Етәксене ниндәй сифат билдәләй?

Етәксене ниндәй сифат билдәләй?

Урындағы идара башлыҡтары (наместниктар) хәлиф Ғүмәр ибне әл-Хаттаб янына, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсетенә кәңәшмәгә йыйыла. Унда дәүләттең мөһим мәсьәләләре ҡаралырға тейеш була.

 

Мәсеткә инһәләр, күрәләр – хәлиф, атҡа атландырған һымаҡ, арҡаһына балаларҙы ултыртып алған да дүрт аяҡлап йөрөп ята.

Наместниктарҙың береһе, түҙмәй: «Мөьминдәрҙең әмире, мин һеҙгә бик ғәжәпләнәм. Минең ун балам бар – үҙ ғүмеремдә уларҙың береһен дә бер ҡабат та үпмәнем», – ти. Ғүмәр сәхәбә уға ҡарай ҙа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен ҡабатлай: «Әгәр Аллаһ һинең йөрәгеңде мәрхәмәтлектән мәхрүм иткән икән, мин нимә эшләй алам инде?» Һәм ул был кешене вазифаһынан бушата – бер генә сифаты өсөн!

Балаларҙы һөймәгән кеше – өлкәндәр менән идара итә алмай.

 

5-се биттәге материалдарҙы Әлфиә Батталова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...