Ябай ғына сәйәхәт түгел...
Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.
Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан, ҡала шау-шыулы: урындағы халыҡ та, туристар ҙа ҡайтырға ашыҡмай, төнгө урамда һауа һулай. Бөтә ерҙә тиерлек кафелар, көнсығыш музыкаһы яңғырай. Бәхетебеҙгә, данлыҡлы ҡаланың тарихи өлөшөндә ҡунырға тура килде. Төркөмөбөҙҙө икегә бүлеп, береһен ҡунаҡхана ролен үтәгән ҙур шәхси йортҡа, икенсеһен 19-сы быуат аҙағы, 20-се быуат башында мәҙрәсә булған ике ҡатлы бинаға урынлаштырҙылар. Тәьҫораттарға бай көндән һуң беҙгә хәл йыйырға кәрәк ине, сөнки, етәкселәребеҙ вәғәҙә иткәнсә, иртәгәһенә Бохара һәм уға терәлеп торған ҡаласыҡ-ҡасабаларҙа ете урынға зыярат ҡылаһы бар. Бер-беребеҙгә татлы төштәр теләп, бүлмәләребеҙгә таралыштыҡ.
Изге сәфәребеҙҙең икенсе көнө кескәй генә Гижүән ҡалаһында дауам итте. Шәйех Абдулхалиҡ – олуғ дин ғалимы имам Малик нәҫеленән, әсәһе Византия батшаһының ҡыҙы. Тәриҡәт асылына уны остазы Йософ Хәмдәни күндерә, шулай уҡ оло хикмәт эйәһенең Хызыр ғәләйһис-сәләмдән дә ғилем алғаны хаҡында риүәйәттәр һаҡланған. Абдулхалиҡ кәшәнәһе янында ғилми етәксебеҙ Мораҙулла хәҙрәт динебеҙ тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәрҙе телгә алып китте:
«Бер кеше Әбү Йәзид әл-Бәстәмиҙән: «Аллаһҡа яҡынайта торған юлдарҙы өйрәт», – тип һорағас, аҡыл эйәһе уға былай тип яуап бирә: «Әүлиәләрҙе ярат, улар ҙа һине яратырлыҡ итеп ярат, уларҙың йөрәгенә үтеп инергә тырыш. Аллаһу Тәғәлә көн һайын уларҙың йөрәгенә ҡарай ҙа, һәм әгәр берәйһенең ҡәлебендә һине күрһә, Раббыбыҙ һиңә Рәхмәт ҡарашы менән ҡарар, гонаһтарыңды кисерер». Аллаһҡа яҡынаям, тигән кеше изгеләрҙе хөрмәт итә, осраған кешене әүлиәләй ҡабул итә, һәр кешегә яҡшылыҡ теләй. Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ уның тоғро хәлифе Әбү-Бәкер ҡәлебенә һалынған батын, йәғни, йәшерен ғилем, йөрәктән-йөрәккә күсеп, бөйөк әүлиәләр, шәйехтәребеҙ ярҙамында бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән. Шул аҫылдарҙың береһе – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Зәйнулла ишаныбыҙ».
Илаһи сер, бәрәкәтле нур сылбырын һаҡлап, уҡыусыларына, йәғни, мөриттәренә тапшырып, киләһе быуын мосолмандарына килтереп еткергән бөйөк әүлиәләрҙең күбеһе хәҙерге үзбәк ерендә йәшәгән һәм ерләнгән. Шәйех Абдулхалиҡ Гижүәни илаһи нурҙы уҡыусыһы Ариф әр-Ривкири йөрәгенә һала. Был бөйөк һәм даһи шәхескә лә зыярат ҡылырға тура килде, Әлхәмдүлилләһи шөкөр! Һуңғы төйәге остазынан йыраҡ түгел – Шәфирҡан ҡалаһында. «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ миңә кешеләрҙе джәхри (тауыш менән башҡарыла торған) зекеренә өйрәтергә бойороҡ бирҙе. Аллаһты зекер итеп, йөрәктәр терелә», – тип әйткән был мөршит, йәғни, шәйех. Эйе, зекер ярҙамында йөрәктәрҙе дауалаған, таҙартҡан Аллаһтың һөйөклөләре. Ариф әр-Ривкири үҙенән һуң бик сағыу эҙ – дини хеҙмәттәр ҡалдыра. Аҡыл эйәһе уларҙа мөритте тәрбиәләү, йөрәген асыу, нәфсеһенә ҡаршы торор өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк икәнен тасуирлаған. Ҡөрьән һәм сөннәткә таянып йәшәргә ҡушҡан. Ваҡытты ул дүрт өлөшкә (бала саҡ, үҫмерлек, йәшлек, ҡартлыҡҡа) бүлгән. «Ваҡыттың ҡәҙерен бел, ваҡыт – ул ҡылыс, әгәр һин уны сапмаһаң, ул һине сабасаҡ, тигән һүҙҙәрҙе һәр саҡ иҫеңдә тот», – тип яҙып ҡалдырған Ариф әр-Ривкири.
Гонаһтарҙан һаҡланып, тәҡүә тормош менән йәшәгән, туҡтауһыҙ рухи донъяһын камиллаштырған әүлиәләрҙе ҡәҙерләп, улар рухына аяттар бағышлап, дәрәжә-беҙҙе күтәрәбеҙ. Һөйөклө Пәйғәм-бәребеҙҙән ﷺ башланған алтын силсиләне Ариф әр-Ривкириҙан һуң Мәхмүт Инджир Фәғнәүи да-уам итә. «Ҙур ғилем эйәһе булһа ла, донъяһын онотоп, мәсеттә, ғибәҙәттә генә үтмәгән уның көндәре, ҡулы эш белгән балта оҫтаһы булған Мәхмүт әфәнде. Әли Рамитани иһә тегеүгә маһир булған, шуның менән кәсеп иткән», – тип бәйән итте беҙгә Мораҙулла хәҙрәт. Һәм был бөтә шәйехтәргә ҡағыла: һәләтле кеше һәр ерҙә лә һәләтле, тигәндәй, һәр береһе донъя көтөүгә егәрле, эшлекле булған.
Бер ваҡыт шәйех Хафиз әд-Дин Мәхмүт Фәғнәүиҙән джәхри зекерен ниндәй ниәт менән уҡығанын һорай. Әүлиә уға шулай тип яуап бирә: «Был донъяға мөкиббән йәнде уятып, бөтә булмышы менән Аллаһҡа буйһондороп, хаҡ тәриҡәт юлына баҫтырып, уны Раббыбыҙ алдында тәүбә ҡылып йәшәргә саҡырыуым. Аллаһу Тәғәлә алдында ғәфү үтенеү – бәхет билдәһе». Фәғнәүиҙең яуабынан ҡәнәғәт ҡалған Хафиз.
Инжирбәг ауылынан Әли Рамитани мавзолейына юл тоттоҡ. Шуныһы ғәжәп: был шәйехтәр йәшәгән урындар бер-береһенә бик яҡын, асфальт юлдары бик шәптән булмаһа ла, бер ҡаланан икенсеһенә тиҙ генә барып етәһең. Әли Рамитани – Мәхмүт Фәғнәүиҙең камиллыҡҡа өлгәшкән мөрите, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең мөршите, бөйөк остазы. Аллаһ уға оҙон бәрәкәтле ғүмер биргән, 130 йәшкә еткән тиҙәр уны. Һөйөклө улдары Мөхәммәд һәм Ибраһим да асыҡ һәм йәшерен ғилем бу-йынса юғары үрҙәргә өлгәшкән ғалимдар, уларҙың ҡәберҙәре лә ошонда, ҡәҙерле аталары янында. Күп мөршиттәр тәрбиәләп үҫтергән Әли ҡуддисә сирруһу, төп ижәзәне шуларҙың иң камилы Мөхәммәт Баба Сәмәсигә тапшыра. Уның кәшәнәһе – Рамитан районының Кәсхур ауылында. Әли Ромитаниға зыярат ҡылғандан һуң беҙ Мөхәммәт Баба янына юлландыҡ.
Үзбәкстан тарихында суфый-сылыҡ, әүлиәләр ҙур урын алып тора, ундағы халыҡ әүлиәләрен пир тип атап йөрөтә. Изге урындарҙа башына асыҡ күк төҫтәге сәллә урап, күк халат, салбар кейгән ирҙәр төркөмө осраны, беҙ уларҙы суфый ҡәрҙәштәребеҙ тип аңланыҡ. Изгеләр янында ихластан оҙаҡ итеп доға ҡылды, Ҡөрьән уҡыны улар.
Мөхәммәт Баба Сәмәси янында тарихсы Мораҙулла Дадаев беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе: «Кәср Хиндыуан ауылы аша үткән һайын был шәйех үҙенең мөриттәренә: «Ошо ерҙә ғариф – аҡыл эйәһе еҫен һиҙәм. Был ауылдың исемен Кәср Ғарифәнгә үҙгәртәсәктәр», – тип әйтер булған. Күпмелер ваҡыт уҙғас, йәнә ошо ауыл аша үтеп барышлай, шәйех туҡтап ҡала ла: «Еҫ көсәйгән, тимәк, был бала донъяға килгән», – тип, уҡыусыларын аптырата. Ысынлап та шулай булып сыға.
Аллаһтың һөйөклөләре – камил остаздар йөрәге менән Аллаһҡа яҡын, ғибәҙәте – етди һәм баҫалҡы. Әүлиәләр кешелә етешһеҙлек эҙләмәй, киреһенсә, уларҙы йәшерә. Аллаһ – әл-Кәрим – Йомарт, шуға күрә Аллаһтың тәҡүә ҡолдары ла йомарт һәм яҡшылыҡ өләшеүҙән ләззәт ала, кешеләрҙең хаталарын һәм гонаһтарын ғәфү итә. «Уларҙың йәшәү рәүеше иң яҡшыһы, юлы – иң тураһы, холоҡ-фиғеле – күркәм, саф», – тип бик тапҡыр баһалаған әүлиәләрҙе бөйөк ислам ғалимы имам әл-Ғазали. Сәйет Әмир Күләли һәм Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы Баһауетдин Нәҡшбәнд янына барып ҡайтыуы-быҙ ҙа онотолмаҫлыҡ иҫтәлек булып ҡалды. Әмир остазға алып барған аллеяла аҙым һайын тиерлек Изге Китап аяттары, шәйехтәрҙең фәһемле һүҙҙәре яҙылған табличкалар, шулай уҡ көн оҙоно бында Ҡөрьән яңғырай, был йөрәкте елкендерә, зыяратҡа көйләй.
«Бөйөк шәйех Баһауетдин Нәҡшбәнд хәләл юл менән мал табыуға ҙур иғтибар бүлгән, динебеҙ ун өлөштән хасил, тигән ул, шуның туғыҙ өлөшө –хәләл кәсеп, ошо йәһәттән барыһы ла һәйбәт икән, ҡалғанында Аллаһу Тәғәлә еңеллек бирә», – тип һөйләне Мораҙулла хәҙрәт.
Боронғоларҙың: «Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел», – тигән алтын һүҙе һәр кешегә тәрән ихтирам менән ҡарарға өйрәткәне шикелле, изге урындарҙы, әүлиә ҡәберҙәрен ҡәҙерләүебеҙ, арҙаҡлы шәйехтәрҙе телгә алыуыбыҙ кешелеккә, дингә һөйөүебеҙҙе арттыра, иманыбыҙҙы нығыта. Эйе, табыныу сығанағы түгел, әммә динебеҙҙе, Аллаһу Тәғәләне тағы ла нығыраҡ яратыуға илһам уятыусы тәрбиә бишеге ул был урындар.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең 7-се һанында)