Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.

 

Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын илле намаҙ уҡыуҙы индерә. Ҡайтырға сыҡҡас, Рәсүл ﷺ Муса пәйғәмбәрҙе осрата. Муса унан: «Аллаһ һиңә нимә ҡушты?» – тип һорай. «Көнөнә илле тапҡыр намаҙ уҡырға ҡушты», – тигәс, Муса ҡысҡырып уҡ ебәрә: «Һинең өммәтең быны үтәй алмаясаҡ! Аллаһ янына кире барып, кәметеүен һора», – тигән. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ Мусаның һүҙенән һуң, өммәтен йәлләп, фарыз намаҙҙы бишәүгә ҡалдырғансы, кире боролоп, Ғаләмдәр Раббыһы янына бара. Әммә, Аллаһу Рахмән уның сауабын элеккесә ҡалдыра, йәғни, мосолмандар көнөнә биш намаҙ үтәһәләр ҙә, илле намаҙ уҡығандың әжерен бирәсәк, ин шәә Аллаһ. Ысынында, Аллаһтың мәрхәмәте сикһеҙ. Аллаһ Үҙенең Һөйөклөһөнә айырым бүләк бирә, ул да булһа – «Мәҡәмүл унс» хәле, йәғни, күккә ашҡан төндә Аллаһты күргән мәлдә кисергән хәлде (илаһи тойғо-кисереш) Пәйғәмбәребеҙ ﷺ аҙаҡ та намаҙ ҡылған сағында кисергән.

Миғражда саҡта Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ Ожмах менән Тамуҡты, Ғәреш һәм Көрсиҙе, шулай уҡ Аллаһ тарафынан уға тәғәйенләнгән Ожмахтағы һыу ятҡылығы – Кәүҫарҙы күрһәтәләр. Аллаһ Рәсүле ﷺ бер ҡасан да йылмаймай торған Тамуҡ һаҡсыһы Мәлик исемле фәрештәне күрә. Был донъяла йәшәгәндә йәтимдәрҙең өлөшөн ашаған кешеләрҙен йәндәрен осрата. Был кешеләрҙең ирендәре дөйәнекенә оҡшаған була, уларҙың ауыҙына утлы шар кеүек нәмәләр ырғыталар, улар был кешеләрҙе үтәнән-үтә яндыра. Пәйғәмбәр ﷺ ҙур ҡорһаҡлы риба алыусыларҙы (процентҡа аҡса биреүселәрҙе) күрә, улар ҡорһаҡтары арҡаһында урындарынан ҡуҙғала алмаған. Һәм улар, фирғәүен ғәскәрен Тамуҡҡа илткән саҡта, аяҡ аҫтарында тапалып ҡалған. Пәйғәмбәр ﷺ зина ҡылыусыларҙы күрә: уларҙың алдында таҙа ит булһа ла, улар боҙолған, һаҫыҡ ит ашаған. Күкрәктәренән аҫып ҡуйылған ҡатындарҙы ла күрә Пәйғәмбәр ﷺ, улары – был донъяла йәшәгәндә, никахлы ирҙәренән түгел, зина ҡылыуҙан бала тапҡан ҡатындар була.

Шул уҡ төндә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәгә әйләнеп ҡайта. Иртәнсәк уның янына Ябраил фәрештә килә һәм мосолмандарҙың биш намаҙҙы ҡайһы ваҡытта һәм нисек итеп уҡырға тейешлеген аңлата.

Пәйғәмбәр ﷺ кешеләргә Миғражда булыуы тураһында әйткәс, уға бер кем дә ышанмай. Бер нисә ҡорайыш Әбүбәкергә барып: «Мәккәнән Иерусалимға нисә көндә барып етергә мөмкин?» – тип һорай. Унда каруан менән бер айҙа барып етергә мөмкин, ти Әбүбәкер. Шунда тегеләр: «Ә һинең дуҫың, унда күҙ асып йомғансы барып еттем, хатта күктең үҙенә күтәрелдем, тип һөйләй», – тигәндәр. Әбүбәкер: «Әгәр ул шулай ти икән – тимәк, был ысын, һәм мин быға ышанам», – ти. Ошонан һуң Әбүбәкерҙе «Ситдиҡ» (тоғро, ныҡ ышаныслы) тип атай башлайҙар.

Мөшриктәр Пәйғәмбәрҙән ﷺ Иерусалимдағы «Әл-Аҡса» мәсетен һүрәтләп биреүен талап итәләр. Шул саҡ Аллаһ ихтыяры менән күҙ алдына баҫҡан изге мәсетте Пәйғәмбәр ﷺ ентекләп һүрәтләп бирә. Был юлы ҡорайыштар уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн танырға мәжбүр була.

Артабан мөшриктәр Пәйғәмбәрҙән ﷺ Шәмдән ҡайтып килеүсе каруан тураһында һорайҙар. Мөхәммәд ﷺ уларға, каруанда нисә дөйә барлығын, ҡайһы дөйәнең алда килгәнлеген, һәм каруандың Мәккәгә ҡасан килеп етерен әйтә. Каруан Мәккәгә ҡайтҡас, Пәйғәмбәр ﷺ һөйләгәндәрҙең дөрөҫлөгө раҫлана. Ләкин мәжүсиҙәр ошонан һуң да уға иман килтермәй.

Пәйғәмбәрҙең ﷺ төнгө сәфәре тураһында Ҡөрьән сүрәһе («Әл-Исра») төшөрөлә.

 

 

Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәҙисендә әйтелә: «Күккә ашҡан төндә (Миғражда) мин баҡыр тырнаҡлы кешеләр янынан үттем. Шул тырнаҡтары менән улар биттәрен, күкрәктәрен сыя ине. Мин Ябраилдан: «Былар кемдәр?» – тип һораным. Ул: «Былар, ерҙә йәшәгәндә, башҡа кешеләрҙең итен ашаусылар (ғәйбәт, нахаҡ һүҙ һөйләүселәр), шуның менән кешене кәмһетеүселәр».

Шулай уҡ мин үҙҙәренең киҫелгән аяҡтарының итен ашаусыларҙы күрҙем. «Был ниндәй кешеләр?» – тип һорағас, Ябраил: «Былар һинең өммәтеңдең кешеләре, улар үҙҙәренең туғандарының (ҡәрҙәштәренең) итен ашаусылар». Мин ҡайсы менән үҙҙәренең ирендәрен ҡырҡыусыларҙы күрҙем. «Былар кемдәр?» – тип һораным. Ябраил фәрештә: «Былар – һинең өммәтеңдәге вәғәз һөйләүселәр. Улар кешеләрҙе яҡшылыҡҡа саҡырған, әммә үҙҙәре был хаҡта онотҡан», – тип яуап бирҙе».

 

 

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...