Ярлы кеше – ул нәфсеһен тыя алмаған кеше

Ярлы кеше – ул нәфсеһен тыя алмаған кеше

Хәҙерге заманда − тирә-яҡта ялтыр витриналар күҙҙе ҡамаштыра, социаль селтәрҙә икһеҙ-сикһеҙ реклама − байлыҡ һәм ярлылыҡ төшөнсәһе асыҡ күренә кеүек. Бай кеше – ул модалы кейемдә, машинаһы булған, гел сәйәхәт ҡылыусы, төрлө гаджеттар менән ҡулланыусы, булараҡ күҙаллана. Бындай матди әйберҙәргә эйә булмаған кеше ярлы һанала. Ләкин ысынбарлыҡта шулаймы?

 

Ошо темаға мәғлүмәт эҙләгәндә, билдәле аҡыл эйәһе Сенеканың күнегелгән ҡарашты инҡар иткән икенсе төрлө фекеренә тап булдым: «Ярлы кеше – байлығы аҙ булған түгел, ә нәфсеһен тыя алмаусы». Был һүҙҙәр, ысынлап та, кешенең бәхеткә һәм тормоштоң мәғәнәһенә ҡарата ҡарашын күрһәтә. Ысынында, фәҡирлек матди байлыҡтың булмауында түгел, ә күңелдең туя белмәүендә, булғанына риза булмай, һәр саҡ ҡәнәғәтһеҙлек кисереүендә.

Әйҙәгеҙ, күҙ алдына килтерәйек, кеше бөтә маҡсаттарына ирешкән. Ул − бай, халыҡ араһында танылыу яулаған, билдәле шәхес. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уға һаман да ниҙер етмәй. Ул үҙен гел башҡалар менән сағыштыра, икенсе кешеләрҙең уңыштарына көнләшә, булған матди байлығын юғалтыуҙан ҡурҡа, шул уҡ ваҡытта туҡтауһыҙ яңы әйберҙәр артынан ҡыуа. Уның тормошо сикһеҙ ярыш, унда финиш һәр ваҡыт кисектерелә. Тышҡы яҡтан ул уңышлы булып күренеүе мөмкин, әммә эстән ул үҙен бөлгән хәлдә, гел борсоулы, асылда, ярлы итеп тоя. Уның йәне, күҙгә күренмәгән осһоҙ-ҡырыйһыҙ теләктәр сылбыры менән бығауланған, алтын ситлектә йәшәй.

Был даими ҡәнәғәтһеҙлек – ысын фәҡирлек. Ул кешене әлеге мәлдең рәхәттәренән мәхрүм итә, булған ниғмәттәргә ҡыуанырға рөхсәт итмәй. Һәр яңы әйбер тик ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына шатлыҡ тойғоһо бирә, унан ары ул тағы ла ҡыйбатыраҡ әйберҙәр тураһында хыяллана башлай. Был йомоҡ түңәрәк-ҡуласанан сығыу юлы бармы икән?

Был бөтмәҫ ҡәнәғәтһеҙлектең хаҡы ниндәй? Әлбиттә, ул аҡса менән генә үлсәнә торған түгел:

-        Күңел тыныслығын юғалтыу. Даими рәүештә маҡсаттарға ынтылыш, кешелә борсолоу, стресс тыуҙыра. Аҡыл тыныслана алмай, ул һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, планлаштырыуҙа, баһалауҙа.

-        Үҙ-үҙең менән бәйләнеште юғалтыу. Кеше тик донъяуи маҡсаттар менән шул тиклем мауыға, үҙенең ысын ихтыяждары тураһында, рухи аҙыҡ тураһында онота.

-        Мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүе. Матди байлыҡ артынан ҡыуыу йыш ҡына яҡындарҙы һанға һуҡмауға, көнсөллөккә, конкуренцияға килтерә. Былар барыһы ла бәйләнештәргә тәьҫир итә.

-        Рухи ярлылыҡ. Кешенең бөтә көсө, энергияһы тик донъя маҡсаттарына йүнәлтелә, эске донъя ташландыҡ хәлдә ҡала. Был хәл даими рәүештә барһа, бер мәл кеше йәшәү мәғәнәһен юғалтасаҡ.

-        Бөгөнгө хәлде һанға һуҡмау. Кеше тик киләсәк тип кенә йәшәһә, ул үҙенең тирә-яғында булған матурлыҡты һиҙмәй, ҡәҙерләмәй.

Шулай итеп, әгәр фәҡирлек – ул гел нәфсенең теләктәре артынан ынтылышы икән, ысын байлыҡ – ул булғаны менән ҡәнәғәт булыу. Әлбиттә, был пассив тормошҡа әйҙәү түгел, йәки үҫештән баш тартыу тигәнде аңлатмай. Ҡәнәғәт булыу – ул булғанды ҡәҙерләү, бәләкәй әйбергә шатланыу, һәр көн, һәр һулыш өсөн Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтле булыу.

Ысынында, бай кеше – ул алтын тауҙар йыйған кеше түгел, ә һаулығы булған, йәғни, хәрәкәт итә алыу, шатлана белеү мөмкинлеге, күңел тыныслығы, яҡындарына ихлас, йылы мөнәсәбәттәр бүләк итеү мөмкинлеге булған кеше. Ысын муллыҡ күпме алыуҙа түгел, ә күпме бирә белеүҙә сағыла. Аллаһу Тәғәләгә хеҙмәт итеү, ижад итеү матди байлыҡ туплауҙан күпкә ҙурыраҡ ҡәнәғәтлек килтерә.

Байлыҡ – ул банктағы иҫәптең суммаһы түгел, ә аңдың торошо. Хәҙерге замандың бөтмәҫ ярыштарынан, ярлы булыуҙан ҡурҡыуҙан күңел азатлығы. Бер мәлдә донъя ҡыуыуҙан туҡтаһаҡ, беҙ ысын бәрәкәтте тоясаҡбыҙ, ә ул һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә – тыныслыҡ, шатлыҡ, мөхәббәт тойғолары. Тик шул саҡта ғына беҙ, тышҡы шарттарға ҡарамаҫтан, ысын мәғәнәһендә бай буласаҡбыҙ.

 

Ләйсән Бәхтиева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...