Ғаилә йылын йомғаҡлап...

Ғаилә йылын йомғаҡлап...

Ғаилә йылын йомғаҡлап...

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы итеп иғлан ителде. Ислам динендә лә ғаилә ҙур әһәмиәтле урын алып тора. Сөнки ер йөҙөндәге бөтә тормош, дин тәғлимәтенә ҡараһаҡ, тәүге ғаиләнән – атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм менән әсәбеҙ Һауанан – башланған.

 

Ябраил ғәләйһис-сәләм үҙе уларға Йәннәттә никах уҡыған, шунан һуң Аллаһу Тәғәләнең Әмере, Тәҡдире менән улар ергә төшөрөлөп, ерҙә йәшәй башлаған. Быға тиклем Аллаһ Әҙәм менән Һауаны ауыр һынау менән һынаған, аҙаҡ инде атабыҙҙы Һиндостанға, әсәбеҙҙе хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстанының Джидда ҡалаһы еренә төшөргән.

Өс йөҙ йыл буйына Әҙәм ғәләйһис-сәләм менән Һауа ғаилә тормошон дауам итер өсөн бер-береһен эҙләгән. Был Аллаһу Тәғәләнән килгән оло бер һынау, ғаилә ҡәҙерен күрһәтә торған ғәләмәт бер билдә, тип әйтергә мөмкин. Сөнки тәүге кеше Йәннәттең түрендә йәшәһә лә, үҙенә күңел тыныслығы тапмаған. Фәҡәт әсәбеҙ Һауа яратылғас ҡына, күңеле урынға ултырған, йәшәү мәғәнәһе тапҡан. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Аллаһу Тәғәләнең Барлығына дәлил: Ул һеҙгә бергә йәшәр өсөн үҙегеҙҙән үк ҡатын яратты − уның менән йән тыныслығы, тән рәхәтлеге табыр өсөн, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт урынлаштырҙы − никах сәбәбе менән...» («Рум» сүрәһе, 21-се аят)

Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәте никахлы ғаиләгә генә яуа, тип әйтәбеҙ. Аллаһ Ризалығы ла никахлы ғаиләлә генә булырға мөмкин. Шуға күрә Әҙәм һәм Һауаны яратҡандан һуң Аллаһу Тәғәлә тормоштоң дауамын уларға ғаилә ҡороу, ир менән ҡатын булып йәшәү хикмәте аша тапшырған, нәҫелде дауам итергә ҡушҡан. Ул оло бер аманат һәм яуаплы вазифа! Шул вазифаны тейешенсә үтәгән әҙәмдең генә киләсәге бар.

Ғаилә ҡиммәттәрен онотһаҡ, тейешенсә белмәһәк, йәмғиәттәге ғаилә институтын баһаламаһаҡ, кешенең киләсәге юҡ, тигән һүҙ. Шуға был мәсьәләнең әһәмиәтен аңлап, Рәсәй хөкүмәте 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан иткән. Был һүҙ өсөн генә түгел, йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына, йәштәргә ғаиләнең ҡиммәтен, ҡәҙерен күрһәтер, иҫкә төшөрөр өсөн эшләнгән. Шуны онотмайса, ғаиләнең, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белһәк ине. Яңғыҙҙар үҙ ишен, үҙ парын осратып, ырыҫ-сәғәҙәт менән тулы бәхетле ғаиләләр менән йәшәргә насип итһен ине. Илаһи әмин.

 

Рамаҙан Оморҙаҡов

Өфө ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...