Ауылым муллаһы – ҡыҙылдар ҡорбаны

Ауылым муллаһы – ҡыҙылдар ҡорбаны

Әбелғата Ишемов (1865 - 13 ғинуар 1917)

 

 

Ауылыбыҙҙың инҡилабҡа тиклемге муллаларының береһе, ата- бабаһының төп сығышы ҡотанлы. Указлы мулла исеме Назараттың 2492-се Указы менән 1893 йылдың 12 майында раҫланған.

 

Төпкөлдә лә әленән-әле аҡтар, ҡыҙылдар, ҡоролтай, иҫкелек ҡалдығы, яңы власть тигән һүҙҙәр ишетелә башлай. Ауылға ҡораллы ят бауырҙар тула, илдә бола ныҡлап ҡужғып, дин әһелдәрен эҙәрлекләү йышая. Әбелғата мулла, айырым ғаилә булып күренеүҙәрен теләп, ҡыҙҙарын тиҙерәк башҡаландырырға була. Байтаҡ ҡына мал-монаят тейәп, кейәүгә күрше ауылдарға оҙата. Бөртөкләп йыйған хәләл донъяһы ла кемдәр ҡулына ҡалыуы, үҙе менән ниҙәр булыуы ла билдәһеҙ.

Күрше Ғәҙелгәрәйҙәге туғаны Ғилман Сәғитов, ғаиләһе менән бергә иҙән аҫтына кейеҙ түшәп, ят күҙҙәрҙән йәшереп йәшәтә. Мулла йорт-келәттәренең ишеген бикләмәй генә ябып китергә мәжбүр була. Сөнки, барыбер, аҡтарып, аҫтын-өҫкә әйләндерәсәктәр. Ғәҙелгәрәйҙән, ҡыҙылдар яғында йөрөгән һатлыҡ йән ауылдашының һүҙенә ышанып, (исем-шәрифе билдәле) иҫкесә Яңы йыл етте тигәндә, ғинуарҙың 13-сө көнөндә, доньяһына күҙ-ҡолаҡ булырға Ҡотанға ҡайта. Шунда үҙ ауылында, ялан яғынан килеп, алдан әҙерләнеп торған вәхшиҙәр ҡулына ҡаба.

Намаҙ уҡып ултырған еренән һөйрәп алып сығып китәләр. Тыҡрыҡтан барғанда, йөҙҙәренә төкөрөп өлгөрә. Ҡораллы әтрәгәләмдәргә ҡаршы, ялан ҡул булһа ла, шулай көрәшеп өлгөргән. Ауыл осона алып китеп, Суҡтал йылғаһы буйында ойоҡсан, ап-аҡ кейемле, аҡ күңелле, халыҡҡа иман таратыусы сираттағы йәнә бер зат бинахаҡҡа шулай харап ителә...

Әбелғата мулланың абыстайы Шәмсиә – зат-зәүере затлы нәҫелдән булып, әлеге Күгәрсен районы Аҡман ауылынан килен булып төшкән. Ауылда ҡыҙҙарҙы уҡыткан. Үҙ ҡыҙҙарына ла һабаҡ биргән. Уларҙың йәмғеһе ете балаһы иҫән ҡала. Боланан бер йылдан һуң, Шәмсиә инәй ҙә тамаҡ сиренән мәрхүм була.

Ауыл муллаһыҙ, ҡыҙҙар мөғәллимәһеҙ ҡала. Мулланың ҡыҙҙары күрше ауылдарҙа. Бәләкәй малайҙар − Аҡманда, өләсәләре эргәһенә китә. Ауыл етем төҫ ала. Инҡилаб елдәре үтһә лә, ығы-зығы баҫылмай әле. Халыҡ ас. Яңы властың ҡаҙнаһында аҡса юҡ.

Баш осонда болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра. Үҙҙәрен, комсомолбыҙ, тип танытып, башбаштаҡлыҡ ҡылыусылар һәр төбәктә лә күбәйеп китә. Ауылға йә аҡ кәпәслеләр һыбай килеп инә, йә ҡыҙыл кәпәслеләр килеп тула, үҙҙәрен яңы власбыҙ тигәндәре лә килеп баҫа. Береһе лә урындағы халыҡҡа көн күрһәтмәй, тапҡан-таянғандарын йә һорап, кемеһелер талап ала. Һаҡлыҡҡа йыйылған орлоҡтарҙы тартып алыу, өйҙәге самауырыңа тиклем тейәп алып китеүҙәр башлана. Йотлоҡ килә. Ауылдыҡыларға бер ҡайҙан бер ниндәй ярҙам булмай. Яҙылған үтенестәр тейешле еренә барып етмәй, етһә лә ҡаралмай. Өҫтәүенә эҙәрлекләү дауам итә.

Әлеге мәктәп, мәсет эргәһе ул мәлдәге ауылдаштарыбыҙҙың ҡаны йылғалай аҡҡан урын. Кемделер ҡылыс менән тураҡлап, атып китеү кеүек баш-баштаҡлыҡ менән шашынып-ҡотороноуҙарҙан халыҡ аҡылдан яҙыр сиккә етә. Бер-береһенән шикләнә башлайҙар...

Әбелғата мулла ҡорбан булғандан һуң, туғандарына көн бөтә. Уның етмеш йәшен уҙған ағаһы Әбелмәхейән ҡартты һәм улы Абдулланың ғаиләһен, кулак тип, себергә ебәрәләр.

Әбелғата менән Әхмәтғариф-тарҙың олаталары – Иҙеүкәй Ишемов 1738 йылғы. Сәйфулланың бер ағаһы Сәғит Изгин яһауыл (1781 й.), Ғәҙелгәрәйҙәр менән күрше ауылға нигеҙ һалалар. Сәғит унда мөәзин. Әтектә Мөхәмәтшәриф мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан Уйылдан Сәғитов − уның ейәне. өс балалы ағаһы Сәйфелмөлөк (1810 йылғы) ауыл мәктәбендә мөғәллим булып тора, йәмәғәте Сәлифә лә − уҡытыусы. Ҡыҙҙар уларҙың өйөнә килеп уҡыуҙары мөмкин. Сабыйҙарына Ғәзизулла тип исем ҡушҡандар. Уҡымышлылар, нәҫелдәре затлы, тормоштары хәлле, мал-монаятлылар. Үҙҙәре кеүек күренеклеләр менән туғанлашҡандар.

Әбелғата мулла менән Шәмсиә абыстайҙың малайҙары–Хәбибулла, Хәлиулла, Сәғитулла,

  1. Хәбибулланың улы – Абдрахман Ашхабадта хеҙмәт итә, шунда йәшәргә ҡала, Өйләнә. Ҡатыны Зәйнәп–Ҡаҙандыҡы. Ҡыҙҙары – Фәйрүзә. Абдрахман һуңғы йылдарында ҡан баҫымынан яфаланып мәрхүм була, шунда ерләнгән. «Ауылыма ҡайтып, исмаһам, таштарымды бер һыйпап үтһәм дә, үкенмәҫ инем», – тигән. Хөснитдинов Сабир бабайыбыҙҙың оло улы Зөфәр ағай шул яҡта әрмелә саҡта уларҙы барып күргән.
  2. Хәлиулланың улы Хәйрулла (1910-1942). 1938 йылда колхоздың ҡорсаңғы ғына атының бото һыныуын уға япһарып биш йылға төрмәгә ебәрәләр. Шул китеүҙән ҡайтмай, 1942 йылда һуғышта үлә. Үҙҙәрен шәпкә һанап йөрөүселәргә, ҡайһы бер түрәләргә атаған бер нисә төртмә таҡмаҡтары әле лә халыҡ телендә бар. Төҫкә лә сибәр, бөҙрә сәсле, мәрәкәсел, ихлас егеттең моңло тауышынан киске уйындарҙа Ҡотан урамы һарһылып торған. Исем-шәрифе ауылыбыҙҙың яугирҙәр исемлегенә теркәлгән.
  3. Сәғитулла – һуғышта булмаған. Бронь менән ҡалған. Ауыл хакимиәтендә эшләгән, Бөрйәнгә иҫәп-хисап буйынса эшкә алғандар. Ҡатыны Ҡыпсаҡ ауылы ҡыҙы Бибинур менән матур йәшәгәндәр. Бер ҡыҙы Магнит ҡалаһында, Арыҫланова Маһинуры – Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһында. Ул хәҙер 75 йәшлек ил инәһе булараҡ атаһының, йәғни, Сәғитулла бабайҙың көндәлектәрен һаҡлап тота.

Әбелғатаның ҡыҙҙары: оло ҡыҙы Кәримә инәй (1900 йылда тыуған) – күрше Күгәрсен районы Бикбулат ауылынанан Нурғәле Кинйәбаев атлы егеткә кейәүгә сыға. Ҡәйнәһе Хәҙисә, бикәсе – Нәфисә (1890-1945). Уңған, дини, егәрле ғаиләне заман ығы-зығыһы бында ла һағалай. Уларҙың оло улы Тимерғәле бабай һөйләп ҡалдырыуынса, әсәһе тауыш-тын баҫылғансы, ваҡытлыса ғаиләһе менән түркенендә (Ҡотанда) йәшәп ала. Биш балаһы иҫән ҡала

Мулланың икенсе ҡыҙы Хәкимә (1902 йылда тыуған) – ауылдың кендек инәләренең береһе, имсе булды. Ҡотан ауылы егете Сәхиулла менән никахлаша. Миңә 7 йәш булғанда Исмәғил ҡустымдың «өсйәнен» (баланың ҡорһағы өскә бүленеп шешә, медицинала рахит тиҙәр – В.С) имләне. «Ҡарап өйрәнеп ултыр, ҙурайғас, үҙеңә кәрәк булыр», − тигәнгә шул тиклем тырышып иғтибарлағанмындыр, ахырыһы, һәр һүҙе, хәрәкәте, хатта әсәйем менән нимә һөйләшкәндәре, сынаяҡ аҫтын нисек тотоп сәй эсеүенә тиклем иҫтә ҡалған. Мине лә сабый саҡта «өсйән»дән имләгән. Күҙһенгән эре малдарҙы ла ҡайраҡ, ҡара таш менән имләргә ҡулы килешкән. Йөҙө йәмле, ризығы тәмле булды. Үҙенең Флүрәһе менән Ғәзимәһе иҫән ҡала. Ғәзимә сәскә кеүек сағында баҡыйлыҡҡа күсә. Флүрә инәй ҙә егәрле, алтын ҡуллы, ҡарынынан 14 бала айырылған герой-әсә булды, ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйҙәренең береһе ине.

Мулланың өсөнсө ҡыҙы Сәлимә (1904 –1969, 27 ноябрь), күршелә генә йәшәгән кинйә улы Миңнула бабайымдың балаларынан тыш, әсәйем эштә саҡта, һирәкләп беҙгә лә күҙ-ҡолаҡ булған. Йәмәғәте – Ғәйнислам бабай һуғыш башанғансы уҡ вафат. Иҫән ҡалған балалары – Рәхимә инәй, Сабир һәм Миңнулла бабайымдар.

Дүртенсе ҡыҙы Сәғиҙә (1906–1985) Һөйөш Ғилман мулланың улы Ғилфан атлы егет менән яҙмышын бәйләй. Балаларынан ҡыҙы Сәүиә инәй генә иҫән ҡалып, Һөйөш егете Исхаҡ бабай менән никахлашып, Ырғыҙлыла өлгөлө йәшәнеләр. 8-се тиҫтәһен түңәрәкләү алдынан Сәүиә инәй үҙ башынан кисергәндәренән тыш, әсәһе Сәғиҙә инәй хәтирәләрен еткергәйне. Уның әсәһе үҫкән бер генә ғаилә яҙмышы хаҡында һөйләштек. Ҡыҫҡаса хәтирәләр яҙҙыҡ. Әммә тотош ил яҙмышы сағылған ауыр мәлдәр һәр нәҫелгә бәйле тарихи ваҡиғалар, тетрәндергес дәүер ваҡыт ҡуласаһына ялғанды. Яҡшы кешеләрҙең ҡәберҙәренә баҡыйлыҡтағы эшен иҫкә төшөрөп торорҙай йә ағас үҫеп сығыр, йә шишмә сылтырар, тиҙәр һынамышта. Зыярат тирәһендә, тау битләүендә бер генә лә ылыҫлы ағас юҡ. Ятыраҡ, ҡарағусҡылыраҡ төҫтә йәшел шыршы ҡалҡандай баҫып тора. Халыҡты иманға әйҙәгән Әбелғата олатайҙың рухын, фанилыҡтағы аҫыл эшен онотмаҫҡа, өйрәнергә өндәгәндәй, тере һыны кеүек тора.

 

Венера Ситдиҡова

Өфө ҡалаһы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...