Замана әйтемдәре

Замана әйтемдәре

• Яңғыҙлыҡтан да ҡурҡынысыраҡ бер нәмә лә юҡтыр. Заманы шулай бит: элекке ихласлыҡ юғала бара. Бер бәндәнең бүтәндәргә ихтияжлы икәнен онотмаһаҡ ине.

• Аллаһу Тәғәлә һәр кемде тигеҙ итеп яратҡан. Донъяға һыймағандарҙы яратмайым.

• Атайым менән әсәйем һуҡранғанда беҙгә: “Балаларығыҙ булһа, аңларһығыҙ әле”, – тип киҫәтә инеләр. Ысын шулай! Беҙ аңлап етмәгәнде тиҙ аңлата хәҙер ахырызаман балалары.

• Донъяның кеме генә юҡ! Кешеләр алдында түгел, Аллаһу Тәғәлә алдында яуап тотасаҡбыҙ.

• Мода артынан ҡыуып, хижәпкә төрөндө күп ҡатын-ҡыҙ; күпселеге шулай, уйламаҫтан, Аллаһу Тәғәләгә яҡынайҙы, Әлхәмдүлилләһ.

• Дини байрамдарҙа ғына түгел, мосолмандарҙың бер-береһенә мөнәсәбәте шулай гел яҡшы булһын ине.

• Доғаларҙы ятлау– бер, иң мөһиме: уларҙың мәғәнәһен аңлау һәм икеләнмәй күңелеңә (ҡәлебеңә, йөрәгеңә, булмышыңа) һалып ҡуйыу, аңлап етмәгәндәргә аңлатыу.

• Бер Аллаһтың ғына ҡоло булыуҙы хуп күрәм. Бәндәнең үҙ-үҙенә уйлап сығарған сик-ҡоршауҙарҙан сығып, ысын азатлыҡта йәшәү ул – Ислам тәғлимәте. Аҡылы бар быны инҡар итмәйәсәк.

• Имәндәй иманлылар күберәк булһын ине.

• Башҡортса яҙылғанды аңлар өсөн ошо изге ерҙә беренсе һулыш алыу зарур.

• Хоҙай был төбәкте һаҡларға аманат иткәнен аҙым һайын балаларға мотлаҡ үҙ телебеҙҙә аңлатыу зарур.

• Рух ныҡлығы барлыҡ мәкерле тоҙаҡтарҙан һаҡлай.

• Оҙаҡ йәшәү-йәшәмәүҙең дә ғилләһе бар. Кемдер ни өсөн йәшәгәнен дә белмәй, бер яҡшылыҡ эшләмәй донъянан үтә. Кемдер ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә мәңгелек дан ҡаҙана. Ана − Салауат Юлаев, ана − Шәйехзада Бабич, ана − Рәми Ғарипов... Уҡығыҙ, онотмағыҙ!

• Үҙе бәхетле кеше башҡаларға яманлыҡ теләмәй.

• Асыулы кеше шул асыуы менән ситтәргә генә түгел, үҙенең яҡындарына, дуҫтарына һәм хатта үҙенә лә зарар килтерә.

• Башҡорттоң ҡунаҡсыллығы – тәмле ризыҡ әҙерләгән ҡунаҡсыл хужа булыу ғына түгел, – үҙенең айырым бер этикеты булған оло бер сәнғәт тә ул.

Фәнүзә Бикҡужина, Өфө

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...