ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР
Әгәр миңә эт ҡағылһа, намаҙ алдынан кейемемде алмаштырырға кәрәкме?
Эт үҙе нәжес (бысраҡ) хайуан түгел. Әммә уның шайығы нәжес. Шуға күрә:
1) әгәр һеҙ эткә ҡағылып та, уның шайығы кейемегеҙгә теймәһә, һеҙгә йыуынырға ла, кейем алыштырырға ла кәрәкмәй; шул килеш намаҙ уҡый алаһығыҙ (әгәр ҙә тәһәрәтегеҙ булһа);
2) әгәр ҙә инде шайығы кейемегеҙгә тейә ҡалһа, ул кейемдә артабан намаҙ уҡый алыр өсөн, шул нәжесләнгән (шайыҡ тейгән) урынын йыуырға кәрәк буласаҡ. («Мәраҡи әл-Фәләх»)
Ир менән ҡатын бергә, йәнәш тороп, намаҙ уҡый аламы? Һәм улар бергәләп нисек намаҙ уҡырға тейеш?
Әгәр ир менән ҡатындың һәр береһе үҙ намаҙын яңғыҙ уҡыһа, улар теләгәнсә – йәнәш тә, айырым да тора ала. Йәмәғәт менән уҡыһалар, ҡатын кеше иренең артына барып баҫа. Әгәр ҙә иптәше ҡатынына, артта тор, тип әйтеп, намаҙын башлаһа, ә хәләл ефете иһә, ошо ваҡытта йәнәш баҫып уҡыһа, был осраҡта гүзәл заттың намаҙы ҡабул булмай. Әгәр ҙә ир, ҡатынына үҙенең янында торорға рөхсәт итеп, имам булараҡ, намаҙын башлаһа, был ирҙең намаҙы боҙола. («Хәшийәтү Тахтауи»)
Әгәр ҙә мин, аҡсаны долларҙарға алыштырып, сит ил валютаһының курсы күтәрелгәнсе уларҙы һаҡлап, һуңынан һумдарға алмаштырып табыш алһам, был рөхсәт ителәме?
Дөрөҫ аңлаһаҡ, һеҙ долларҙы арзанайған сағында һатып алаһығыҙ ҙа, хаҡы артҡас, кире һатаһығыҙ. Был осраҡта һумды долларға алыштырыу һәм киренән һумға әйләндереү рөхсәт ителә. («Бүхус фи ҡаҙәйә фикһиә Мүғәссира»)
Дин ҡанундары буйынса йәшәгем килә, намаҙға баҫһам да, бишеһен дә уҡыйым, тип әйтә алмайым. Аллаһ бойорһа, тиҙҙән бөтәһен дә уҡый башлармын. Әлеге көндә иң ҙур проблемам: башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙан баш тарта алмайым. Үҙем өйләнгәнмен, өс йәшлек улым үҫә. Ҡатыным икенсе бәпескә ауырлы. Бындай гонаһ ҡылғас, мин эгоисмындыр ул. Быны нисек туҡтатырға мөмкин? Бәлки, мине ҡатыныма мәжбүри рәүештә өйләндергәнгә шулай килеп сығалыр? Сөнки мин уны туйға ҡәҙәр ни бары ике тапҡыр ғына күрҙем, һәм ул саҡта йөҙөндә макияж ине. Туй көнөнән һуң ысын ҡиәфәтен күрҙем. Минең шундуҡ уға ҡарата теләгем һүнде. Уның да миңә иҫе китеп бармай. Яман ғәҙәтемде ташларға теләйем, яҡшы атай һәм ир булғым килә. Нисек ошонан туҡтарға?
Һәр кеше икенсе енескә тартыла. Был Аллаһу Тәғәләнең һынауы. Диндар кеше, гонаһтан тыйылып, үҙ теләген хәләл юл менән ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Аллаһу Тәғәлә беҙҙән мөмкин булмағанды талап итмәй. Әгәр беҙ тыйнаҡлыҡ, тәҡүәлек күрһәтһәк, бының өсөн әжер-сауабы ҙур Аллаһтың. Әгәр ҙә нәфсебеҙ нимә теләй, шуны эшләһәк, Раббыбыҙ ҡанундарын боҙоп, ҙур гонаһлы булабыҙ, Аллаһтың асыуын килтерәбеҙ, ике донъяла ла бәхетһеҙ булабыҙ.
Гонаһығыҙҙы танып, унан ҡотолорға теләүегеҙ, Аллаһтан ҡурҡыуығыҙ, ниәтегеҙ, ысынлап та, ихлас булһа, Аллаһу Тәғәләнең һеҙгә ярҙам итеүенә өмөт уята. Ошо ниәтегеҙҙән ситкә тайпылырға юл ҡуймағыҙ. Был гонаһты хәләл ефетегеҙҙең тышҡы ҡиәфәтенә бәйләү – ул был яман ғәмәлде аҡлау һәм шайтандың вәсүәсәһе. Тормош маҡсатығыҙ ниндәй, шул хаҡта уйланығыҙ. Беҙ бит, Ғаләмдәр Хужаһын танып-белеп, Уға хеҙмәт итер өсөн, ғибәҙәт ҡылыр өсөн яратылғанбыҙ. Аллаһтан һәм Уның алдында һәр ҡылған ғәмәлебеҙ өсөн яуап бирер, имтихан тотор Ҡиәмәт көнөнән ҡурҡығыҙ. Шулай уҡ ошо гонаһтың һеҙҙә генә туҡталып ҡалмауы иҫегеҙҙә булһын. Аллаһ ошондай гонаһ менән һеҙҙе ҡатынығыҙ, ҡыҙығыҙ, һеңлегеҙ һ.б. аша ғазаплаясаҡ. Имам әш-Шәфиғи әйткән: «…Зина ҡылыу – бурыс. Әгәр шул ғәмәлде ҡылһаң – өйҙәгеләрең менән бурысыңды түләйәсәкһең».
Ҡатынығыҙҙы уйлағыҙ. Ул һеҙгә малай табып биргән, һәм йөрәк аҫтында тағы бер бала йөрөтә. Хәләл ефетегеҙ өсөн терәк булыу, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреү урынына, һеҙ башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән йөрөйһөгөҙ!.
Бөтә гонаһтарығыҙ өсөн үкенегеҙ, ихлас тәүбә ҡылығыҙ, был ҡылыҡҡа кире ҡайтмаҫҡа ниәтләгеҙ, һәр ваҡыт Аллаһу Тәғәләнән гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорағыҙ, биш намаҙығыҙҙы ла уҡығыҙ. Раббыбыҙҙың насип иткәнен ҡабул итегеҙ, ҡатынығыҙға, балаларығыҙҙың әсәһенә ихтирам-илтифат күрһәтегеҙ. Быларҙың барыһы ла һеҙгә әсә ҡарынында уҡ алдан билдәләнгән.
Минең шундай насар ғәҙәтем бар: ныҡ күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Яман һүҙҙәр ысҡындырып кешеләрҙе рәнйетәм, ғәйбәт һөйләйем. Даими уҡып йөрөр өсөн берәй доға, Ҡөрьәндән аят-сүрәләр өйрәтһәгеҙ ине. Был ғәҙәттән нисек ҡотолорға? Тик тормаған телем арҡаһында кешеләр ҙә минең хаҡта насар фекерҙә, минең менән дуҫлашыу ғына түгел, аралашҡылары ла килмәй.
Тәҡүә, Аллаһтан ысын ҡурҡыу булһа, кеше телен тыя ала. Аллаһтан ҡурҡмаған кеше теләһә нәмә һөйләй ала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәһәннәм әһелдәренең күпселеге унда тел гонаһтары өсөн эләгә, тип иҫкәртте.
Ҡөрьәндә яман һәм ялған һүҙ йөрөтөү, тел гонаһтары асыҡтан-асыҡ тыйыла. Улар Аллаһтың асыуын килтерә. Аллаһҡа ысын күңелдән ышанған кеше, быны белә тороп, ундай гонаһтан йыраҡ булырға тырышыр.
Көсһөҙ икәнегеҙҙе танып, ҡылған эштәрегеҙ өсөн үкенеүегеҙ яҡшы. Телегеҙҙе тыйырға өйрәнегеҙ, кәрәк саҡта ғына һөйләгеҙ. Тәүге хаҡ хәлифебеҙ Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ та бушты һөйләүҙән, тел гонаһтарынан һаҡланыр өсөн ауыҙында таш йөрөткән икән. Ауыҙығыҙҙы үлсәп асырға тырышығыҙ, шулай уҡ: «Аллаhүммә сәддид ҡальби, үә сәддид лисәни» («Эй Аллаһ, йөрәгемде һәм телемде гонаһтан һаҡла»), − тип, доға ҡылығыҙ.
Йортон һатҡан кеше һатып алыусыһына түләүҙең өс төрөн тәҡдим итә. Әммә һатып алыусы, береһен дә һайламайса, аныҡ билдәләнгән хаҡты раҫламай, өй өсөн, ҡасан теләй, шунда түләй башланы. Йәғни, әйтәйек, ғинуарҙа түләй ҙә, шунан инде май-июнь аҙағына тиклем һуҙа ла түләп ҡуя һәм тағы ла бер нисә ай түләмәй йөрөй. Түләүҙәр билдәләнмәгән. Икеһенә лә ярарлыҡ килешеү һаман төҙөлмәгән. Был осраҡта дин буйынса һатыусыға ни эшләргә? Һатыусы контрактты өҙөп, түләнгән аҡсаһын кире ҡайтара аламы? Һатыусы хаҡты ҡайтанан ҡарай аламы?
Дин буйынса, килешеү раҫланһын өсөн, өйҙө күпмегә һаталар, шул хаҡты билдәләү талап ителә. Һатыусы үҙ тауарын тәҡдим итеү менән, һатып алыусы уны ҡабул итһә, был эш килешелгән, тип һанала, һәм һатып алған кеше килешелгән хаҡты түләп ҡуйырға тейеш. Әгәр ҙә ошо сумманы бүлеп түләү тураһында килешеү ҡаралһа, һәр түләүҙең ваҡыты һәм күләме билдәләнергә тейеш.
Был осраҡта, һөйләшелгән хаҡ ҡуйылмағас, килешеү үҙ көсөнә эйә түгел. Һатып алыусыға түләгән аҡсаһы кире ҡайтарылырға тейеш, ә йорт иһә һатыусы милкендә ҡала. Йортон һатырға теләһә, хужа яңынан шул уҡ кешегә өйөн һатып алыуҙы тәҡдим итә ала. («Радд әл-Мөхтәр»)