Ғималетдин мулла

Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Шулай булһа ла, динде ҡурсалап, һаҡлап барыусы кешеләребеҙ булды».

 

Бөгөнгө һүҙ Халиков Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улының шәкерте, арҙаҡлы ауылдашыбыҙ Фәхретдинов Ғималетдин Шәрәфетдин улы тураһында. Ул 1904-1905 йылдарҙағы япон һуғышында ҡатнашып, тубығынан өҫтә бер аяғын өҙҙөрөп ҡайта. Ауыл мәҙрәсәһендә белем алып, остазы тәрбиәһендә заһир (асыҡ) һәм батын (йәшерен) ғилемдәрҙе ныҡлы үҙләштерә.

«Олатайымдың өшкөрөү һәләте көслө булды, – тип һөйләй Ғималетдин мулланың ейәнсәре Зәйнуллина Рәйсә Шәрифулла ҡыҙы.

– Тирә-йүндә уны белмәгән кеше юҡ ине. Олоһон да, кесеһен дә һәр төрлө сирҙән өшкөрҙө. Күҙ тейеүҙән, ен ҡағылыуҙан, ҡыҙылса, һары ауырыуҙарынан да килешә ине өшкөрөүе. Бәләкәй сағымда мине лә имләп терелткән. Ул вафат булғанда, 9 йәштәр самаһында булғанмын. Ҡыйыу ҡарашлы, зәңгәр күҙле матур кеше ине олатайым.

Муллалыҡ вазифаһынан тыш, төрлө эш-мәшәҡәте лә, маһирлыҡ та, шул уҡ ваҡытта һүнмәҫ йәшәү көсө, рух ныҡлығы ла өйөп бирелә был кешегә. Һуғышта күргәндәрен халыҡҡа еткереү өсөн, шул заңлы йылдарҙың ауазы булған мөнәжәттәр ижад итеп, үҙе үк көйләп уларҙы башҡарыр булған Ғималетдин мулла.

– Данлыҡлы «Порт-Артур» йырының һүҙҙәре, Ғималетдин Фәхретдиновтан яҙылып алынып, «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының тәүге баҫмаһына индерелгән ине, –тип хәтерләй Ғималетдин мулланың бүләсәре Зөбәйҙә Исламбул ҡыҙы Һөйөндөкова. Рухи яҡтылыҡҡа күмелгән уйланыуҙарҙан, илһамлы рухиәттән генә кешеләр күңелендә мөнәжәт, йыр-моң хасил була.

...Иртәнге эш, йорт-ҡура мәшә-ҡәте бөтөү менән, урамда Ғималетдин бабайҙың көр тауышы ишетелер булған. Ул, үҙе эшләп алған ағас арбаһына ултырып, Сахалин урамының бер осонан ферма осона еткәнсе, ауылдаштарынан кемделер дәртләндереп, егәрле ғаиләләрҙе маҡтап, ялҡа-уыраҡтарын тәнҡитләп, һамаҡлап мөнәжәт әйтеп бара икән. Үтеп барғандар туҡтап тыңлап тора, өйҙәгеләр, сығып, Ғималетдин мулланы сәләмләп оҙатып ҡалалар. Дин тыйылған, радио-телевизор юҡ заманда ауылдаштарына ҡарата ошондай тәрбиә алымы ҡулланған был илһөйәр ауылдашыбыҙ. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауырға тура килә. Халыҡты рухи яҡтан ҡурсалау, ысын мәғәнәһендә дауалау муллалар иңенә төшә. Башҡорттоң йырауы тормоштан айырылғыһыҙ булғанға күрә, Ғималетдин бабай, көйгә һалып, мөнәжәт әйтеүҙе оҫта ҡуллана. Ғималетдин мулланың үҙе ижад иткән күп мөнәжәттәре, әкиәттәре яҙылған, кәштәлә һаҡлауҙан ыҫланып бөткән дәфтәре лә була.

– Атайым вафат булғас, ул дәфтәрҙе башҡа китаптары менән бергә өй башына йәшергән инем. Ләкин ул йыйынтыҡҡа китап булып донъя күрергә яҙмағандыр, бер аҙҙан дәфтәр юҡҡа сығып, төрлө башҡа исемдәр аҫтында баҫылып сыҡты, – тип хәтерләп һөйләр булған Ғималетдин мулланың ҡыҙы Мөкәрәмә апай Юлбарыҫова.

Ғималетдин мулланың үҙенең ихатаһында ике өй, ике ҡатыны, һигеҙ бала татыу берҙәм ғаилә булып көн күрәләр. Беренсе ҡатыны – Нәғимә, Ерек ауылынан, икенсеһе – Фәрхениса, Бәрлеүәҫ ауылынан була. Ике ғаиләгә алты ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр.

Мал-тыуар тотоп, баҡса үҫтереүҙән тыш, йорт хужаһы һалабаш һалып, йүкә әҙерләп, сабата үреп һата. Раббыһына тәүәккәл ҡылып, донъя михнәтенә бирешмәй, ҡәнәғәт йәшәү өлгөһө күрһәтеү – зекер юлында булғандарға хас күренеш.

Ғүмере буйы, кешеләргә ярҙам итеп, фиҙаҡәр йәшәгән Ғималетдин мулланың вафаты ла шундай уҡ була. Бер көндө Уҫман ауылынан, ниндәйҙер зәхмәт ҡағылып, хәле бик насарланған кешене алып киләләр. Оҙаҡ өшкөрөргә тура килә уға. Өшкөрөп бөтөп, ауырыуға хәл кергәс, Ғималетдин мулла үҙе хәлһеҙләнеп ауа. Яҡты донъя менән шулай хушлаша үҙен аямай йәшәгән ир-уҙаман.

Арҙаҡлы ауылдашыбыҙҙың нәҫелен дауам итеүселәр араһында төрлө һөнәр кешеләре бар. Халыҡ хәстәре менән йәшәү – уларҙың булмышына һалынған. Ғималетдин Фәхретдиновтың бүләсәре Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова, район ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренселәрҙән булып, мәктәп директоры, һуңынан ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Тура һүҙле, ҡыйыу тәбиғәтле яҡташымдың эш сифаттарының ир-ат етәкселәрҙекенә хас булыуына һоҡланып ҡуя инек.

Олатаһының сәсәнлек оҫталығы бирелгән, тирә-йүндә «ҡурайсы Әсҡәт» тип йөрөткән ауылдашыбыҙҙы хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Ул һыҙҙырып ҡурайҙа уйнап ебәрә лә, тамашасы иғтибарын йүнәлтеп тыңлай башлағас ҡына, ҡурайын ҡулына алып, йырға күсә, күңелендә булғанды йыр менән әйтеп бирә торғайны.

Ижад ҡомарын дауам итеүселәр араһында – Ғималетдин мулланың ейәнсәре Салауат ҡалаһында йәшәүсе, илһамлы ла, тормошсан да ижады менән танылыу тапҡан һәүәҫкәр шағирә Нәүфилә Юлбарыҫова, ауылдашыбыҙ, һәүәҫкәр йырсы һәм композитор Насип Сәйфетдинов һәм башҡа бик күптәр.

Был фани донъянан кеше китә, яҡты эҙе ҡала. Уның эштәре, изгелек, игелек юлын дауам итеүсе нәҫелдәре, ҡылған доғалары ҡала. Иң ауыр йылдарҙа йәшәгән, ләкин бер ниндәй ҙә һынауға бирешмәгән, хаҡ динебеҙҙә ныҡлы баҫып торған олатайҙарҙың иҫтәлегенә лайыҡлы быуын була алһаҡ ине!

 

Гөлнур Сәфәрғолова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...