«Дәғүәт юлында дан өсөн йөрөмәйем...»
«Дәғүәт юлында дан өсөн йөрөмәйем...»
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рәмилә Бәхтиева менән гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы таныш. Уның беҙҙең баҫмабыҙҙа урын алған тәрбиәүи темаларға ҡағылышлы төплө фекерҙәре күптәрҙең күңеленә хуш килде. Был ихлас күңелле, эшлекле ханымдың иманға өндәү юлында башҡарған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Үҙе йәшәгән төбәктә 800-гә яҡын кешегә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙыртып таратыуға өлгәшкән Рәмилә Сәфәрғәли ҡыҙынан эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын үтендек.
«Әс-Сәләм» гәзите редакцияһы
Дингә өндәү иң беренсе кешенең ҡиәфәтенән, тышҡы торошонан, кейеменән башлана. Дөрөҫ итеп кейенеү – ул Аллаһу Тәғәләне ҙурлау. Шуға ла халыҡ араһына сыҡҡанда, үҙеңде дөрөҫ итеп тотоу бик мөһим: фиғелең, булмышың менән һин башҡаларға өлгө булырға тейешһеңдер, тип уйлайым.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары менән эшләй башланым. Ниндәй маҡсат менән? Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әҙәбен, әхлағын матурлау, зиһенен яҡтыртыу ниәте менән. Күңел ҡушыуы буйынса ауылдарға сығып китеп, осрашыуҙар үткәреп йөрөйөм. Ошо эшемде шул тиклем яратып башҡарам. Халыҡ та бик йылы ҡабул итә, сөнки мин был эшкә бар йөрәгемде, ихласлығымды һалам. Һәр береһенә йылы һүҙҙәр табып, күңелен күрерҙәй фекерҙәр әйтеп, уларҙы ҙурлап, баһалап, бәләкәй генә булһа ла ҡаҙаныштарын ҙурлап күрһәтергә тырышам. Мәктәптә эшләгәндә уҡыусыларыма ҡарата ла шундай мөнәсәбәттә булдым.
Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат, тиҙәр бит. Был минең тормош девизыма әйләнеп килә, тиһәм дә була. Кеше нисек кенә кәмһетеп, нисек кенә хурлап тормаһын, матур яғын табырға тырыша торғайным. Был сифат минең йәш сағымдан килә. Аҡморон мәктәбендә уҡытҡанда ла, Илеш районында эшләгәндә лә, уҡыусыларыма гелән: «Матур булығыҙ, күркәм булығыҙ, яман һүҙ артынан яман һүҙ китә.Ҡуйыра, яманлыҡҡа килтерә. Һеҙ матур булып ҡалығыҙ», – тиер инем. Күңел матурлығына ынтылыу кешенең үҙенең күңеленән торалыр ул. Бәлки, һәр кем дә шулай эшләй алмайҙыр, белмәйем. Миңә ҡалһа, кеше ни тиклем насарлыҡ эшләй икән, мин уға шул тиклем үк яҡшылыҡ эшләргә тырышам. Мин шунан ләззәт табам. Кенә ҡыуып йөрөүҙе хуп күрмәйем. Кемгәлер үсегеү, үпкәләү юҡ. Уға мин ваҡытымды ла әрәм итмәйем.
Был сифат миңә атайымдан күскәндер. Уны ла, ябай ауыл көтөүсеһен, үҙ заманында ни тиклем күп рәнйеттеләр, кәмһеттеләр, әммә уның үҙенең бер ҡасан да кеше күңелен китерҙәй һүҙ әйткәне булманы. Кеше кәмһетергә тырышһа ла, Аллаһу Тәғәлә уны шул тиклем итеп ҙурлап ҡуйҙы! Ул ҙур ғаиләһе менән хатта Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһап йөрөнө. Үҙенә уҡыу эләкмәһә лә, бар балалары ла юғары белемгә эйә булды. Атайым уларҙың һәр береһе менән ғорурланып ултыра торғайны.
Үрҙә әйтеүемсә, күркәм ҡатын булғас, ул һәр йәһәттән дә күркәм булырға тейеш. Өйҙә лә,эштә лә, урамда ла, табында ла. Ҡайҙа ғына булмаһын, ул өлгө булырға тейеш. Хәҙер беҙҙең табындар, аяттар ирҙәр менән бергә үтә бит инде. Бына шул ваҡытта ла, ҡатын-ҡыҙҙарға әйтеп торам: «Әгәр хәләл ефетегеҙ менән бергә саҡырылып ирегеҙ аятҡа бармай икән, һеҙ ҙә йөрөмәгеҙ. Ирегеҙ өйҙә ҡала икән, һеҙ ҙә өйҙә ҡалығыҙ. Ул ниндәй ғиллә, һеҙ аяттарҙа, ифтарҙарҙа йөрөп, ирегеҙ өйҙә ултырһа. Улай дөрөҫ булмай, улай матур булмай». Аптырайҙар. «Нисек инде улай?» – тиҙәр. «Шулай! – тием. – Әгәр ҙә һеҙ ирегеҙҙе матур итеп ихтирам итәһегеҙ икән, Аллаһу Тәғәлә һеҙҙе ихтирам итер». Бына шундай вәғәздәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләргә тырышам. Мин әлегә уларға Ҡөрьән өйрәтмәйем, мин уларға әллә ниндәй ҙур яңылыҡтар әйтмәйем. Мин үҙемә Аллаһу Тәғәлә тарафынан бирелгән ғилем аша дингә күндереү, намаҙға баҫтырыу, дөрөҫ итеп кейендереү, күндәм генә ултырып Ҡөрьән аяттарын тыңлау тураһында аңғартам. Бихисап эштәр эшләнде, әммә тәрбиә эшендә ҡатын-ҡыҙҙың ролен күҙаллаһаң, башҡараһы эштәр тағы ла күберәк. Күп ерҙәрҙә йөрөйөм, аят тыңлай белмәйҙәр.
Ҡатын-ҡыҙ әҙәпле, әхлаҡлы була икән, тәһәрәтле-намаҙлы була икән, ризығы ла татлы, хәләл була. Тәһәрәтһеҙ бешерелгән ризыҡты иребеҙгә, балаларыбыҙға ашатһаҡ, беҙҙән файҙа юҡ. Ризыҡ бешергәндә, тәһәрәтле, намаҙлы, доғалы булһаҡ – шул үҙе тәрбиә. Шул үҙе әҙәп. Бөтөн эш тә Бисмилләһ менән башланырға тейеш өйҙә. Бына шул юҫыҡта эштәр башҡарырға тырышам. Хәмер эскән ҡатындарҙы, яңылыш юлға баҫҡан ҡатындарҙы намаҙға баҫтырып йөрөйөм. Ундайҙар менән дә әңгәмә ҡора белергә кәрәк. Был еңел түгел, әммә мин был эште хуп күрәм. Әле, Ҡөрьән уҡығанға тиклем, бына ошолай итеп тәрбиәләргә кәрәк, тип уйлайым ҡатын-ҡыҙҙы. Был Аллаһу Тәғәләнең тәҡдирелер инде: бер ҡасан да еңел юлды һайламайым. Хатта төштәремдә лә йә текә тауға менәм, йә күкрәгем йәки ике яурыным менән ер һөрәм икән, тип күрәм. Дин таратыу юлындағы тәғәйен вазифам ошолор, тип ҡабул итәм.
«Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыуҙы шул тиклем яратып башҡарам.
Тәүге йылда районда ни бары ете кеше генә яҙылды. Хәҙер бишенсе йыл киткәндә ете һаны эргәһенә ике ноль өҫтәлде.
Бәлки, бөтә кешегә лә бирелмәйҙер был эш. «Бына күршең бер йыл инде ошо гәзитте алдырып уҡый. Бер генә тапҡыр булһа ла, ошо баҫма тураһында әйткәне булманымы ни?» – тиһәң. «Әллә-ә-ә...» – тиҙәр. Матур итеп халыҡ менән осрашып, аңлатып, бер-берегеҙгә күрһәтегеҙ, гәзитте уҡығыҙ, тип әйтеп китәм. Кеше бит аралашыуға, һөйләшеүгә һыуһап йәшәй. Иң мөһиме, кешенең күңеленә асҡыс таба белеү. Ул сағында «Әс-Сәләм»де улар һис шикһеҙ алдыралар. Урам буйына бер сығыу ғына бурыс. Әле юҡ, яҙылмайым, кәрәкмәй, тигән кешеләр юҡ тиерлек.
Иптәшем менән аяттарға, Ҡөрьән аштарына йөрөйбөҙ бит инде. Шунда һөйләйем. Һүҙҙе оҙон сурытмайым. Иптәшемдең рөхсәте менән генә табындың аҙағында һәр ваҡыт һүҙ алып, бер генә минут, ике генә минут һөйләһәң дә, кеше ҡабул итә. Бик ҡыҙыҡһыналар һәм яҙылалар. Ошо гәзит менән бик ҡәнәғәттәр.
Өйҙә күп Мәүлит мәжлестәре үткәрергә тырышам. Үткән йыл Рабиғел-әүүәл айында өс тапҡыр район ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып алдым. Һәр мәжлескә утыҙлаған ҡатын саҡырылды. Минең барыуға ҡарағанда, уларҙың килеүе улар өсөн бер байрам булды. Бер нисә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын саҡырам. Шул тиклем ҡәнәғәт булып ҡайталар. Осрашып-һөйләшеп, күңелдәре булып, бергә намаҙҙар уҡып. «Әс-Сәләм» гәзитен ошо мәжлестәрҙә лә яҙҙырам. Әле быйыл да ике тапҡыр йыйып алдым.
Яҙҙырыуы бер, ауылдарға таратыу буйынса ауырлыҡтар булғылай. Күп бит. Әл дә генә ярҙамсыларым бар. Ауылдыҡылар үҙҙәре килеп алалар гәзитте. Минең ватсапта «Әс-Сәләм» тигән төркөмөм бар, шунда гәзит буйынса яңылыҡтарҙы яҙып торам. Ҡала буйынса үҙем таратырға тырышам. Ауыл кешеләре баҙарға килеп тора бит инде, улар аша биреп ҡайтарам. Ауыл яғына киткән автобустарға ла алып сығам. Әле 1000 дана дини календарь эшләтеп алдым. Кем гәзиткә яҙыла, шуға үҙемдең исемдән бүләк итеп йөрөйөм. Хаҡына ҡарамайым, саҙаҡа итеп бирәм. Йыл башында Баймаҡ районында «Әс-Сәләм» гәзитен таратыусыларҙың йыйынын үткәрҙем. Үткән йылға йомғаҡ яһалды, әүҙем эшләгәндәргә бүләктәр тапшырылды.
Әңгәмәсеңдең кимәленә ярашлы, уның хәленә инә белһәң, ул да һине аңлай. Әгәр һин үҙеңде юғары ҡуяһың икән, улай эш бармай. Һәр ваҡыт матур мөғәмәләлә булырға кәрәк. Атайымдың һүҙе була торғайны «Һәйбәт булһа, матур була» тигән. Һәйбәт булһаң, эшең һөҙөмтәле була. Быны мин һис кенә маҡтаныуһыҙ, маһайыуһыҙ әйтәм. Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтлемен ошо эште насип иткәненә. Ҙур сауаплы эш икәнен беләм, инде яратып башҡарам.
Өйҙән кеше өҙөлмәй. Кәңәш һорап та мөрәжәғәт итәләр, ҡайғы-хәсрәтен бушатыусылар ҙа, сиргә һабышҡандар ҙа килә. Шул ваҡытта намаҙлыҡтар, тәсбихтәр әҙер ята. Кемеһенә һатаһың, кемеһенә бүләк итәһең. Кемделер шунда уҡ намаҙға баҫтырып ҡуяһың. Ул эш бергә бара.
Дәғүәт юлында дан өсөн йөрөмәйем, шөһрәт өсөн йөрөмәйем, аҡса өсөн йөрөмәйем. Ниндәйҙер килем алайым, ниндәйҙер бүләк алайым, тигән уйым юҡ. Ихлас күңелдән эшләйем. Инде имен-аман ғына дауам итергә насип итһен!