Һөйөү һәм һөйөлөү

Һөйөү һәм һөйөлөү

Һөйөү һәм һөйөлөү

 

Кемдәрҙер үткән быуат артта ҡалған, инде кәрәге юҡ кеүек күрә. Йәнәһе, хәҙер алға китеш! Ә бит ғалимдарҙы тыңлаһаң, үткәндәргә ҡайтып, һығымта яһап һөйләйҙәр. Уҡыған, белемле, ниндәйҙер фән өлкәһендә эшләгәндәргә уҡымышлы ғалим исеме тиктән генә бирелмәгәндер. Шулай булғас, уларҙы ла тыңлау кәрәктер.

 

Әйтәйек, шул уҡ хискә бирелеү элек, боронғо дәүерҙә булмаған микән?

Кеше элек тә ғашиҡ булған, өйләнешкән, нәҫелен дауам иткән икән, әлеге теманы – һөйөүҙе ҡағиҙәнән ситкә бер нисек тә этәрә алмайбыҙ.

Мәҫәлән, элек димләү булған, ете быуынын тикшереп ҡарап өйләндергәндәр. Был инде еңел-елпе мөнәсәбәт түгел, нәҫелде лайыҡлы дауам итер өсөн, зат-ырыу үҙҙәренең киләсәгенә бик яуаплы ҡараған.

Был йола әлеге көндә лә бар, әммә быны йәшертен эшләргә тырышалар. Димләүҙе кәңәш итеү, тип аңлаһаҡ, кәңәшле эш тарҡалмаҫ тиергә була.

Аңлы кеше – егет булһынмы, ҡыҙ яғынанмы, никахтан алда яҡындарын буласаҡ хәләле менән таныштыра, кәңәшләшә, һығымта яһай. Кем генә булмаһын, матур ғаилә ҡороу уйы, ниәте менән никахта ҡултамғаһын ҡуя.

Республикабыҙ буйынса үткән йылдағы никах теркәү һөҙөмтәләрен алып ҡарағанда, 2022 йылда Башҡортостанда 23277 никах теркәлгән һәм 15918 никах тарҡалған. Был күрһәткестәр яҡшы түгел әлбиттә!

Күрше Татарстанды алһаҡ, шул уҡ 2022 йылда ике меңгә күберәк – 25476 никах теркәлһә, 13653 никах тарҡалған.

Әлбиттә, был күрһәткес сағыштырыу өсөн түгел, миҫал өсөн,уйланыу өсөн. Ә дөйөм алғанда, һөйөп-һөйөлөп йәшүебеҙҙең ниндәй кимәлдә икәнен күрһәтә түгелме? Уйланырға урын бар.

Кешеләр ниңә өйләнә? Уларҙы нимә берләштерә? Нимә ул һөйөү?

Мөхәббәт. Яратыу. Һөйөү... Ошо өс төшөнсә, дөйөм алғанда, бер мәғәнәгә эйә булһа ла, һәр ҡайһыһының тәғәйенләнеше башҡаса. Яратырға була балаңды, атай-әсәйеңде.

Һөйөүҙә тәкәбберлек юҡ. Көнләшеү юҡ. Кем менәндер сағыштырыу юҡ. Үҙеңә лайыҡлы итеп тәрбиәләп маташыу юҡ. Нисек бар – шулай һөйәһең. Булғанына риза булаһың. Әрләшеү, ҡысҡырышыу, бигерәк тә, бер-береңә ҡул күтәреү һөйөүгә хас түгел.

Һөйөү – ул өйләнештең дә, бер-ике йылда юҡҡа сыға торған нәмә түгел. Һөйөү хәрәкәт итеүҙе талап итә: үҙеңде өйрәнеү, яныңдағыңды аңларға тырышыу, төрлө яҡлап уға иғтибарлы булыу.

Берәүҙең хисенә икенсеһе шул уҡ тойғолар менән яуап бирмәһә, бәхетһеҙ һөйөүгә дусар булыуың бар. Мөхәббәт тойғолары кешелә иркенлек, йәшәүгә ынтылыш, өмөт барлыҡҡа килтерә. Шул өмөттө аҡлау өсөн хеҙмәт талап ителә: үҙ өҫтөңдә бик ныҡлап эшләү, ихласлыҡ күрһәтеү, бер-береңә ышаныу. Саф һөйөү, саф тормош – ышаныслы киләсәк икәнен онотмайыҡ.

Был турала Изге Ҡөрьән нимә әйтә (мәғәнәһе): “Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы бар итеү ҙә, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы һөйөү һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар” (30-сы сүрә, 21-се аят).

Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә: “Был тойғо тәбиғи, матур һәм кешегә Аллаһ тарафынан бирелгән,” – тип әйткән.

 

Сәйфулла Ғайсин, Әбйәлил районы

 

 

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...