Һәр беребеҙ – йәмғиәттең бер өлөшө...

Һәр беребеҙ – йәмғиәттең бер өлөшө...

21 ноябрь – Бөтә донъя телевидение көнө

 

– Рәхмәт яуғыры, беҙҙе төшөрөп ҡайтҡандан һуң тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәрҙе, беҙҙең турала күрһәткәндең иртәгәһенә үк беҙҙең тарафтарға ил етәкселеге килеп, предприятиебыҙҙың эше менән танышып ҡайтты. Күп тә үтмәй, производствобыҙҙың үҫешенә өҫтән аҡса бүлделәр, ул ғынамы, район

үҙәгенән ауылыбыҙға ҡәҙәр юл һалып яталар. Беҙҙе төшөргән ҡыҙҙарға рәхмәттәр яуһын, – тигән һөйөнөслө яңылыҡ, ҡайнар сәләмдәр алып ҡайтты беҙгә бер ваҡыт хеҙмәттәшебеҙ Балаҡатайҙа дегет ҡайнатҡан эшҡыуар геройҙарыбыҙҙан.

 

Был шатлыҡлы хәбәрҙән күккә осоп китерҙәй булдым. Һәр ваҡыт шулай: геройымдың тормошо, эше ыңғайға китһә – уларҙан да нығыраҡ ҡыуанам.

Арбитраж судында эш башлаған юрист ҡыҙ тураһында яҙмабыҙ эфирға сығыу менән героинябыҙҙың карьераһы ҡапыл үрләп киткәйне, шул да бик һөйөндөрҙө. Ундай шатлыҡлы хәбәрҙәр килеп тороуын дауам итә, Аллаһҡа шөкөр! Тимәк, тырышыуыбыҙ, ял көнө юлда йөрөүебеҙ бушҡа түгел – һүҙебеҙ, видеояҙмаларыбыҙ эҙһеҙ юғалмай, геройҙарыбыҙҙың хеҙмәтен, уй-кисерештәрен телевизор ҡараусылар ҙа күрә һәм баһалай белә.

Телевидениела ижад «өс таған» кеүек. Беренсе төркөм – ул беҙ: хәбәрселәр, операторҙар, беҙҙе йөрөткән водителдәр. Икенсеһе – геройҙарыбыҙ. Өсөнсө күс – телевизор ҡараусы халыҡ. Ошо өс тараф араһында көс-ҡөҙрәт менән даими алмашыу булырға тейеш. Шул саҡта эшебеҙҙең һөҙөмтәһе була, Әлхәмдүлилләһ! Һәм был энергия бер ҡайҙа ла юғалмай, тамашасыларыбыҙҙың рухын күтәрә, эшебеҙҙе, кешеләрҙе, тыуған яғыбыҙҙы һөйөргә өйрәтә.

Ситтән ҡараһаң, телевидениела эшләгән хәбәрсе эше ап-анһат кеүек, оператор менән кеше араһына сыға ла, микрофонын тоҫҡап һөйләтә лә, телеүҙәгенә ҡайтып, төшөргәнен, нисек бар, шулай эфирға оҙата. Беҙҙең турала йөрөгән шундай фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Юҡ шул, бында күҙгә күренмәгән нәмәләр бик күп. Һәр тапшырыуҙы экран аша халыҡҡа еткереү өҫтөндә уртаса ҡырҡлап белгес ҡатнаша тиһәк тә, аңлашылыр.

Башҡортостан юлдаш телевиде-ниеһы (БСТ) быйыл көҙ сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Ошо көн яҡынлашҡан һайын, бик күп уйландыра. Ни тиһәң дә, йәшлегем, ярты ғүмерем бында үтте, донъяға ҡарашым, рухи ҡиммәттәрем ошо даирәлә формалашты. Тапшырыу геройының шатлығын ҡыуанып, көйөнөсөн һыҙланып ҡабул итергә, хис-тойғоларын тойорға, иғтибарлы булырға өйрәтә беҙҙең эшебеҙ. Был йылы мөнәсәбәтте бөгөн бик йыш ҡулланылған «эмпатия» һүҙе менән атайҙар. Кесегә мәрхәмәтле, олоға итәғәтле бул, тип әйткән боронғоларҙың һүҙе эмпатия булып сыға инде! Кеше күңеленә ҡарата һаҡ мөнәсәбәт, геройыңды ихтирам итеү мотлаҡ. Юғиһә, эшеңдең һөҙөмтәһе матур булмай. Хеҙмәтебеҙ, каналыбыҙҙың контенты ла шуға ҡоролған бит – республикабыҙҙың йылдам үҫешен, өлгөлө шәхестәрен, уларҙың күркәм, изге ғәмәлен яҡтыртыу. Кешелә тик ыңғай яҡтарын күрергә тырыш, шуларҙы һөйлә, – тип өйрәтте беҙҙе йәш саҡта олораҡ хеҙмәттәштәребеҙ. «Яҡшы һүҙ һөйлә, йә өндәшмә», – тигән билдәле хәҙискә тура килә бит уларҙың кәңәше.

Күпме кеше, шунса яҙмыш, геройҙарыбыҙҙың һәр береһе күптәргә фәһем булырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ эштәр башҡарған. Белорет районы Баҡый ауылында ҡунаҡсыл, мөләйем Гәүһәр Аллаярова менән көндөҙ сюжеттар төшөрөп, төнөн әхирәттәр кеүек серләшкәнем әле булһа иҫтә. Ул йылдарҙа ауылда староста вазифаһын алып барған был һөйкөмлө апайҙың яҙмышы һаман уйландыра мине, һүҙҙәре күңелемде йылыта. Был да тормош мәктәбе, рухи йылылыҡ өләшеү.

Үткәнде барлау, киләсәккә аныҡ маҡсат ҡуйыу, эшемдең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаған мәл бөгөн. «Өс нәмә кешене бәйләй: тырышлыҡ, тоғролоҡ һәм ирешелгән уңыштар», – тиелә хәҙистә. Ун йыл самаһы миңә «Сәләм» программаһында, алыштырғыһыҙ етәксем Дилара Зарипова ҡанаты аҫтында эшләргә тура килде. Тап ошо татыу берекмәлә сынығыу алдым. Бөгөнгөнө бөгөн яҡлап, йәрингә ҡалдырмай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға, ең һыҙғанып эшләргә өйрәтте егәрле Дилара Ғәбделхаҡ ҡыҙы. Райондан кем күберәк сюжеттар алып ҡайта, эфирға кем күберәк ҡунаҡ саҡыра – ярыша-ярыша сәмләнеп эшләнек, татыу ҙур ғаилә булып йәшәнек, янып эшләнек. Республика буйлап йыш йөрөргә тура килде беҙгә. Һәр сәфәрҙә халҡыбыҙҙың ни тиклем ҡунаҡсыл, ихлас, асыҡ күңелле булыуына тағы ла нығыраҡ инана барҙыҡ, геройҙарыбыҙға ҡарап, илебеҙҙе һөйөргә өйрәндек, фәһем алдыҡ, күңелебеҙ үҫте.

Татыу, ныҡлы ояла олпат, бай тәжрибәле журналистар янында ҡанат нығыттыҡ. Тормош һабаҡтарын да бирҙе улар. Шуларҙың береһе – үҙ эшенең оҫтаһы, Башҡортостан телевидениеһының алтын фондын тәшкил иткән бик күп фәһемле тапшырыуҙар, фильмдар авторы, телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулаған хеҙмәттәшебеҙ, яғымлы Әлфиә апайыбыҙ Батталова менән хәҙер инде «Әс-Сәләм» гәзите эшендә бергәләп ҡайнап йәшәүем менән сикһеҙ бәхетлемен. «“Ҡуласа” тапшырыуының геройҙары тәрән фекерле, үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы яҙмышлы, ғәжәйеп көслө рухлы кешеләр булды. Был донъя – һынау урыны, һәм ул һынау һәр кемгә көсө еткән ҡәҙәр бирелә. Аллаһу Тәғәлә үҙенең яратҡандарына һәм көслөрәктәргә һынауҙың ауырырағын бирә. Ошоларҙы аңлап, Раббының һынауҙарына риза булып, зарланмайса, йәмғиәткә файҙалы эштәр менән шөғөлләнгән был кешеләр тураһында уйланыу мине Аллаһҡа, дингә яҡынайта барҙы. Дини ғилем алыуға ынтылыш уянды», – ти телевидениеның тормошона йоғонтоһо тураһында ҡәҙерле коллегабыҙ. Әлфиә Сәлимйән ҡыҙына журналистикала тағы ла күп йылдар емешле эшләргә яҙһын, ин шәә Аллаһ!

Әлфиә апайҙыҡы кеүек минең дә шулай: динебеҙ менән ҡыҙыҡһына башлауым эшемә бәйле, әлхәмдүлилләһи шөкөр! Ғәйет байрамдары яҡыная башлаһа, ни өсөндөр, ошо темаға бағышлап, миңә йә сюжет төшөрөргә, йә ҡунаҡ саҡырырға ҡуша торғайны етәксем. Тамсы тама-тама таш тишә, тигәндәре раҫтыр. Коллективыбыҙҙағы, эфирыбыҙҙағы яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ мөхите рухымды үҫтерҙе, ислам диненә һөйөү уятты.

Миңә ышанып, яуаплы эштәр ҡушып, ҙур проекттарға йәлеп иткән, үҙҙәренең тапшырыуҙарына ижади бригадаларға саҡырған хеҙмәттәштәремә рәхмәтем сикһеҙ. Кеше күңеле – тәрән даръя, һаҡ ҡына ҡағыл, – тигән дәрес бирҙеләр.

Яҙмышымда билдәле телерадиожурналист, йәмәғәт эшмәкәре Морат хәҙрәт Лоҡманов айырым урын биләй. Егерме йыл дауамында ул халыҡ яратып ҡараған «Йома» тапшырыуын етәкләй һәм алып бара. Аллаһ Илсеһе Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Ҡатмарлаштырмағыҙ, еңеләйтегеҙ», – тине, йәғни, Раббыбыҙ ҡушҡанын кешегә ауырлыҡ һалмай, биҙҙермәй генә аңлатырға кәңәш итә. Һәм минең хәҙерге етәксем Морат Нәжип улы ла динебеҙҙе экранда ла, тормошта ла еңел һәм аңлайышлы итеп еткерә белә. Ҡөрьәнгә, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Сөннәтенә таянып эшләй, диндәштәре, милләттәштәре өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, һәр беребеҙ өсөн яҡшылыҡта өлгө булып тора. Үҙ ғүмерендә күпме кешегә ярҙам иткәнен, ни саҡлы изгелек өләшкәнен яҡшы беләбеҙ беҙ. Ул яратҡан журналистика эшендә лә, дини эшмәкәрлегендә лә, республиканың күп яҡлы йәмәғәт тормошонда ла өлгөрә. Морат хәҙрәттең әйткәне – йөрәккә дауа. Уның файҙалы өгөт-нәсихәттәрен туҡтауһыҙ яҙып барһаң – фәһемле китап килеп сығыр ине!

Эшкә байрамға кеүек йөрөгән кешеләр бәхетле була, тиҙәр. Был һүҙҙәр гүйә тап беҙгә, телевидение эшселәренә, төбәп әйтелгән. Бер көнөң икенсеһенә оҡшамаған, көн һайын яңы кешеләр, матур осрашыуҙар. Йәмғиәттә ҡайнап йәшәйһең, көс алаһың. Был да динебеҙ ҡануниәтенә тулыһынса тап килә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-саләтү үә сәлләм: «Бер-берегеҙҙән айырылмағыҙ, сөнки бүре көтөүҙән айырылған һарыҡты алып китә», – тип әйткән. Теләһәң дә, беҙҙең эштә интроверт (үҙ-үҙенә йомолған кеше) булып ҡалып булмай. Телевидение – ул коллектив ижад! Ә һәр беребеҙ – йәмғиәттең бер өлөшө, тимәк, уға беҙ бергәләп хеҙмәт итергә, файҙа килтерергә, уның киләсәген ҡайғыртырға тейешбеҙ.

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...