«Олатай-өләсәйҙәр аҡылын тотоп йәшәнем...»
Беҙҙең тормошобоҙҙа һәр көн тиерлек төрлө кешеләр менән осрашыуҙар була. Һәр кеше үҙенең ҡиәфәте, ғәмәлдәре, донъяһы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ҡайһы берҙәре эргәһенән бөтөнләй китәһе килмәй, һәм ундайҙар янында оҙаҡ итеп ултыраһы, һөйләшәһе килә. Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе Сөләймәнова Нурия Сәғеҙетдин ҡыҙы тап шундайҙарҙан: уның янында һәр саҡ йылы, тыныс, рәхәт, күңелле.
– Нурия апай, Һеҙ ниндәй ғаиләлә, мөхиттә тыуып үҫкәнһегеҙ?
– Мин бала саҡтан иҫләүемсә, әтей-инәйем (ата-әсәйем) бик динле кешеләр ине. Улар, ауыл муллаһында уҡып, белем алған. Ауыр заманалар булһа ла, бер ураҙаны ҡалдырмай тотҡандар. Әтейем тырыш, йүнсел кеше булғанлыҡтан, аслыҡтан бик интекмәнек. Инәйем дә оҫта ҡуллы ине, бешергән ризыҡтарының тәмен әле лә оноторлоҡ түгел. Әтей-инәйем беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәтте, шуға уларға сикһеҙ рәхмәтлемен!
– Һеҙ күп йылдар сауҙа өлкәһендә эшләгәнһегеҙ. «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» тигән почетлы исемгә лайыҡ булғанһығыҙ. Шулай уҡ «Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы» тигән юғары наградағыҙ һәм бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарығыҙ бар.
Сауҙа өлкәһендә эшләгән кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Шул турала ла һөйләп үтегеҙ әле.
– Эйе, мин 30 йылдан ашыу һатыусы булып эшләнем. Аҙыҡ-түлек булмаған, әйберҙәр етмәгән, талон заманында ла эшләргә тура килде. Бында ла инәйемдең кәңәше һәр саҡ ҡолаҡта яңғырап торҙо: «Кеше ризығына кермә!», «Һәр тиненә тиклем кешегә ҡайтарып бир!», «Кеше алдама!». Һәр кәңәше алтынға тиң. Бер кемде лә алдамаҫҡа, бер кемде лә рәнйетмәҫкә тырыштым. Ауыл әбейҙәре тиненә тиклем дөрөҫ биргәнһең, тип, килеп рәхмәт әйтеп китерҙәр ине.
– Сөбханаллаһ! Йортоғоҙ сәскәгә күмелгән, һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип. Өлкән йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтәһегеҙ. Өй эстәре лә күҙҙең яуын алып тора, ҡул эштәренә кемдән өйрәндегеҙ, Нурия апай?
– Бала саҡтан бер күренеш хәтерҙә ҡалған: мейескә терәлеп ултырған Рима апайым бәйләм-сигеүҙәр менән булыша. Ҡулы бер ҙә буш торманы. Энә тоторға уға ҡарап өйрәндем, тип әйтергә лә булыр. Аҙаҡ үҙем әкренләп ойоҡбаштар бәйләргә, матур итеп сигергә, ырғаҡ менән биҙәргә өйрәндем. Ҡул эштәре – бик файҙалы шөгөл, кеше ял итә, төрлө уйҙар тарала, тынысланып ҡалаһың. Хәҙистәрҙә лә әйтелә бит: «Әгәр ҡатын-ҡыҙ бәйләй, һәм бәйләгән әйберен ире кейә икән, бәйләмдәге һәр бер күҙенә cауап яҙылыр, йыл буйы уҡыған фарыз намаҙҙарына тиң рәхмәттәргә ирешер». Ә инде матур әйберҙәреңде, күреп тә, башҡаларға бүләк итеп тә, ни тиклем ҡыуанаһың!
– Аш-һыуға ла оҫта бит Һеҙ!
– Кейәүгә сыҡҡанда ҡоймаҡ ҡына бешерергә белә инем (көлә). Аш-һыу яраштырыу ул – ҙур бәхет. Бешергән һайын оҫтараһың, бешергән һайын тәмлерәк килеп сыға: бәлештәр ҙә, ҡоймаҡтар ҙа, бауырһаҡ та. Ҡунаҡҡа килгән ейәнем ҡайтҡас әсәһенә әйтә икән: «Әсәй, мин белдем ни өсөн ҡәртнәйем (өләсәйем) тәмле бешерә – ул һәр ваҡыт «Бисмилләһ» әйтә!». Ҡыҙым аптырап, мин дә «Бисмилләһ» әйтәм бешергәндә, ти икән. Ейәнем: «Юҡ, ҡәртнәйем һәр аҙым һайын «Бисмилләһ» әйтә!» – тигән. Эйе, аш-һыуҙы һәр ваҡыт «Бисмилләһ» әйтеп, башҡа яулыҡ бәйләп, иң изге теләктәр теләп бешерергә кәрәк, шул ваҡытта бешергән ризығың тәмле лә, файҙалы ла була.
– Нурия апай, Һеҙ биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмайһығыҙ, өйөгөҙҙә аят аштарын да йыш үткәреп тораһығыҙ. Йортоғоҙҙо шул да нурлайҙыр инде?
– Мәрхүмә инәйем: «Ҡыҙым, өс кеше генә булһа ла әйтеп, йыл һайын мәүлит уҡыт! Мәүлит уҡытыу – иң сауаплы эш», – тип әйтеп ҡалдырҙы. Уның теләген үтәргә тырышам – йыл һайын мәүлит уҡытам. Беҙ мәүлитте уҡыттыҡ, уҡытабыҙ һәм уҡытасаҡбыҙ, тинем ошо байрамдың мәғәнәһен аңламағандарға. Тағы ла Рамаҙан айында ифтарҙар, йыл һайын ҡорбан аштары үткәрергә тырышам. Беҙҙең Яңы Яуыш халҡы берҙәм. Ауылдаштар, туғандарым, күршеләрем һәр саҡ ярҙам итә аят аштарын үткәреүҙә. Ҡайһы бешеренеп килә, ҡайһы аш әҙерләй, ҡайһы һалма киҫә – һәр кемгә эш табыла. Уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен! Аллаһ ризалығы өсөн Ҡөрьән аяттары уҡыу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, уларҙың рухтарына доға ҡылыу бер ҡайҙа ла, бер кем менән дә тыйылмаған. Ошондай изге табындар, бәрәкәтле мәжлестәр үткәреү оло быуындан килгән бит!
– Һеҙ диндар өләсәй, олатай тәрбиәһендә үҫкән кеше, уларҙың ниндәй кәңәштәрен иҫләйһегеҙ?
– Ҡарттайым (олатай) заманында өс тапҡыр Хажға барған. Ул заманда Хажға йәйәү барғандар, йылдар буйы йөрөгәндәр. Күрше ауылда мәсет төҙөткән, ремонттан һуң ул мәсет әле лә эшләп килә. Ҡәртнәйем (өләсәйем) һәр ваҡыт яҡшы теләктә булды. Кәңәштәре лә ныҡ хәтерҙә ҡалған: «Мәктәптә «Аллаһ юҡ!» – тип әйтһәләр, өндәшмә, «Әстәғфируллаһ», тип ултыр!» тиер ине. «Кешенең йөҙөн йыртма! Асыу килгәндә лә, өндәшмә!», «Һүҙ юллама!», тигән аҡыллы һүҙҙәре ҙур мәғәнәгә эйә. Быуындан-быуынға күсеп килгән халыҡ аҡылын балаларына биреп ҡалдырырға тырышҡан беҙҙең олатай-өләсәй, атай-әсәйҙәр!
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Нурия апай! Ошондай иманлы, тәүфиҡле кешеләр булғанда, йәшәй әле беҙҙең милләтебеҙ, динебеҙ, өммәтебеҙ, әлхәмдүллиләһ!