ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата?

Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға мөмкин булған, Аллаһ хозурына күскәс тә, быны эшләргә мөмкин. Әһле Сөннәт үәл йәмәғәт мәҙһәбтәрендә шулай. Быны раҫлаған ышаныслы хәҙистәр бар. Хәлиф Ғүмәр ибне әл-Хәттаб идара иткән осорҙа бер кеше Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡәберенә яҡынайған да: «Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ, өммәтең өсөн ямғыр һора, юғиһә ҡоролоҡтан һәләк булабыҙ», – тип әйтә. Был хәҙис Ибне әбү Шәйбәт тарафынан килтерелә. («Фәтх әл-Бәри» – әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығына аңлатма). Һәм бындай хәҙистәр күп кенә.

 

 

 

Мәрхүмдең урыны Ожмахта йәки йәһәннәмдә буласағы үлгәндән һуң күпме ваҡыт үткәс билдәле була? Мәрхүмдең йәне ул үлгән ерҙә өс көн дауамында урала, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

Ғүмеренең һуңғы минуттарында, сығып барған йәне тамағына килеп етеп, кешенең тәүбә ҡапҡалары ябылғанда, үлем хәлендә булған бәндәгә уның Йәннәттә лә, Тамуҡта ла тәғәйенләнгән урындарын күрһәтерҙәр. Кешенең йәне бер ҡайҙа ла осоп йөрөмәй – әгәр ул тәҡүә булһа, уны Иллийүнгә (тәҡүә кешеләрҙең йәндәре булған билдәле бер урынға), әгәр гонаһлы булһа, Сижжингә (гонаһлыларҙың йәндәре булған урынға) алып китәләр.

 

 

 

Ҡайһы ваҡытта сөннәт намаҙҙарын уҡырға ярамай?

Сөннәт намаҙҙарын уҡырға тыйылған (хәрәмгә яҡын) ваҡыт, ул:

  1. Иртәнге намаҙҙан һуң ҡояш офоҡтан ҡыҙарып сыға башлаған ваҡытта, бер һөңгө буйлыҡ күтәрелмәйенсә, намаҙ уҡылмай (ҡояш тулыһынса сыҡҡандан һуң 15-20 минут үткәнсе).
  2. Шулай уҡ ҡояш туп-тура баш осонда торған мәлдә, төшкө (өйлә) намаҙы башланыр алдынан 45 минут алда.
  3. Икенде намаҙынан һуң ҡояш тулыһынса байығанға тиклем уҡылмай.

Билдәле бер шарттар менән бәйле сөннәт намаҙҙар (мәҫәлән, тәһәрәт алғандан һуң йә ай һәм ҡояш тотолғанда уҡыла торғаны, ямғыр теләү, йәки истискә намаҙы, мәсеткә ингәс уҡылған тәхийәт намаҙы, духа, тәүәф ҡылғандан һуң уҡылған нәфел намаҙҙар), йыназа намаҙы, шулай уҡ уҡылмай ҡалған фарыз намаҙҙарға ҡаза ҡылыу ошо өс ваҡыт арауығында тыйыла.

 

 

 

Баланың кесе ярауы йә ҡоҫоғо эләккән келәмдә был нәжескә ҡағылмайса ғына намаҙ уҡырға яраймы?

Намаҙ шарттарының береһе – ғибәҙәт ҡылған урының таҙа булырға тейеш. Шуға күрә келәмдең бер ҡырыйы бысранған булһа ла, таҙа өлөшөндә намаҙ уҡыу рөхсәт ителә.

 

 

 

Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, бетеү (талисман) тағып йөрөргә ярамай – йәнәһе, уны таҡҡан кеше Аллаһҡа ﷻ ҡарағанда, был әйберҙең һаҡлай алыуына өмөт итә башлай. Бетеү тағырға яраймы?

Файҙа йәки зыян килтереүенә ышанып, төрлө муйынсаҡ, ағас әйберҙәр һәм башҡаларҙы тағыу, үҙең менән йөрөтөү тыйы-ла, сөнки бындай уй күп илаһлыҡҡа (ширкка) килтерә. Ҡөрьән аяттары, доғалар яҙылған бетеүгә килгәндә, уны тағып йөрөргә ярай, хатта яҡшы һанала, сөнки бында айырма юҡ – доғаны телең менән дә ҡылырға мөмкин, йә яҙып ялбараһың.

Ҡөрьән аяты йә доға яҙылған бетеүҙе йөрөткәндә, Аллаһҡа ҡарағанда уға күберәк өмөт бағлау ҡурҡынысы бар, тигән фекер – наҙанлыҡ билдәһе. Бетеү йөрөтөү ул сәбәп, ә сәбәпте танымау – ахмаҡлыҡ. Ибне Ғәббәстән килтерелгән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ике ҡәбер эргәһенән үтеп барыуы хаҡында әйтелә. Шул икәүҙең ғазапланыуы тураһында вәхи төшә. Шунан Пәйғәмбәр ﷺ яңы киҫелгән ағас ботағын килтерергә ҡуша. Шул йәшел ботаҡты ике өлөшкә айырып, бер яғын – бер ҡәбергә, икенсеһен – икенсе ҡәбергә ҡаҙай ҙа: «…Бәлки, ошо ике ботаҡ кипкәнсе, уларҙың хәле еңеләйтелер», – тип аңлата (әл-Бохари). Дин белгестәре был хәҙисте аңлатҡанда, йәшел ботаҡтарҙың кипкәнгә тиклем зекер итеп тороуы, шул арҡала ҡәберҙә ятҡанға еңеллек килеүе хаҡында һөйләй. Был файҙа алыуға, яҡшылыҡҡа сәбәп кенә.

 

 

 

Өлкән ағаһы вафат булғас, уның ҡустыһына тол ҡалған еңгәһенә өйләнергә яраймы икән?

Ярай. Ғиддә ваҡыты уҙғас (ире үлһә, ҡатындың ғиддәһе – дүрт ай ҙа ун көн), ҡатын теләгән кешеһенә (әгәр ҙә ул мәхрәм, йәғни, ҡатын-ҡыҙға яҡын туған булыу сәбәпле, өйләнергә хоҡуғы булмаған ир туған булмаһа) кейәүгә сыға ала. Мәрхүм иренең ҡустыһы уның өсөн мәхрәм түгел.

 

 

 

Сөннәт намаҙҙары уҡылмай ҡалһа, уларҙы ҡаза ҡылырға кәрәкме?

Ваҡытында уҡылған намаҙ – бик маҡтаулы ғәмәл, бигерәк тә был рәтибәткә, йәғни, фарыз намаҙҙарға тиклем һәм һуңынан уҡыла торған сөннәт намаҙҙарға ҡағыла. Фарыз намаҙын ҡаза ҡылыу мотлаҡ һаналған кеүек, рәтибәт намаҙҙарын ҡаза ҡылыу сөннәт ғәмәл һанала.

 

 

 

Намаҙҙа, сәждәгә эйелгәндә, намаҙлыҡҡа иң башта тубыҡтар менәнме, әллә ҡулдар менән терәлергә кәрәкме?

Намаҙ рөҡөндәренән (йәғни, фарыздарынан) сәждәгә эйелеү дүртенсеһе булып тора. Был рөҡөндөң дә фарыздары, сөннәт ғәмәлдәре бар. Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, сәждәгә эйелгәндә, иң башта тубыҡтар, шунан ике ус терәлергә тейеш. Эҙмә-эҙлелек булмаһа, намаҙ боҙолмай, әммә был рөҡөндөң сөннәтен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.

 

 

 

Табипҡа үҙенең эше өсөн пациентынан аҡса алыу гонаһмы?

Әгәр был табип дәүләт дауаханаһында йәки башҡа медицина учреждениеһында эшләһә һәм хеҙмәте өсөн тәғәйен эш хаҡы алһа, пациенттарҙан өҫтәмә аҡса алыу гонаһ. Әгәр ҙә ул үҙ йөкләмәләрен ауырыуҙарҙан тағы ла аҡса түләтеп кенә үтәһә, бындай килем ришүәт тип иҫәпләнә. Әммә әгәр ҙә был табип шәхси клиникала эшләһә һәм дауалау өсөн түләү хаҡын пациенты менән алдан һөйләшеп, килешеп ҡуйһа, клиентынан аҡса алырға ярай.

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...