Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.

 

Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың әһәмиәте бик ҙур. «Ғашиҡ кеше һөйгәне артынан эйәрә», – тип яҙған бер шағир. Аллаһтың Рәсүленә ﷺ эйәреп, уның тормошонан өлгө алған кеше – был донъ-яла иң бәхетлеһе, сөнки Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә бөтә ғаләмде Үҙенең Хәбибе – Пәйғәмбәре ﷺ өсөн яратҡан һәм һөйөклө ҡолон бөтәбеҙгә өлгө итеп ҡуйған.

Изге Ҡөрьәндә әйтелә (мәғәнәһе): «Хаҡтыр, Әхирәт көнөндә Аллаһ менән ҡауышыуға ышанғандар өсөн һәм Аллаһты күп зекер иткәндәр өсөн Пәйғәмбәрҙә ﷺ үрнәк сифаттар бар» («Әхзәб (Төркөмдәр)» сүрәһе, 21-се аят).

Аллаһ Илсеһен ﷺ яратыуҙың иң ҙур файҙаһы – Ҡиәмәт көнөндә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ янында булыу, уның шәфәғәтенә ирешеп, Йәннәт баҡсаларында уның менән күрше булып йәшәү бәхетенә өлгәшә алабыҙ, ин шәә Аллаһ!

Бер ваҡыт Аллаһ Рәсүле ﷺ йома вәғәзен һөйләгәндә, бер бәҙәүи ҡапыл урынынан һикереп тора ла, Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ вәғәзенән бүлдереп: «Ҡиәмәт көнө ҡасан етә?» – тип һорай. Аллаһ Илсеһе ﷺ был иргә ултырырға ҡуша. Вәғәзен һөйләп бөткәс, Пәйғәмбәр ﷺ: «Миңә һорау биргән кеше ҡайҙа әле?» – тип өндәшә. Бәҙәүи урынынан тора ла: «Мин ул, мин бында, эй Аллаһ Рәсүле ﷺ», – ти. Мөхәммәд ﷺ был кешенән: «Хисап көнөнә нимәләр әҙерләнең?» – тип һорай. Тегеһе шулай тип яуап бирә: «Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөнә ҡарата махсус әҙерлегем юҡ, намаҙым, тотҡан ураҙаларым, яҡшы ғәмәлдәрем менән дә маҡтана алмайым, әммә мин Аллаһты ﷻ һәм Уның Рәсүлен ﷺ яратам». Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был иргә: «Ҡиәмәт көнөндә яратҡаның менән бергә булырһың», – тип әйтеп ҡуя.

Шул ваҡиғаға шаһит булған сәхәбә Әнәс былай тигән: «Ислам килгәндән һуң, беҙҙә ошо көн кеүек шатлыҡлы көн булманы. Сөнки беребеҙҙә лә Пәйғәмбәребеҙҙеке ﷺ кеүек, Әбү Бәкер һәм Ғүмәрҙеке кеүек изге ғәмәлдәребеҙ юҡ. Әммә, уларға булған һөйөүебеҙ беҙҙе Яуап көнөндә бәхетле итәсәк, беҙ уларҙың янына баҫасаҡбыҙ, тип, бөтәбеҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ» (әл-Бохари, Мөслим).

Ҡыҫҡаһы, ике донъяла ла бәхетле булыуыбыҙ, Аллаһтың Яратыуы, Ризалығы, Уның Рәхмәтенә ирешеүебеҙ – быларҙың барыһы ла Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ булған һөйөүебеҙгә бәйле. Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ ни тиклем нығыраҡ яратабыҙ, шул тиклем нығыраҡ һөйөүе менән солғап аласаҡ беҙҙе Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә.

«Мөхәббәт ән-Нәби» китабында былай тип яҙылған: «Аллаһу Тәғәләне ﷻ һәм Уның Рәсүлен ﷺ яратыу, хөрмәт итеү – йән ризығы, ул йөрәгебеҙҙе терелтә, имандың асылы булып тора. Һөйөү менән һуғарылмаһа, ғәмәлебеҙ йәнһеҙ бер һын-кәүҙә кеүек. Аллаһты ﷻ һәм Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ һөйгән кешеләрҙең дәрәжәһе ике донъяла ла юғары буласаҡ, улар бәхеткә ирешәсәк. Тап шундайҙар Әхирәттә Аллаһты күреү, Уның Пәйғәмбәре менән бергә булыуҙың иң ҙур өлөшөн аласаҡ» (116-сы бит).

Йә Раббым! Пәйғәмбәребеҙҙе һөйгән, уға итәғәт иткән, шәфәғәтенә лайыҡ мосолман булыуыбыҙҙы насип әйлә. Бар донъяға рәхмәт өсөн яратылған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән терелт беҙҙе, Мәңгелектә Уны һәм яҡындарын күршебеҙ ит. Аллаһүммә әмин!

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....