Өлкәндәр

Өлкәндәр

Өлкәндәр, өлкәндәр, өлкәндәр...

Һәр кемгә, һәр ваҡыт кәрәктәр,

Беҙ һеҙгә бурыслы ғүмергә,

Бирергә тейеш беҙ бүләктәр.

 

Өлкәндәр, намыҫлы өлкәндәр

Өлөшөн һәр саҡта бүлгәндәр.

Үҙҙәре ас ҡалһа ҡалғандар,

Бер кемгә өлөшкә кермәҫтәр.

 

Өлкәндәр, иң ғәзиз өлкәндәр,

Байрамдар булһындар күркәмдәр!

Киләсәк гел булһын ал да гөл,

Ҡалғаны ҡалһындар үткәндә.

 

Өлкәндәр, иң хисле өлкәндәр,

Хистәре һәр саҡта йүгәндә.

Кәрәкһә, донъяны етәкләй,

Бирәләр бик һәйбәт кәңәштәр.

 

Өлкәндәр, һөйкөмлө өлкәндәр,

Һеҙ кәрәк донъялар көткәндә.

Донъябыҙ йәмләнә – һеҙ булғас,

Шәфҡәтле, бер ҡатлы өлкәндәр.

 

Нәүфилә Юлбарисова,

Салауат ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...