Балаларға ҡағылышлы им-том йолалары

Балаларға ҡағылышлы им-том йолалары

Әйтеп киткәнебеҙсә, хәҙерге ваҡытта бүҫер (өс йән), күкрәк шешен (мастопатия), тимерәү, күҙгә сыҡҡан арпаны һәм сөйәлде имләү, ҡот ҡойоу, мейе үлсәү кеүек йолаларҙы белгән кешеләр юҡ кимәлендә. Яңы тыуған сабый балалар өсөн бик кәрәкле был йолаларҙы белгән, балаларға шуның менән ярҙам күрһәткән кешеләр һәр заманда ла булырға тейештер.

 

Атайымдың әсәһе, өләсәйем Әлфирә Хажихәйҙәр ҡыҙы Ғәзизова бик күп ярҙам һорап килгән өлкәндәрҙе һәм балаларҙы им-том менән дауалап ҡайтара ине. Өләсәйем Әлфирә 1923 йылда «Кейәүеште» (бөткән ауыл) ауылында икенсе бала булып донъяға килгән. Тоҡомонда уҡымышлы муллалар күп булған. Мин бәләкәйҙән өләсәйемдең матур, моңло тауышы менән әйткән мәғәнәле, фәһемле мөнәжәттәрен тыңлап үҫтем һәм, шуның араһында ярҙам һорап килгән кешеләрҙе имләгәндә, миңә лә: «Балам, ҡарап, өйрәнеп тор, мин хәҙер олоғайҙым, минән һуң һин дә, Аллаһу Тәғәлә ярҙамы менән балаларҙың бүҫерен имләрһең, ҡот ҡойорһоң», − тип өйрәтеп торор ине.

1) Бүҫер («өс йән») имләү» йолаһы. Бүҫер ғәҙәттә яңы тыуған сабый балаларҙа барлыҡҡа килә, сөнки бала табыу йортонда табиптар баланың кендеген шунда уҡ, йәғни, бала тыуғас та киҫәләр һәм бала кендегендә һауа тороп ҡала, һуңынан бала шунан яфалана. Бүҫерҙең барлығын хәҙер табиптар үҙҙәре үк әсәгә: «Имсегә барығыҙ, бүҫерен имләтегеҙ», − тип әйтеп сығара. Бүҫерле баланы ата-әсә һуңлатмай (бүҫерен «аҙҙырмай») алып килһә, дауалау еңел, бер имләгәндә үк бүҫере бөтә, икенсе тапҡыр килеү ҙә кәрәкмәй. Әгәр һуңлатып алып килһәләр, баланың бүҫере (эсе) ҙурая һәм бер нисә тапҡыр имләргә кәрәк була. Бүҫер баланы бик ыҙалата, яфалай, бала тынысһыҙ була, илай, мыжый, сөнки бүҫер эстән баланы һура, йонсота. Бүҫер булғанда, баланың эсе өскә бүленеп тора һәм шуның ике йәнен имләп «үлтерер» кәрәк. Бүҫерҙе имләү өсөн, йортта булған иң ауыр, «бысраҡ», «ҡурҡыныс» булған әйберҙәрҙе йыйырға. Был әйберҙәргә бысаҡ йәки ҡайсы, сәнске (вилка), таш, күмер, ҡайраҡ, ағас киҫәге, калуш йәки тапочка һ.б. инә.

Баланы түшәккә һалып, эсен асырға һәм баланың әсәһе имләгән кешенән: «Ни имләйһең?», − тип имләүсенән һорай. Имсе: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим, «өсйән» имләйем. Аллаһу Тәғәләгә тапшырып, Уның ярҙамы менән ике «йәнен» үлтерәм, бер «йәнен» ҡалдырам. Мәҡәмең1 бында түгел, ай ҙа ҡайта, көн дә ҡайта, һин дә ҡайт. Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы», − тип алдан әҙерләп ҡуйған әйберҙәрҙең һәр береһе менән баланың эсенә өс тапҡыр һаҡ ҡына баҫып ала. Имләп бөткәс «әл-Фәтиха», аят «әл-Көрси», «әл-Ихлас», «әл-Фәләҡ», «ән-Нәс» сүрәләрен уҡып, баланың эсен һаҡ ҡына ыуып өшкөрөргә һәм ултырып доға ҡылырға. Шулай уҡ әсә кешенең, ғөмүмән алғанда, күкрәгендә шеше (мастопатия) булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәген дә ошо им менән имләйҙәр.

2) «Ҡот ҡойоу» йолаһы. Ҡурҡҡан, күҙ тейгән балаға йәки өлкән кешегә ҡот ҡойоу (йөрәк ултыртыу). «Ҡот» осоу, йәғни берәй нәмәнән йәки кемдәндер бик ныҡ ҡурҡыу. Ҡурҡҡан ваҡытта йөрәк тертләй, һикереп киткән кеүек була, йәғни, йөрәк урынынан күсә (медицина фәне әйтеүенсә, йөрәктең үҙ «урыны» була). Ҡурҡыуҙы дарыуҙар менән дауалап булмай һәм психологтар ҙа ярҙам итә алмай. Шуға күрә, ауырыу көсәймәҫ элек, йөрәкте урынына «ултыртырға» кәрәк, сөнки ауырыу аҙып китһә, аҙағы ҡурҡыныс, фәжиғәле барып бөтөүе мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай миҫалдар бик күп. Сөнки ислам дине буйынса, ен-шайтандар, кеше бик ҡурҡҡанда, «ҡото осҡанда», уның эсенә инеп ултырыусан.

Был йоланы башҡарыу өсөн артыҡ күп әйбер кәрәкмәй. Бәләкәй тимер табаҡҡа (сеүәтә) әҙерләнгән йылымыс (эҫе булмаһын) һыу һәм һыу эсенә көмөштән булған тәңкә (алҡа, балдаҡ, беләҙек) һалырға мөмкин, сөнки көмөшлө һыу файҙалы. Баш бармак яртыһы ҙурлығындағы аҡ ҡурғашты (олово) кескәй генә табала йәки тимер аш ҡалағында иретергә (май ҡушмаҫҡа ла мөмкин). Ҡурғаш иреткәндә, Аллаһу Тәғәләгә тапшырып, «әл-Фәтихә», «әл-Ихлас» сүрәләрен, шулай уҡ түбәндәге «Ҡунүт» доғаһын уҡырға: «Аллааһүммә иннәә нәстәғиинүкә үә нәстәғфирукә үә нәстәһдик. Үә нүьминү бикә үә нәтүүбү иләйк, үә нәтәүәккәлү ғәләйкә үә нүҫнии ғәләйкәл-хайра күлләһү нәшкүрукә, үә ләә нәкфүрук. Үә нәхләғү үә нәтрукү мәй-йәфжүрук. Аллааһүммә иййәкә нәғбүдү үә ләкә нүсаллии үә нәсжүдү үә иләйкә нәсғәә үә нәхфид. Нәрджү рахмәтәкә үә нәхшәә ғәҙәәбәкә иннә ғәҙәәбәкә бил күффәәри мүлхиҡ» һәм һыуға өрөргә. Ҡурғаш иреп бөткәс, баланың (өлкән кешенең дә) башын сепрәк менән ҡапларға (ҡурғаш сәсрәп, тәнгә теймәһен өсөн күрелгән һаҡлыҡ сараһы), ҡурғаш ирегән ҡалаҡты (бәләкәй таба) баш түбәһенән өс мәртәбә уратаһың, «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» һәм «Кил ҡотом, кил ҡотом, ағым һыуҙай ағып кил, аҡ балыҡтай йөҙөп кил, минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы» тип, ҡурғашты йылымыс һыулы сеүәтәгә ҡойорға. Һыуға төшкәс, ҡурғаш ҡата һәм кешенең нимәнән (кемдән) ҡурҡҡаны ҡурғашҡа төшә, шулай уҡ күҙ тейеүҙе лә күрһәтә.

«Ҡот» ҡойолған ҡурғашты «изгеләштереү», үҙең менән алып йөрөү йәки муйынға элеп ҡуйыу һис тә кәрәкмәй, ул фәҡәт тимер киҫәге (припой – йәбештергес иретмә) генә. Әгәр икенсе тапҡыр ҡойоуға кәрәк булһа, билдәле урынға ҡуйып торорға йәки яңы ҡурғаш ҡулланыу мөмкин. Ләкин был халыҡ дауаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәжүсилеккә бәйләп башҡарыусылар күбәйҙе. Бындай кешеләр динде аңламай йәки диндән бөтөнләй йыраҡ бу-лыусылар.

Әгәр ҡот бер ҡойғанда төшмәһә, өс, биш, ете йәки туғыҙ мәртәбә ҡойорға мөмкин. Туғыҙ мәртәбә ҡойоп та төшмәһә, икенсе көндәре ҡабатларға кәрәк. Ҡот ҡойғандан һуң, кешенең йөҙө асылып, күңеле күтәрелеп китә, үҙе лә, йөрәге лә тыныслана. Күп кешегә ҡотто бер тапҡыр (урыҫса әйткәнсә, сеанс) өс-биш мәртәбә ҡойоу ҙа етә, ләкин кемгәлер бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк булған осраҡтар ҙа бар. Һуңынан ҡот ҡойған һыуҙы баланың (өлкән кешенең дә) башына, күкрәгенә, ҡул-аяҡтарына «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип һөртөргә.

Әгәр, ҡот ҡойоп та, йөрәк урынына ултырмаһа, йәғни, кеше үҙендә бер ниндәй ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәреш тоймаһа, тәүҙә, йылымыс һыуға он ҡушып, ҡамыр баҫалар, шуны йөрәк, түңәрәк формаһына килтерәләр һәм йөрәк «өҫтөнә» (тапҡырына) ҡуялар. Ҡамыр ултыртып та, кешенең хәле яҡшырмаһа, ул ваҡытта кешенең күкрәгенә тере тауыҡ «ултырталар». Тауыҡтың тәпәйҙәрен бәйләп (тырнаҡтары тәнде яраламаһын өсөн), сепрәккә төрөп, тауыҡ йөрәген кеше йөрәгенә тапҡырлап тауыҡты күкрәккә ултырталар. Бер сәғәт тирәһе ултырғас, тауыҡты иреккә сығаралар һәм, тауыҡ бер нисә сәғәттән үлә.

3) «Арпа» имләү йолаһы. Күҙгә арпа һыуыҡ тейеүҙән, йыуылмаған ҡул менән ышҡыуҙан йәки күҙ тейгәндән (һоҡланып ҡарауҙан) сығырға мөмкин. Күҙ ҡабағына сыҡҡан шеште бер бөртөк арпа ярмаһы менән һаҡ ҡына арпа сыҡҡан (күҙ тирәһенә) урынға төртөргә һәм, «Арпам арыш, мә ҡуҡыш» тип бер нисә тапҡыр ҡабатлап, йоҙроҡ менән «ҡуҡыш» (һиңә бер нәмәлә юҡ тигән мәғәнәлә) күрһәтергә. Һуңынан арпа бөртөгөн тауыҡҡа йәки бысраҡ һыуға ташларға кәрәк.

4) «Тимерәү (лишай) имләү» йолаһы. Был тирегә сыҡҡан яфа менән дә балаларҙы күп алып киләләр. Тимерәү күп осраҡта балаларға эт йәки бесәй менән уйнауҙан йоға. Тимерәүҙе имләү йолаһын үтәгәндә, асыҡ яҙған (һыҙған) ручка йәки ҡәләм менән, Аллаһу Тәғәләгә тапшырып, Унан ярҙам һорап һәм, аят «әл-Көрси»ҙе уҡып, тимерәү сыҡҡан урынды уратып һыҙырға. Тимерәү уратып һыҙылған урындан ситкә таралмай, бөтә.

5) «Мейе үлсәү һәм ултыртыу» йолаһы. Медицина буйынса мейенең дә йөрәк кеүек үк үҙенең «ултырған» урыны була. Кеше ҡапыл йығылһа йәки башын бик ҡаты бәрһә, башы әйләнеп, күңеле болғана. Был осраҡта ла, кешене дарыу эсереп, укол ҡаҙап ҡына дауалап булмай, ә халыҡ дауаһына, имселәргә мөрәжәғәт итәләр. Баш «күсеү» менән күп осраҡта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килә. Баш мейеһен үлсәү һәм «ултыртыу» йолаһын үтәү өсөн аҡ төҫтәге еп (элекке ваҡыттарҙа йүкә еп менән үлсәгәндәр), ручка (ҡәләм) йәки күмер киҫәге һәм таҫтамал (яулыҡ) кәрәк буласаҡ. Еп менән башты уратып, маңлай (танауға тап килтереп) тапҡырында епте ҡушып бәйләргә һәм ҡолаҡ остарын, шулай уҡ елкә «соҡорон» билдәләп, епкә ҡәләм менән билдә һалырға. Епте һаҡ ҡына баштан алып, ике ҡолаҡ остарынан, шулай уҡ елкә соҡоронан билдә һалынған һәм маңлайҙа бәйләнгән урындан тартып ҡарарға. Әгәр мейе «күсмәгән» булһа, ептең ике яғы ла тигеҙ буласаҡ, әгәр мейе «күскән» булһа, ептең алғы, артҡы йәки бер яғы тигеҙ булмай, ә оҙон булып торасаҡ. Аллаһу Тәғәләгә тапшырып, «әл-Фәтихә» сүрәһен уҡып, епте ауырыуҙың башы өҫтөндә бер нисә киҫәккә өҙөргә һәм ептең ҡайһы яғы оҙон булған булһа, шуның (баштың) ҡапма-ҡаршы яғына башты яулыҡ менән уратып, ныҡ ҡына тотоп, ләкин ауыртырлыҡ булырға тейеш түгел, һаҡ ҡына ҡулдың һырты менән һуғырға кәрәк, унан һуң кеше бер аҙ ятып торорға тейеш.

________________________________________

1 Торған урын.

 

 

Әминә Ноғоманова,

Сибай ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...