Ватансылыҡ иманға, дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә нигеҙләнә!

Ватансылыҡ иманға, дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә нигеҙләнә!

«Ошо йәшемә етеп, ундай кешеләр менән ныҡ ауыр икәнен белмәгәнмен, шуның өсөн хатта эшемде ташлап китәһем килә», – тип зарланды миңә бер көн хәл һорашырға туҡтаған арала яҡташым Р. апай. Был ханым, хаҡлы ялға сыҡҡас, социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә урынлашып, оло йәштәгеләргә, яңғыҙ ҡарттарға, инвалидтарға ҡулғамыт итә. Кемдеңдер фатирына аҙыҡ-түлек ташый, кемдеңдер торлағын йыйыштыра, хатта ҡайһы берәүҙәрен йыуындыра, тәрбиәләй, ашарға бешерә.

 

Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнгәме, бәләкәйҙән яуаплы, ярҙамсыл, тырыш, ҡара эшкә әрһеҙ был апай, ололарҙың мыжыуына түҙә, һәр кешегә йылы һүҙ таба. «Әммә сабырлығымдың да сиге бар икән, – тип уртаҡлашты ул бер күрешкәнебеҙҙә. – Ил-йортобоҙҙо хурлай башлаһалар, түҙер әмәлем ҡалмай. Аллаһҡа шөкөр, араларынан берәүһе генә ҡаты тәнҡитсе. Үҙе Урта Азияла тыуып үҫкән, ил тарҡалғас, ата-әсәһенең тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр булғандар, бында белем алған, апаруҡ (35 йыл!) ғүмере Башҡортостанда үтһә лә, ата-олаталары, үҙе йәшәгән ерҙе һаман да ят итә. Фатирына барып инеү менән тыуған илемде яманларға тотона, мин тегенеһен-быныһын эшләгәнсе, ғәзиз тупрағымды бөтөрөп ташлай. Ауыҙыма һыу уртлағандай, шым ғына йөрөргә йә һүҙҙе икенсегә бороп ебәрергә тырышһам да, илемде кәмһетеү өсөн уға сәбәп табылып ҡына тора. Кәрәкмәй миңә ундай клиент, тип бәрә-һуға сығып китер инем, ғәрип булғас, сабыр итергә тура килә, хатта йәлләйем үҙен».

Р. апайҙың кисерештәре, тойғолары миңә лә яҡын. Үҙ ерен, үҙ йортон, туған-тыумасаһын яманлай башлаһалар, хәлем бөтә, кәйефем төшә. Изге төшөнсәне аяҡ аҫтына тапаған инсандан да әшәке кеше юҡтыр был донъ-яла! Эсәр һыуына ғына түгел, Аллаһ биргән бөтә ниғмәттәргә төкөргән әҙәм булып сыға бит ундай кеше! Ныҡ ҡыйын шундайҙар янында. Иғтибар иттем: илен яратмаған кеше телен дә, моңон да, күршеләрен дә яратмай, бер кемде лә һанға һуҡмай! Нимәнелер хурлағанда, хатта батыр итеп хис итә үҙен! Батыр түгел, бахыр булып сыға, иман зәғифлеге унда! Әсәйем шундайҙарҙы «мөхәббәтһеҙ» тип кенә ебәрә ине. Ысыны шулай!

Иң ҡурҡынысы – ошо сирҙе үҙебеҙҙә табыу. Уйланайыҡ әле, башҡа кеше яманлаһа, үҙебеҙ ҙә: «Ыһы!» – тип ризалашып, баш ҡағып тормайбыҙмы икән? Ҡайсаҡ үҙебеҙҙе аҡыллы сәйәсмәндәй хис итеп, тәнҡит һүҙебеҙҙе дөйөм хәбәргә ҡыҫтырып өлгөрмәһәк, күңелебеҙ булмай. Донъя һәм сәйәсәт хәлдәрен һәр ерҙә – аш-һыу бүлмәһендә лә, сәфәрҙә, хатта кеше ерләгәндә сәйнәйбеҙ, зарланабыҙ, мөһөр һуғабыҙ. Интернетҡа инһәң инде, унда һәр пост аҫтында негатив (бер яҡшыһына ун насар йә унан да күберәк!) комментарийҙар. Ватансылыҡ тойғоһо, илһөйәрлегебеҙ ҡайҙа? Йырҙарҙа тыуған илен, батырҙарыбыҙҙы данлаған, иманға әйҙәгән халыҡтың вариҫтарына нимә булған бөгөн, ниндәй ауырыу йоҡҡан беҙгә?

Аллаһ беҙҙе күрә һәм ишетә, Ул бөтә нәмәнән хәбәрҙар. Шуға (ялҡытты бындай йәшәүҙәр) йә (ана шул илдә яҡшыраҡ, байыраҡ) йә башҡа ҡәнәғәтһеҙлек белдереп шаулауыбыҙға, һәр нәмәнән йөй эҙләп, бер туҡтауһыҙ зарланған-мыжыған ҡолдарынан Аллаһу Тәғәләбеҙ риза булырмы, Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм быға нисек ҡарар, беҙҙән ҡәнәғәт булыр инеме икән? Аллаһтың ниғмәттәрен күрә һәм баһалай беләбеҙме беҙ? Тыуған илгә, тыуған төйәккә мөхәббәт, Ватаныбыҙ өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү ни өсөн кәрәк? Туған илебеҙҙе яратырға тейешбеҙме?

Мөбәрәк динебеҙ – беҙгә нәсихәт. Изге Ҡөрьәндә «Ватан», «Атайсал», «Илһөйәрлек» кеүек төшөнсәләр килтерелмәй, әммә Аллаһу Тәғәлә Китабында әйтә (мәғәнәһе): «Бер-берегеҙгә дошман булған саҡтағы Аллаһтың һеҙгә ниғмәтен иҫкә алығыҙ. Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе яҡынайтты, һеҙ Аллаһтың ниғмәте менән ҡәрҙәштәр булдығыҙ» («Әлү Ғимран» сүрәһе, 103-сө аят). Был – Аллаһҡа ышанған һәр кем – туған, яҡын кеше, һәм был яҡын мөнәсәбәттән дә яҡшыраҡ бер нәмә юҡ, тигәнде аңлата. Был аятта шулай уҡ илһөйәрлек нигеҙен нығытыусы ғаилә һәм социаль бәйләнештәрҙең мөһимлеге әйтелә. Аллаһ беҙҙе изгелеккә өндәй, бөтәһенә лә – таныштарға йәки таныш булмағандарға ла яҡшы мөнәсәбәттә булырға өйрәтә.

Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп, үҫтереп буламы икән? Динебеҙҙә һәр һорауға яуап табып була. Иң тәүҙә Ҡөрьәнгә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Сөннәтенә таянайыҡ.

Мосолмандар өсөн ысын ватансылыҡ, илһөйәрлек өлгөһө – ул яратҡан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ. Мәҙинәгә һижрәт ҡылыр алдынан, ул Мәккәгә әйләнеп ҡарай ҙа: «Билләһи, һин ер йөҙөндәге иң матур, иң яҡын төйәгем, минең өсөн һинән дә ҡәҙерлерәк урын юҡ. Тәҡдирем ҡушмаһа, мин бер мәлгә лә һинән айырылмаҫ инем», – тип әйтә. Бер ваҡыт Өхөд тауына ҡарап, Аллаһ Илсеһе ﷺ шундай һүҙҙәр әйтә: «Беҙ Өхөдтө яратабыҙ, һәм Өхөд беҙҙе ярата» (Бохари). Был хәҙистәр Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тыуған ерен өҙөлөп яратыуына дәлил. Уның тормошо – бөтәбеҙ өсөн күркәм миҫал, илһөйәрлек үрнәге. Ватансылыҡ тойғоһо иманға, дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә нигеҙләнә, тип күрһәтә беҙгә үҙ өлгөһөндә Аллаһ Илсеһе ﷺ. Динебеҙҙә илһөйәр – ул Ватанын, ата-бабалар ерен, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен яратып ҡәҙерләгән генә түгел, тыуған илен сәскә аттырыр, ғилемдәрен арттырыр шәхес. Ул бер ваҡытта ла бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуймай, бөтәһен дә ихтирам итә.

Икенсенән – тәҡүә кешеләрҙең тарихын өйрәнәйек. Билдәле дин әһеле имам әш-Шәфиғиҙең дә ошо хаҡта шәп һүҙҙәре бар: «Тарихты өйрәнгән кешенең аҡылы арта һәм хаталары кәмей». Ислам динен күңеле, йөрәге менән ҡабул итеп, иманын, ерен һаҡлап ҡалырға тырышҡан халҡыбыҙҙың изге ниәтенә өлгәшкәнен белеү, шанлы тарихты уҡып кинәнеү – һәр беребеҙ өсөн оло дәрес. Улар бер ваҡытта ла бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуймай.

Өсөнсөнән – илһөйәрлек тәрбиәһен сәйәхәттә алырға мөмкин. Эш буйынса байтаҡ ерҙәр гиҙергә, оҙон юлдар үтергә тура килә миңә, сит тарафта ял иткәнем дә бар. Сәфәрҙә йөрөгәндә, барыбер тәбиғәтте күҙәтәһең, үҙебеҙҙең яҡтар менән сағыштыраһың, оҙаҡ та булмайһың, йәнтөйәгеңде, туғандарыңды һағына башлайһың. Күҙәткән һайын һәр саҡ: Ожмахҡа тиң ерҙә йәшәйбеҙ икән, тигән бер һығымтаға киленә. Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте был. Туризм өлкәһендә эшләгән милләттәштәребеҙ ҙә шуны иҫбатлай, Урал ынйыһы – Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге изге һәм үҙенсәлекле, ти улар. Аллаһ яратҡан һәр нәмәгә һөйөү күҙлеге аша бағырға өйрәтә. Раббыбыҙ тап ошо гүзәл ерҙе беҙҙең өсөн һайлаған, әлмисаҡта ата-бабаларыбыҙға төпләнергә, күп быуаттар үткәс, беҙгә тыуырға насип иткән. Аллаһтың ҡануны был, һәм был беҙҙең өсөн иң хәйерлеһе! Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, динебеҙ алға бара, намаҙ уҡыуға, ураҙа тотоуға ҡаршы торған кеше юҡ, киреһенсә, илебеҙ дин буйынса йәшәүҙе хуп-лай, өммәтебеҙ нығына, илебеҙҙә, республикабыҙҙа мосолмандар һаны арта, Аллаһҡа мең рәхмәт! Беҙ ҙә динебеҙ үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, сауапҡа ирешә алабыҙ. Күркәм еребеҙҙә күркәм ғибәҙәт булһын, ин шәә Аллаһ!

Шулай уҡ йәндәй күреп яратҡан ғаиләбеҙ, яҡындарыбыҙ, дуҫ-иштәребеҙ бында йәшәй. Улар ҙа был тарафта буй еткергән, уҡып сыҡҡан, тырышып эшләп, үҙ көстәре менән донъя ҡороп ебәргән.

Тыуған еребеҙҙең именлеге өсөн йәнен фиҙа ҡылып, ғүмерҙәрен аямай, динен һаҡлап ҡалған, вариҫтары, йәғни беҙҙең өсөн туҡтауһыҙ доғала булған атай-олатайҙарыбыҙ өсөн дә яратырға тейешбеҙ Ватаныбыҙҙы, Атайсалыбыҙҙы! Ҡаһарман бабаларыбыҙҙың рухын шатландырып, уларға хөрмәт күрһәтеп, изге еребеҙҙе – әүлиәләр төйәге – Башҡортостаныбыҙҙы ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ!

Матурлығы, ҡомартҡыһы һанап бөткөһөҙ тыуған еребеҙҙең! Бында донъяға килгәнбеҙ, белем алғанбыҙ, балалар үҫтерәбеҙ! «Мөхәббәтһеҙ» булырға яҙмаһын! Ожмахтай илебеҙҙең ҡәҙерен белеп, уға күп файҙа килтереп, Аллаһ биргән ниғмәттәргә шөкөр итеп, шатланып йәшәйек, изгелек ҡылып, тирә-яҡҡа һөйөү менән бағайыҡ.

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...