Йортта Ҡөрьән уҡытыу – ҙур ғибәҙәт

Йортта Ҡөрьән уҡытыу – ҙур ғибәҙәт

Һуңғы ваҡытта миңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр, ошоға яуап итеп, гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына әҙерләгән мәҡәләмде тәҡдим итәм. Аллаһ Илсеһенең ﷺ мөбәрәк шәриф хәҙисендә: «Кем Аллаһу Тәғәләгә иман килтерә, Ҡиәмәт көнөнә ышана − үҙенең ҡунағына хөрмәт күрһәтһен», – тиелә. Беҙ, әлбиттә, барыбыҙ ҙа Аллаһу Тәғәләгә ышанабыҙ. Әммә ләкин, ҡунаҡ саҡырабыҙмы, уларға ниндәй хөрмәт күрһәтәбеҙ, Ҡөрьән уҡытабыҙмы? Был турала барыбыҙға ла уйланырға урын бар.

 

Ҡунаҡтың хөкөмө өс көн. Ситтән килгән кешене, мосафирҙы, хәлдән килгәнсә, өс көн хөрмәт итеп, ҡунаҡ итеү – беҙҙең өҫтөбөҙгә динебеҙ менән билдәләнгән бурыс. Өс көндән артығы саҙаҡа булып иҫәпләнә. Хатта шулай ҙа булғылай: беҙ ҡунаҡ саҡырған ваҡытта мулла һәм башҡа ҡунаҡтар сығып китеү менән шаярып: «Әйҙә, иркенләп, сәй эсеп алайыҡ әле», – тибеҙ. Иғтибар итеп ҡараһаҡ, был кешеләрҙән ҡотолдоҡ, тигән һымаҡ килеп сыға түгелме? Улар беҙҙе мәшәҡәтләгән кеүек килеп сыҡмаймы? Ҡунаҡ беҙҙең тормошҡа мәшәҡәт өҫтәнеме ни, ҡыйын булдымы ни беҙгә? Әлбиттә, улай түгел. Ҡунаҡтарҙың барлығын үҙебеҙгә ҡыйынлыҡ итеп күрергә тейеш түгелбеҙ. Һәр тантананан, һәр мәжлестән рәхәтлек, йылылыҡ алырға тейешлебеҙ.

Әгәр һеҙгә, көтмәгәндә, ауылдан шылтыратып, берәй кем, килеп етәм, тип иҫкәртһә, кәйефегеҙ ҡырылырмы ни? Әллә, билдәләнгән пландарығыҙ юҡҡа сығасаҡ, тип кәйефегеҙ төшөрмө?

Беҙгә ҡайһы ваҡыт: «Хәҙрәт, Ҡөрьән уҡытырға кәрәк ине йортҡа. Атай-әсәйҙең мәрхүм булғанынан башлап йортобоҙға Ҡөрьән уҡылғаны юҡ, Ҡөрьән ингәне юҡ», – тип әйтәләр. Улар мөмкинлектәре, ваҡыт юҡлығына, ремонт бөтмәгәненә һәм башҡа күп төрлө мәшәҡәткә һылтана. Әлбиттә, ул мәшәҡәт бер ҡасан да бөтмәй. Маҡсатҡа ирешер өсөн, улар ҡамасау түгел. Булғанына шөкөр итеп, йыйылырға мөмкинлек табып, 30-40 кеше йыймаһаң да, өсәү-дүртәүҙе саҡырып, яҡын кешеләрең менән Ҡөрьән уҡытыу, әлбиттә, бик сауаплы, хәйерле ғәмәл ул.

Килгән ҡунағың һиңә ун төрлө бәрәкәт менән килә. Һәм уның бер өлөшөн генә ашай. Әммә ҡалған туғыҙ өлөшө һинең тормошоңа, йортоңа, нигеҙеңә бәрәкәт булып ҡала. Тағы ла ниндәй бүләк менән килә һуң ҡунаҡ, беләһегеҙме? Әгәр ҙә ул һеҙгә затлы бүләк алып килер булһа, уны һеҙ тынғыһыҙлыҡ менән көтөр инегеҙ, бәлки, ҡаршы ла барып алыр инегеҙ. Мәҫәлән, йорт бирәм тиһә?! Ә беҙ белмәйбеҙ, килгән ҡунаҡ, бәлки, иң затлы йорттарҙан да ҡәҙерлерәк бүләк менән киләлер. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ошо ҡәҙерле ҡоло аша тормошоғоҙға бәрәкәт өҫтәй. Ә бит, уйлап ҡараһаң, был эш – Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ мәшһүр хәҙисен, уның сөннәтен үтәү – тормошобоҙға тағы ла рухи яҡтылыҡ өҫтәй.

Ҡунаҡты ҡабул итергә сәйең, әҙерәк шәкәрең дә булһа, бәлки, кәнфитең дә табылыр, әҙерәк икмәгең булһа, шул етмәйме? Матур итеп һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер, тип әйтәләр беҙҙең халыҡта. Түр башында оло ғалимдар, юғары вәғәз һөйләй торған муллалар булмаһа ла, ҡәҙерле ҡунаҡ йортоғоҙҙо насар энергетиканан, ҡара көстәрҙән таҙарта. Бик һөҙөмтәле ысул был! Ысынлап та, был ысул һыналған, быуындан-быуынға бөгөнгә тиклем эшләп килә.

Күңелгә яҡын кешеләрегеҙ хәләл аш табынында ихлас күңел менән Аллаһу Тәғәләне ҙурлап йыйылған – был иң мөһиме! Был табында бер нисә аят ҡына уҡылһа, ҡыҫҡа ғына салауат әйтелһә, ябай ғына теләктәр теләп, доғалар ҡылынһа ла, был мәжлес иң матур, иң йылы, күңелгә ятышлы сара буласаҡ.

Аллаһ Илсеһе Мөхәммәд Мостафа ﷺ: «Ҡөрьән уҡылмаған йорт ташланған ҡәберлеккә тиң», – тигән. Шуның өсөн дә үҙебеҙ уҡып торғандан тыш, йортобоҙҙа, хәлдән килгәнсә, Ҡөрьән аяттары уҡытып тороу изге ғәмәлдер. Күркәм табында саҙаҡалар таратабыҙ, йәмәғәт менән доғалар ҡылабыҙ, вәғәздәр тыңлайбыҙ, һорауҙарыбыҙға яуап алабыҙ, бергә дуҫтар, туғандар, күршеләр йыйыла. Был эш ниндәй ҡануниәткә тап килмәй һуң?

Йола ғына түгел ул Ҡөрьән уҡытыу, ул бер ҙур ғибәҙәт тә, һәм беҙ уның һөҙөмтәһен бөтәбеҙ ҙә күргәнебеҙ бар. Аллаһу Тәғәлә изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһен, ниәтебеҙҙе дөрөҫ ҡылһын. Амин.

 

Нурмөхәмәт хәҙрәт Нуриев,

Өфө районы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...