел әйтәм: намаҙһыҙ кешенең бер тыныслығы юҡ, Ҡөрьән уҡымаған кешенең бер рәхәте юҡ! − тип

Таңһылыу Ноғаева (Сорғот ҡалаһы):

− Минең өләсәйем, ҡартәсәйем, әсәйем дин юлында ине. Бисмилланы әйтмәйенсә ашарға ултырманылар, уларҙың тәһәрәтләнеп, таҙарынып йәшәгәндәрен күреп үҫкән баламын. Ҡояш байығанда, өләсәйҙең намаҙ уҡыуҙары...

Иртәнсәк, беҙ йоҡлағанда, балғалаҡтарын сылтыратып, ашъяулығын йәйеп ебәрә ине. Шул зыңғырлап торған тауышҡа уянып: «Өләсәй, ураҙа тотаһыңмы? Әйҙә, бергәләп ураҙа тотайыҡ!» − тип һикереп тора торғайным. 1994 йылда Сорғот ҡалаһында ҙур мәсет төҙөй башланыҡ. 2000 йылда уны астылар.

Шул тантаналы көндә, ҡорбан салып, уны бар халыҡҡа таратып сыҡтылар. Беренсе тапҡыр аҙан яңғыраны, мәсеттең тупһаһында баҫып торамын, беләһегеҙме, шул аҙан тауышына күңелем тулып, күлдәгем вис һыу булды − илап ҡайттым. Тыйып булмай ул күҙ йәшен!

Мәсеттә аҙан, Ҡөрьән тауыштарын тыңлағанда, таҙа, саф иман нурҙары керә! Шул уҡ 2000 йылда мәҙрәсәгә килдем. Тәжүид, ғаҡыйданы, әҙәп-тәртип нигеҙҙәрен өйрәнеп ҡайтам да, балаларыма һөйләйем. Ҡыҙым да, ҡыҙыҡһынып, 4-се синыфтан минең менән бергә йөрөп белем алды. Аллаһҡа шөкөр, ҡыҙҙарым хәҙер икеһе лә намаҙҙа, Ҡөрьән уҡыйҙар.

Резеда Хәмитова (Өфө ҡалаһы):

− Ғаиләбеҙҙә тәү башлап дингә юл күрһәтеүсе улым булды. Совет заманы ине әле. Уға 10-12 йәш тирәһе генә булғандыр. Бер ваҡыт төндә торһам, ул ҡараңғыла ашап ултыра. «Төндә ашайһың, балам. Асыҡтыңмы әллә?!» − тип һорайым.

«Юҡ, мин ураҙа тотам, сәхәр ашайым», − ти. «Һин ураҙа тота беләһеңме?» − тим. «Юҡ, белмәйем!» − ти. «Әйҙә, бергәләп тотайыҡ!» − тим. Үҙем эстән генә: улым ураҙа тота, ә нишләп мин тотмайым әле, тип уйланып алып киттем. Шул мәлдә ҡасандыр үҫмер сағымда өләсәйем менән бергәләп тотҡан ураҙаларым иҫкә төштө.

Ул беҙгә йыш ҡына Аллаһу Тәғәлә хаҡында, пәйғәмбәрҙәр тарихын һөйләй торғайны. Балаларға гел һөйләргә кәрәк шул! Күңелдәренә орлоҡ һалырға, ҡыҙыҡһыныуҙарын уятырға! Һәм ул, һис шикһеҙ, емеш бирәсәк. Шулай итеп, улым менән ураҙа тота башланыҡ. Минән көлөп, юлдан яҙҙырырға тырыша ине ҡай берәүҙәр.

Шунан улым намаҙға баҫты. Иптәштәре килә торғайны. Уларҙы тыңлаһам, шундай тойғо була торғайны: улар нимәнелер минән, институтты тамамлаған кешенән, күберәк белә. Һәм мин дә ылығып киттем. Бер ваҡыт иртән тороп мәктәпкә ашыҡҡан улымдан намаҙ тәртибен һорашып (уны шул көндә дәресенә һуңлатып!), өйрәнеп алдым. Намаҙға баҫыуым шулай бик ҡыҙыҡ булды. Намаҙ ул − тормошҡа йәм биреүсе, тормоштоң тотҡаһы, тип әйтер инем.

Мосолмандың инаныуы уның донъяға Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн генә килеүен аңлауында ла сағыла, был уның төп тәғәйенләнеше. Ғибәҙәт − иманлы кешенең бөтә тормошоноң мәғәнәһе. Иманды һаҡларға ла кәрәк

Ҡурсыуҙың төп асҡысы − рәхмәтле булыуҙа! Беҙ иһә йыш ҡына хәүеф-хәтәрҙән, әшәке эштәрҙән аралаған Раббыбыҙҙың изгелегенә иғтибарһыҙ ҡалабыҙ. Иманлы кеше, ғәҙәттә, үҙен был турала гел иҫкәртеп тора, һәр бер ҡылығын энә күҙенән үткәрә

Шатлыҡлы мәлдә лә, йөрәкте ҡайғы-хәсрәт ялмағанда ла иманыбыҙ зыян күрмәһен. Ғаләмдәр Батшаһы беҙҙе, Үҙенең ҡолдарын, гел белем донъяһына, рухи үҫешкә әйҙәп кенә торһон!

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА ЯҘЫП АЛДЫ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...