Ни ҡылһаң да, үҙең өсөн

Ни ҡылһаң да, үҙең өсөн

Сауҙа үҙәгенә индем. Әсәһе менән алты йәштәр тирәһендәге малайға иғтибарым йүнәлде. Малайҙың кейеме ябай ғына, әммә таҙа. Һөймәлекле генә бала, нимәлер алғыһы килә, тик һорамай.

 

Әсәһе осһоҙораҡ әйберҙәр ҡараштырған арала малай һаҡ ҡына кәштәнән төҫлө ҡәләмдәр, наклейкалар, фломастерҙар алып һыйпап та, еҫкәп тә ҡарай. Бабайҙар шикелле шундай ауыр итеп көрһөндө лә әйберҙәрҙе кире урынына һалды. Әсәһе эйелеберәк шым ғына: «Аҡса юҡ, улым», − тине. Малай һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Уның башындағы бәләкәй балаларҙыҡы кеүек тумалаҡ суҡлы башлығы саҡ ҡына һелкенеп ҡуйҙы. Йөрәгем өҙөлдө.

Бер секундтай уйланып торғас, пакет алып ҡәләмдәр, фломастерҙар, пластелин, наклейкалар, малайҙар яратҡан башҡа ваҡ-төйәктәр тултырып кассаға ашыҡтым. Аҡсаһын түләп, чекты пакетҡа һалдым. Кешене кәмһетмәй генә нисек бирергә? Бик нескә мәсьәлә.

Малайҙың әсәһе менән касса янына килеп еткәнен көтөп торҙом. «Һаумы, малай! Бөгөн тумалаҡ суҡлы (помпончик) башлыҡтар көнө. Һин белмәй инеңме ни?! Нисек инде?! Ә беҙ иң матур суҡлы тумалаҡҡа конкурс үткәрәбеҙ. Һин − еңеүсе! Был бүләк һиңә».

Малай көтөлмәгән хәлдән шатлыҡ тулы күҙҙәре менән шундай итеп миңә ҡараны! Ул нимәлер уйлап өлгөргәнсе, мин сығып йүгерҙем, күҙ йәштәремә ирек бирҙем. Таныш булмаған кескәй кеше балаларса ҙур шатлыҡ, өмөт, мөғжизәгә ышаныс тойғолары кисерҙе. Мин дә еңеллек һиҙҙем.

Ни ҡылһаҡ та, үҙебеҙ өсөн. Яҡшыһы ла, яманы ла. Изге ғәмәл бай уңыш булып ҡайта. Бәләкәй генә үҫентенән емеш баҡсаһы ҡалҡа. Тик барыһын да, бәндә риза булһын, тип түгел, Аллаһу Тәғәлә риза булһын, тип башҡарырға кәрәк. Шәйех Йәләлетдин Руми: «Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәлә ризалығы өсөн тырыш. Кеше ризамы, түгелме, унда һинең ни эшең? Аллаһтың ризалығын бәндә бирә алған менән сағыштырып буламы? Ҡәлебеңде кеше рәхмәтенә өмөт итеүгә түгел, ә Аллаһу Тәғәләнең ризалығын алыуға йүнәлт», − тигән.

 

Ислам календарынан

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...