ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бесәйебеҙ ныҡ ҡартайҙы, бер күҙе һуҡырайҙы, йөрөй алмай, башы әйләнеп китә, тиреһендә лә ниндәйҙер проблемаһы бар һ.б. Уның ғазапланып йәшәүен ҡарап тороуы аяныс. Бесәйебеҙҙе ветеринарға алып барып, үлтерә торған укол ҡаҙатыу гонаһмы?

Артабан һауығыуына өмөт булмаһа, йорт хайуанын ауыр ғазаптарҙан ҡотолдорор өсөн, ҡаҙарға рөхсәт ителә. («Мәүәхиб әл-Жәлил»)

 

 

 

Диабет менән ауырығас, миңә көнөнә әллә нисәмә тапҡыр бармағымды тишеп, ҡан һығып сығарып, шәкәр кимәлен махсус тестерҙа тикшерергә тура килә. Ошо ваҡытта тәһәрәтем боҙоламы икән?

Эйе, тәһәрәтегеҙ боҙола. Имам Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ярашлы, яранан ҡан сыҡһа (шул иҫәптән тире тишелһә) тәһәрәт боҙола. Әгәр берәү, мәҫәлән, яраланып та, әммә яраһы эсендәге ҡан тышҡа (тире япмаһы өҫтөнә) ағып сыҡмаһа, яра эсендә тороп ҡалһа, уның тәһәрәте боҙолмай. («Мәхтәсәр Ҡудури»)

 

 

 

Әлеге мәлдә йорт хужабикәһемен, өйҙә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Ирем ай һайын миңә аҡса биреп торорға тейешме, юҡмы, шуны белергә ине.

Ир ҡатынын матди яҡтан тәьмин итеп торорға бурыслы. Матди тәьминәт тигәндә, ғаиләһенең торор урынын (торлағын) хәстәрләп, уның өсөн түләү, ашарға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алыу – ир иңендә. Шунан артығы кәрәкмәй ҙә – кәрәкле әйберҙәр менән арттырып тәьмин итеү фарыз түгел. Шуға ҡарамаҫтан, ислам хоҡуғы белгестәре, ир кешегә, ҡатынының ҡайһы бер ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн, уға ай һайын аҡса бүлергә кәрәк, тип һанай. Өйҙә ултырған ҡатындың да үҙе өсөн алырға теләгән әйберҙәре була, яҡындары өсөн дә ниҙер алаһы килә. Ир быны онотмаһын һәм, үҙенең мөмкинлегенә, матди хәленә ҡарап, аҡса бирһен. («Дурар Мөхтәр»)

 

 

 

Ҡатыны вафат булһа, ире уның йөҙөнә ҡарай аламы? Үлем никахты юҡҡа сығара, шуға күрә ир кешегә үҙенең вафат ҡатынының йөҙөнә ҡарарға ярамай, сөнки ул инде уға сит ҡатын кеүек, тип әйтәләр. Был мине аптырауға һалды. Әгәр никах өҙөлгән икән, ир менән ҡатын Ожмахта ғаилә булараҡ нисек кире ҡауыша аласаҡ? Ошо мәсьәләне мин дә, бүтәндәр ҙә аңларлыҡ итеп асыҡлап китә алмаҫһығыҙмы икән?

Ир үҙенең вафат ҡатынының йөҙөнә ҡарай ала, әммә шул уҡ ваҡытта уның тәненә (тиреһенә) ҡағыла алмай. Үлем ҡайһы бер яҡтарҙан ғына никахты ғәмәлдән сығара. Ир кеше үлгән ҡатынынан тыш, тағы дүрт ҡатын-ҡыҙға бер юлы өйләнергә мөмкин. Әммә башҡа йәһәттән никах артабан да үҙ көсөндә ҡала килә. Шуға күрә лә ул ир менән ҡатын Ожмахта, Аллаһ насип итһә, кире ҡауыша аласаҡ. («Әхсән әл-Фәтәүә»)

 

 

 

Хәрәм юл менән эшләнгән аҡсаға ҡылынған хаж үтәлгән, тип һаналамы?

Хажда үтәлә торған бөтә йолалар, ғәмәлдәр үтәлеп бөтһә, оло ғибәҙәт үтәлгән, тип һанала, әммә хәрәм юл менән тапҡан аҡсаны хажға тотонған кеше гонаһлы.

Шулай уҡ кемдәндер тартып алынған ерҙә намаҙ уҡыған кеше гонаһлы булһа ла, бындағы ғибәҙәте үтәлгән, тип һанала. «Бәхр» китабында, хаж йәки ғөмрәгә юлланған кеше уларҙы фәҡәт хәләл юл менән эшләп табылған аҡсаға ҡылырға тырышырға тейеш, тиелә. Сөнки, хәҙистә әйтелгәнсә, хәрәм юл менән эшләнгән аҡсаға ҡылынған хажды Аллаһ ҡабул итмәй.

Был осраҡта, иңдән хаж ҡылыу бурысы төшһә лә, уның өсөн сауап булмай. Шулай уҡ, хәләл аҡса эшләргә мөмкинлеге булып та, ғибәҙәтен хәрәм юл менән табылған аҡсаға үтәгән кеше бының өсөн язаланмаясаҡ.

 

 

 

Бер ҡатын үҙенең етәксеһе файҙаһына клиентына ҡаршы ялған шаһитлыҡ бирә. Һөҙөмтәлә, клиент байтаҡ аҡсаһын юғалта. Әммә ҡатын быға үкенмәй. Динебеҙ быға нисек ҡарай?

Ялған шаһитлыҡ биреү – динебеҙҙә иң ҡурҡыныс һәм ҙур гонаһтарҙың береһе. Имам әл-Бохари тапшырған хәҙистә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ, бер диуарға терәлеп ултырып, үҙенең сәхәбәләренә ҡайһы бер ҙур гонаһтар тураһында һөйләгәне хәбәр ителә. Күп илаһлылыҡ (ширк) – иң ҙур гонаһ, ти Аллаһ Рәсүле ﷺ. Шунан инде ата-әсәне тыңламауҙы телгә ала. Аҙаҡ турая ла ҡаты итеп ялған шаһитлыҡ биреүҙе атай. Һәм был гонаһты ҡат-ҡат ҡабатлап әйтә, әйткәндә, бөтә булмышында ҙур хәүеф сағыла, хатта сәхәбәләре уның өсөн борсола башлай, тынысландырғыһы килә.

Был ҡатын, бер ниндәй ғәйебе булмаған кешегә ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп, уның абруйын төшөрөп, аҡсаһыҙ ҡалдырып, зыян итһә, был осраҡта килтерелгән зыян өсөн был ханым ғына яуаплы. Үҙ ғәйебен таныу менән, ул үҙ хатаһын төҙәтергә, был кешенең исемен аҡларға, уға аҡсаһын тиҙерәк ҡайтарыуҙы хәстәрләргә тейеш. Юғиһә, уға, аҫтараҡ килтерелгән хәҙистә әйтелгәнсә, теге донъяла ныҡ ауыр буласаҡ.

Имам Әхмәт үҙенең йыйынтығында Әбү Һурайранан тапшырылған хәҙисте килтерә. Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләренә һорау бирә:

– Кем ярлы икәнен беләһегеҙме?

– Беҙ аңлағанса, бер тин дә аҡсаһы булмаған кеше ярлы, – тип яуап ҡайтара сәхәбәләре.

Аллаһ Рәсүле ﷺ улар менән ризалашмай һәм кем ысынлап та ярлы икәнен әйтеп бирә:

– Өммәтемдең ярлыһы – Ҡиәмәт көнөнә күп изгелектәр ҡылып, намаҙҙар уҡып, ураҙалар тотоп, зәкәт түләп, шул уҡ ваҡытта, берәүҙе рәнйетеп, икенсеһенә яла яғып, өсөнсөһөнөң мөлкәтен тартып алып, дүртенсеһенең ҡанын түгеп, бишенсеһен ҡағып-һуғып килгәне. Һөҙөмтәлә, был әҙәмдәрҙең хоҡуҡтарын боҙған кешенең изге эштәре ҡалмай, рәнйетелгән кешеләргә бүленеп бирелә. Килтерелгән зыянды ҡаплар өсөн ғәмәлдәре етмәһә, уның иңенә ҡасандыр үҙе мыҫҡыл иткән кешеләрҙең гонаһтары йөкмәтеләсәк, һәм уны йәһәннәм утына бырғарҙар. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә беҙҙе гонаһтарҙан һаҡлаһын. Аллаһүммә әмин!

 

 

 

Тәһәрәт алғанда сит кешенең ярҙам итеүе яраймы?

Ҡомғанға йә һауытҡа һыу тултырып, уны алып килеү һымаҡ ярҙам ярай. Әгәр ҙә ағзаларҙы йыуыу һымаҡ ярҙам күҙ уңында тотолһа, етди сәбәпһеҙ, был ты-йыла. Шуға күрә «Татархәниә» китабында тәһәрәт ҡәҙимге тәртип буйынса үҙ аллы, ярҙамсыларһыҙ башҡарыла, тип әйтелә. («Хәшийәтү Ибне Әбидин»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...