Һөйәрбикә шишмәһе

Һөйәрбикә шишмәһе

Илдә ниҙәр булыуын алдан һиҙенеп иҫкәртә, ҡотолғоһоҙ сирҙәрҙән арындыра, төрлө низағ кеүек көсөргәнешле хәлдәрҙән сығыу юлдарын әйтә алырлыҡ һәләте булғандарҙы, әүлиә, изге зат, тип ҙурлайҙар. Бик ихтирамлылар тураһында һүҙ сыҡҡанда, һәр кем үҙенә күрә ниндәйҙер фәһем ала, насар юлдарҙан тайпылыуға, хәрәм ризыҡтарҙан арыныуға ишара булыр. Мәҡәләмде лә шул ниәттә тәҡдим итәм. Сөнки Дим буйындағы әүлиә шишмәләренең береһен барып күрергә насип булды.

 

Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылы эргәһенә етәрәк, тыныс ҡына ағып ятҡан шишмәне шулай атайҙар: Ҫөмәкәй, йәғни, Һөйәрбикә шишмәһе.

Тәүге тапҡыр барғанымда, юл күрһәтеүсем ауылдыҡыларға һәм уның тирә- яғында йәшәүселәргә күп тапҡыр им һәм һүҙ ярҙамы тейгән, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынған Гөлзифа ханым Әхмәтшина ине. Инде хәҙер, шул мәлдәрҙән байтаҡ йылдар, башҡалар кеүек үк мин дә шишмә эргәһендә ерләнгән әруахтарҙың ҡәберен зыярат ҡылам. Уларҙың рухына доға уҡып, күңелемә тыныслыҡ табам.

Шишмәнең үҙенә барып етмәйенсә, күренмәй ул, сылтыраған тауышы ла ишетелмәй. Ете ҡайыны менән бергә тирә-яғын кәртәләп ҡуйғандар. Өлкәндәр өйрәтеүенсә, әруахтарға эстән генә белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, йорт-еребеҙгә бәрәкәт, тыныслыҡ теләп, инеп киләбеҙ. Ни тиһәң дә, уң яҡта – бер ҡәбер, һул яҡта – икенсеһе. Кемдең ғәзиз балаҡайҙары ята икән, тип уйланам. Уйҙарымды белгәндәй, икеһендә лә ҡыҙ балаларҙың аҫыл һөйәккәйҙәре ята, имеш, тип һөйләйҙәр, ти Гөлзифа апай. Уға шишмәне, ошо ауылда тыуып үҫеп, баҡыйлыҡҡа күскән һабаҡташы Әүфәз Усманов күрһәткән, һыуҙың шифаһы хаҡында һөйләгән, тарихы менән таныштырған. Заманында уның да ҡулдарының име, ярҙамы хаҡында күп яҙғайнылар. Шишмәнең тирә-яғын ике ҡәбере менән бергә кәртәләп ҡуйыуҙы ойоштороусы ла ул булған.

Гөлзифа апай әйткәнсә, шишмә, ысынлап та, башын баҫып эшләп йөрөгән уңған килен кеүек, тыныс ҡына аға ла, алыҫ та бармай, Димгә ҡушыла. Урғыуы күҙгә ташланмай, һыуы таҙа, ағышына ҡараһаң, уйҙарыңды бүлешергә теләгәндәй тойола, үҙенә лә ярҙам һорағандай, сылтырап ары йүгерә...

Ауыл үҙе боронғо, ун ике шишмә өҫтөндә ултыра. Ҡалатау таштарын ярып, теш ҡамаштырырҙай һалҡын һыуы шаулап урғығаны – Хөпөрниса, Туҡмаҡ, Тирәкле, Һалҡын шишмә, Гөлиә шишмәләре. Әсе, Бикрәс шишмәләрен һурҙырмай ғына торба аша өйҙәргә тарттырғандар. Ҡараяҡуп килендәренә шул шишмәгә һыу юлы башлаталар. Мәҫәлән, күрше Күсем ауылынан килен булып төшкән Наилә инәй Иманғоловаға еңгәһе, Бикрәс шишмәһенә алып барып, һыу юлы күрһәткән. Әле ул шишмәне бөтөн ауыл халҡы һыулай. Ә Әүлиә шишмәһенә, йәғни, Ҫөмәкәйгә, Сания ҡәйнәһе алып барған. Изге күңел менән бисмиллаңды әйтеп, доға уҡып, һыуын һоҫоу фарыз, бит-күҙ сайҡатырға ярай, кер-фәлән йыуырға ярамай, юғиһә, килешмәҫ, тип өйрәткән. Ошо ышаныу әле лә йәшәй – һыуҙы эсергә генә ҡулланалар.

– Һәр шишмәбеҙ ҙә тере йән эйәһе кеүек, үҙенә генә хас холоҡтары бар, – тип һүҙгә ҡушыла йәмәғәте Фәрит бабай. Үҙе бригадир саҡта, 70-се йылдарҙа, ауылға Әсе, Ерекле, Бикрәс шишмәләренән һыу үткәреү эштәрен ойошторған ул. Элекке бригадирҙың һүҙҙәре – бөтөн өлкән быуындыҡыларҙың күңел ауазы. Йәғни, тирә-яҡты бысратмауҙа, сүплеккә әйләндермәүҙә өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалһындар, киләсәк быуынға ниҙер ҡалдырыу – бөгөнгө бурыс.

Фермаға, көндәлек хужалыҡҡа Ерекленең һыуы ла үҙ ағышында етә. Ҡалатау менән Ташлыҡул шишмәһенең һыуын күрше Горный ҡасабаһы халҡы эсә. Ун икенсеһе, баш ҡаланан барғанда, оло юлдан уң яҡта ятҡаны, әлеге Һөйәрбикә – Әүлиә шишмәһе. Тәүҙә әйткәнебеҙсә, тик доға уҡып ҡына эсә торғаны. Уны, Дим буйы башҡорттары үҙ һөйләштәрендә Ҫөмәкәй ти, тулы исеме менән әйткәндә, Һөйәрбикә икән. Йылдар үтеү менән еңелләштереп, Ҫөмәкәй тип йөрөтә башлағандар. Әүлиә шишмәһе тигән даны таралған. Шулай итеп, өс атама менән әйтһәләр ҙә, бик урынлы.

Был шишмәгә сираттағы юл төшкәндә, ауыл ағинәйҙәренә эйәрҙем. Боронғо ғәҙәт буйынса, унда ерләнгән ҡыҙҙар рухына аят бағышларға барҙылар. Тарихын тыңланыҡ, һыуын тәмләнек, баш-күҙ һаулығына, йорт-ил именлегенә теләктәр теләп, һауыттарға тултырҙыҡ. Ауылдың ер-һыу тарихын өйрәнеүсе, элекке мөғәллим, етәксе Рәүзә Солтан ҡыҙы заманында күршеһендә генә йәшәгән йөҙйәшәр ағинәйҙәрҙең береһе – Гөльямал Иҫәнғолованан бик күп мәғлүмәт яҙып алған. Шишмәһе лә, ҡәберлеге хаҡында ла борондан билдәле булған. Миңлебикә һәм Һөйәрбикә исемле ике ҡыҙ бала ерләнгәнлеге хаҡында телдән-телгә күскән риүәйәт 1700 йылдарға тура килә. Әйткәндәй, Дим буйында йөҙйәшәр инәйҙәрҙең күп булыуы шатлыҡлы. Шөкөр, Ҡараяҡупта ла быуат арауығы ғүмерен кисерергә йыйынған ил инәләре булды. Улар Бәйзә Ҡәләмова (1917 йылғы) һәм Әсмә Хәсәнова (1912 йылғы) инәйҙәр. Бәйзә инәй хаҡында быуын ултыртыусы булараҡ, әле лә хәтирә һөйләйҙәр.

Уның ҡартатаһының ҡартатаһы һөйләп ҡалдырыуынса, шишмәнең эйәһе булған. Инәйебеҙҙең үҙенә лә йәш сағында ҡап-ҡара төҫтәге ҡуй булып күренгән ул. Изге урындарҙың эйәһе ниҙер иҫкәртә булыр, тигән боронғолар. Бәйзә инәй әхирәте Сара инәй Уйылданова (1918 йылғы) менән һуғыштан һуң, әйтеү әйтеп, һайғауҙарҙы йүкә менән тарттырып бәйләп булһа ла, ике ҡәберҙе кәртәләп ҡуялар.

Изге урындарыбыҙҙы совет заманында ла сит тарафтарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ ишетеп, исемдәрен балаларына ҡушыуҙарына, беҙҙең яҡтың аҫыл заттарын юллап килеп йөрөүҙәренә, ул ғына ла түгел, изге шишмәләрҙең һыуын тәмләп, юлға алыуҙарына, тәүҙә хайран ҡалып, күбебеҙ яңыраҡ ҡына етди иғтибар итә башланыҡ. Аҡзыяратҡа, Хөсәйенбәк кәшәнәһенә барғанда, эргәһендәге шишмәләрҙең нәҡ ошоноһона, тыныс ҡына ағып ятҡанына, борондан килгәндәр, ҡыҙҙарҙың рухына аят уҡып киткәндәр. Улар әле лә күренгеләй. Һуңғы йылдарҙа үзбәк иленән килгән әүлиә ҡатын шунда ерләнгән ҡыҙҙарҙың рухы бергә булыуы хаҡында әйткән. Ауылдың тирә-яғының да айырыуса үҙенсәлекле булыуын билдәләгәндәр. Гөлзифа апай әйтеүенсә, борондан, теләктәр, доғалар ҡабул булһын өсөн, ошондай изге тип һаналған шишмәләр һайланған. Сөнки һыу сығанаҡтары – матур теләктәрҙе тиҙерәк ҡабул иттерә торған илаһи урын, тип һаналған.Ә тәбиғәт зары ҡайһы быуынға шаңдау булып ҡайтыуын белә алмайбыҙ. Бәләкәй генә гонаһ та ете быуынға етә, тигән бит ата-бабаларыбыҙ. Ағастарҙы аяуһыҙ ҡырҡыу, кәрәкмәгән урында ниҙер төҙөү, һыуҙарҙы бысратыуҙан тыш, башҡа эштәр ҡылыу рәнйеш булып ниндәй заманда ҡайһы быуынға ҡайтырын Хоҙай үҙе генә белә...

Борондан изге тип һаналған шишмәле ерҙә мәңгелек йоҡоға талған апалы-һеңлеле ике йәш ҡыҙҙың исемдәре генә билдәле. Ни өсөн фәҡәт унда ерләнеүҙәре, кем балалары булыуҙары – билдәһеҙ. Йәки заманында улар тураһында кемдәрҙеңдер белмәүе хәйерлерәк булғандыр ҙа, артыҡ шауламағандарҙыр. Ләкин эсер һыуҙарыбыҙҙы йәш быуынға шул килеш ҡалдырыу бурысы һәр кемгә билдәле. Бөгөнгө миҫалда – төбәге генә Ҡараяҡуптыҡы. Башҡа тарафтарҙа ла, шифалы шишмәләрҙең быуаттар аша килгән тарихы ла, бөгөнгө яҙмышы буйынса ла, Ҫөмәкәй кеүектәр бар. Быуат-быуат ваҡыт үтеү менән дә онотолмай. Һаҡлауға мохтажлығын башҡалар ҙа белһен өсөн, сараһын күреү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Йәғни, Торахан, Аҡзыяраттағы Хөсәйенбәк кәшәнәләре, Дим буйындағы Ҡайнауҙағы Ҡомаяҡты килеп күреүселәр өсөн, туристик ҡулса яһап, маршрут асыу мөһим.

Бында йәшәүселәр – бөтмөр халыҡ, өйҙәрен гөл-баҡса кеүек тота. Ауылға иман таратыусы мәсеттән аҙан тауышы ишетелеп тора. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, күмәк көс тупланғанда еребеҙ ҡоштар тауышынан, бал ҡорттары безелдәүенән моңланыр. Сөнки бәндәләрҙең дә тәбиғәт менән бер бөтөн булыуы күс тормошо кеүек. Бөтөн тәбиғәтте һаҡлау күсте һаҡлау менән бер. Ә күсле ил – көслө ил.

 

Венера Ситдиҡова,

Өфө ҡалаһы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...