«Хур ҡыҙы»

«Хур ҡыҙы»

Яҡты донъяларҙа Аллаһу Тәғәлә кешеләрҙе төрлө итеп яратҡан: кемгәлер ҙур аҡыл, кемгәлер оло талант, кемгәлер ижади һәләт биргән. Ә кемгәлер төрлө ҡатмарлы һынауҙар үтерлек тормош биргән. Физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән, психик һәм аҡыл яғынан үҫеше тотҡарланған кешеләр тураһында ишетеп-күреп, белеп торабыҙ.

 

Минең эшем ошондай балаларҙы уҡытыу менән бәйле: һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәргә белем бирәм. Уҡыусыларым араһында ла төрлөһө бар: тырышып, төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар алғандары ла; тырышып, яҡшы билдәләр менән ата-әсәһен ҡыуандырғаны ла; тырышып, бер нисә ай, йыл эсендә энә күҙендәй генә белем-тәрбиә үҙләштергәне лә...

Шулай бер көндө уҡыусым менән дәрестәр үткәрҙек (өйөнә барып уҡытам, үҙе йөрөй алмай). Һәр ваҡыттағыса, нимәгә өйрәтергә, ниндәй белем бирергә, ниндәй яңылыҡ асырға, нимәне үҙләштерергә тип уйлап, дәрестәр әҙерләнем. Ул көндө нисек кенә тырышһаҡ та, бер нимә лә үҙләштерә лә, бер ниндәй яңылыҡ та аса алманыҡ. Төрлөсә аңлатып, күрһәтеп ҡараным, тик бер генә лә яуап ишетмәнем, эшемдең тамсылай ҙа һөҙөмтәһен күрмәнем. Һәм мин бөтөнләй хәлем бөтөп, уҡыусының эргәһенә ултырҙым да, әкрен генә һөйләнә башланым: «Эй Раббым, ярҙам итсе, нисек кенә аңлатайым икән, нисек кенә уҡытайым, белем бирәйем икән? Эй Раббым, түккән көсөбөҙ бушҡа булмаһын ине! Эй Раббым, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам ит беҙгә!»

Мин Аллаһтан шул тиклем ялбарып һораным, хатта күҙҙән йәш аҡҡанын да тойманым. Һәм шул ваҡыт кемдер миңә әкрен генә: «Хур ҡыҙы!» – тип әйткән кеүек булды. Мин аңғармаҫтан: «Ә Хур малайы бармы икән?» – тип һораным да, үҙемдең һорауыма үҙем һиҫкәнеп, уянып киткәндәй булдым. Ян-яғыма ҡарайым, беҙ уҡыусым менән икәү генә ултырабыҙ. Ул минең күҙҙәремә шундай мөлдөрәмә итеп ҡараған, йөҙөндә йылмайыу, ә үҙен нисектер ғәйепле тотҡан кеүек, йәнәһе лә, хәленән килгәнсе тырыша бит, тик булдыра алмай! Уны ҡосаҡлап алдым, уҡыусым ҡояштай балҡып китте! Мин бит «Хур ҡыҙы» менән эшләйем! Ысынлап та, үҙе инвалид, тик ата-әсәһенең ҡарауында, ашатыуында, тәрбиәһендә, хәстәрләүендә булған бала ниндәй гонаһ эшләһен инде! Уларҙы Аллаһ гонаһтарҙан йыраҡ ҡуйғандыр ул.

Икенсе көндө дәрескә барғанда, мин: «Хур ҡыҙы менән эшләйем!» – тип барҙым. Һәм беҙҙең дәрестәр ҙә еңел үтте, бик арыманыҡ та, күтәренке кәйеф менән уҡыу материалын, теманы үҙләштерә алдыҡ! «Үҙенсәлекле» баланың интуицияһы ныҡ үҫешкән, һинең күңелеңдә нимә ятҡанын улар шунда уҡ күрә, тоя, белә!

Шулай, иғтибарлап ҡараһаҡ, беҙҙең эргәлә лә шундай «Хур ҡыҙҙары», «Хур малайҙары» йөрөйҙөр. Беҙ, әҙәм балаһы, үҙебеҙҙең тәкәббәрлеккә баш була алмай, уларҙы күрмәйбеҙҙер, бәлки...

 

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...