Мин бөтә нәмәгә лә битараф

Мин бөтә нәмәгә лә битараф

Өс ай самаһы бөтә эште көс-хәл менән атҡарам. Элек бешеренергә, уҡырға, әхирәттәрем менән осрашырға ярата инем, тормоштан ҡыуаныс таба торғайным. Хәҙер иһә, уйһыҙ-ниһеҙ, каналдан-каналға күсереп, телевизор ҡарап ҡына ятҡы килә, бер кем дә мине борсомаһын ине. Иремә ҡарата ла йыш асыуым килә, аралашыуҙан ҡасам. Был нимә – оҙаҡҡа һуҙылған ялҡаулыҡмы, әллә битарафлыҡмы? Был хәлдән нисек сығырға?

К., Благовещенск ҡалаһы.

 

Дин белгесе яуабы:

Аллаһу Тәғәлә изге Ҡөрьәндә былай тип әйтә (мәғәнәһе): «Ысынлап та, Беҙ кешене ауырлыҡтар үтһен өсөн яраттыҡ» («Әл-Бәләд» сүрәһе, 4-се аят).

Был аятҡа бирелгән тәфсирҙәрҙең береһендә, кеше был донъяла ғүмере буйына төрлө һынауҙар аша үтә, тип аңлатыла. Был һынауҙар уға киләсәктә ауыр йөккә әйләнмәһен өсөн, ул, бәләләрҙән ҡотолоу һәм Әхирәттә үҙенә яҡшы урын әҙерләү өсөн, тырышлыҡ һалырға тейеш.

Кеше эмоциональ һәм рухи төшөнкөлөк хәлендә ҡалғанда, уның алдында ике юл барлыҡҡа килә: был хәлгә бирешеп, уның үҙенде тулыһынса солғап алы-уына юл ҡуйыу йәки, ауырыған саҡта дауаланған кеүек, үҙеңә ярҙам итеү һәм һауығыу өсөн бөтә сараларҙы күреү.

Был донъяла ла, Әхирәттә лә бөтә яҡшы нәмә ҙур тырышлыҡ менән генә барлыҡҡа килә. Күңел тыныслығына өлгәшеү өсөн байтаҡ көс һалырға кәрәк.

 

Битарафлыҡтан нисек сығырға?

  1. Аллаһу Тәғәләнән ярҙам һорағыҙ.

Тормошта ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, Аллаһу Тәғәләгә һыйынығыҙ һәм Унан ярҙам һорағыҙ.

  1. Файҙалы эш менән шөғөлләнегеҙ.

Күп осраҡта битарафлыҡ ялҡаулыҡтан һәм буш ваҡыттың күплегенән барлыҡҡа килә. Файҙалы булырға тырышығыҙ – был динебеҙҙең мөһим нигеҙҙәренең береһе. Кеше башҡаларға ярҙам итә – ә Аллаһу Тәғәлә уға ярҙам итә.

  1. Йәнегеҙҙе намаҙ менән дауалағыҙ.

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе намаҙ аша тынысланырға өндәй. Намаҙ йөрәкте дауалай, иманды нығыта һәм, тормошта иң мөһиме нимә – шуны дөрөҫ билдәләргә ярҙам итә. Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): «Эй, иман килтергән кешеләр, сабырлыҡ һәм намаҙ аша ярҙам һорағыҙ. Ысынлап та, Аллаһтың ярҙамы сабырлылар менән», – тип әйтелә («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 153-сө аят).

  1. Аллаһҡа йыш зекер уҡығыҙ һәм Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтегеҙ.

Был Аллаһу Тәғәләнең бәрәкәтенә һәм йөрәктең тынысланыуына сәбәп булыр. Аллаһ Ҡөрьәндә былай тип мөрәжәғәт итә (мәғәнәһе): «Мине иҫкә алығыҙ – Мин дә һеҙҙе иҫкә алырмын. Миңә шөкөр итегеҙ һәм шөкөр итмәүселәрҙән булмағыҙ», – тип әйтелә («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 152-се аят).

Аллаһ Илсеһе ﷺ хәҙисендә: «Кем миңә бер тапҡыр салауат әйтә, Аллаһ уға ун тапҡыр рәхмәтен ебәрә», – тиелә (Мөслим).

 

Психолог яуабы:

Һеҙҙең төшөнкөлөккә бирелгән хәлегеҙҙең бер нисә сәбәбе булыуы мөмкин.

Бер яҡтан был билдәләр эмоциональ яҡтан ныҡ арыуҙан (эмоциональное выгорание) булыуы ихтимал. Йәғни, кеше оҙаҡ ваҡыт тейешенсә ял итмәйенсә йәшәгәндә барлыҡҡа килгән хәлһеҙлек һәм бар нәмәгә ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтыу тойғоһо. Кеше оҙаҡ ваҡыт тынысһыҙ һәм үҙенә ҡарата тейешле баһа ала алмаған эш менән шөғөлләнгәндә, хатта эшен яратҡан хәлдә лә, әгәр уға күп көс һалып та, теләгән һөҙөмтәгә ирешә алмаһа, ошондай хәл барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Икенсе яҡтан, бындай хәл сираттағы йәш үҙгәреше менән бәйле булыуы мөмкин. Ғәҙәттә, яҡынса 35-40 йәштәрҙә кешелә урта йәштәр кризисы күҙәтелә. Ул ҡиммәттәр системаһын яңынан баһалау һәм үткән тормошҡа йомғаҡ яһау менән бәйле. Был осорҙа ҡайһы бер кеше йәшәүенең мәғәнәһен, үҙенең был тормошта кәрәклеген, әһәмиәтен тоймау арҡаһында стресс кисерә. Элекке ҡаҙаныштар шатлыҡ килтермәй, ә алда нимәгә ынтылырға икәне аныҡ билдәле түгел.

Ғәҙәттә, бындай хәлдә үҙеңә ҡарата булған талаптарҙы яңынан етди итеп ҡарап сығыу ярҙам итә. Был – кеше, башҡалар минән ниндәйҙер ҙур эштәр көтә, тип үҙен-үҙе ышандырғанда, йә булмаһа, ул үҙ-үҙенән бөйөк ҡаҙаныштар көткән осраҡта була. Шуға ул үҙ-үҙенә ҡуйған сиктән тыш юғары талаптарын кәметергә тейеш.

Хәлде үҙгәртер өсөн, бер аҙға булһа ла, мөхитте алмаштырыу ярҙам итә. Хатта өйҙәге йыһаздарҙың урындарын алыштырыу, йоҡлар алдынан саф һауала йөрөп килеү, иртәнге йүгереү, паркта ял итеү борсолоу тойғоһон кәметеүе мөмкин.

Күп осраҡта бындай билдәләр сағыштырмаса тиҙ һәм эҙһеҙ үтеп китә. Әммә бының өсөн ғәҙәти тормош рәүешенә әүҙем үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне.

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...