Аҡыл эйәһе Лоҡман әл-Хаким ҡиссаһы

Аҡыл эйәһе Лоҡман әл-Хаким ҡиссаһы

Лоҡман әл-Хакимдың сығышы тураһында төрлө фекерҙәр йәшәй, ләкин, күпселек фекер буйынса, ул ҡара тәнле ҡол булған. Берәүҙәр уны пәйғәмбәр булған, тип раҫларға тырыша. Әммә Ибне Ғаббастың фекеренсә, Лоҡман әл-Хаким пәйғәмбәр булмаған. Уны көтөүсе лә булған тиҙәр, икенсе бер риүәйәттә балта оҫтаһы булыуы хаҡында әйтелә.

 

 

Бер ваҡыт уны, йоҡлап ятҡанда: «Эй Лоҡман, ошо ерҙә хәлиф булып, кешеләр араһында ғәҙеллек урынлаштырғың киләме?» – тигән тауыш уята. Ул: «Эй Хужам, минең һайлау мөмкинлегем булһа, был яуаплылыҡты өҫтөмә алмаҫ инем», – тип яуап бирә. Бындай яуапҡа фәрештәләр аптырай һәм: «Ни өсөн?» – тип һорай. Ул, был донъ-яла, батша булғанға ҡарағанда, ҡол булыуҙы артығыраҡ күреүен әйтә. Аҡылының камиллығы уға Әхирәтте оноттора торған юғарылыҡты һайлауҙан баш тартырға мәжбүр итә. Фәрештәләр уның аҡылына һәм һүҙҙәренең матурлығына ғәжәпләнә. Шунан һуң Лоҡман яңынан йоҡлап китә, шул ваҡытта Аллаһ уның ҡәлебенә аҡыл һәм хикмәт һала. Лоҡман уянып киткәндә, хикмәтле аҡыл уның теленә лә күскән була.

Һуңынан шул уҡ тауыш Лоҡманға тәҡдим иткәнде Дауытҡа әйтә, Дауыт тәҡдимде ҡабул итә – ерҙә хәлиф булырға ризалыҡ белдерә.

Лоҡман ҡайһы саҡ Дауыт янына бара. Бер ваҡыт Дауыт уның аҡылының тәрәнлегенә һоҡланып: «Ошондай ҙур аҡыл бүләк ителгән затҡа – оло ихтирам», – ти.

Лоҡман иң баҫалҡы һәм тыйнаҡ ҡол булған, тиелә. Бер ваҡыт хужаһы уны башҡа ҡолдар менән бергә емеш-еләк йыйырға баҡсаға ебәрә. Уңыш йыйып ҡайтып килгәндә, башҡа ҡолдар емештәрҙе ашай, ә хужаға, Лоҡман ашаны, тиҙәр. Лоҡман хужаға, ике йөҙлө бәндә ышаныслы кеше була алмай, ти. Һәм, уларҙы һынар өсөн, эҫе һыу эсерергә тәҡдим итә. Хужа бөтәһенә лә эҫе һыу эсергә бирә, үҙе ни булырын ҡарап тора. Лоҡмандан башҡа бөтәһе лә ашаған емештәрен ҡоҫа, ә Лоҡмандан эскән һыуы ғына сыға. Хужа алдында Лоҡмандың зирәк аҡылы асыла, ул уның намыҫлы, хаҡ һәм тоғро үә ышаныслы булыуын күрә.

Икенсе бер ваҡыт хужа, ҡолон тышта ҡалдырып, бәҙрәфкә инә һәм оҙаҡ ҡына сыҡмай. Лоҡман уға, бәҙрәфтә оҙаҡ ултырыу бауыр ауырыуына, ҡан баҫымы күтәрелеүгә һәм геморрой сиренә килтереүе ихтимал, тип ҡысҡыра. Лоҡмандың ғилемлегенә ғәжәпләнгән хужа, башҡаларға ла файҙаһы булһын, тип, был һүҙҙәрҙе стенаға яҙып ҡуя.

Бер ваҡыт ул Лоҡманға һарыҡ һуйырға һәм ике иң тәмле урындарын килтерергә ҡуша. Лоҡман хужаһына һарыҡтың теле менән йөрәген килтерә, ошоларҙан да тәмлерәк урын юҡ, ти. Икенсе ваҡыт ике иң насар киҫәктәрҙе килтерергә бойора, Лоҡман йәнә йөрәк менән телде алып килә. Хужа, нисек инде бер үк ағзалар яҡшы ла, насар ҙа булырға мөмкин, ти. «Әгәр улар яҡшы икән, уларҙан да һәйбәтерәге юҡ, әгәр улар аламаланһа (боҙолһа), уларҙан да насарырағы булмай», – тип яуап бирә Лоҡман.

Бер саҡ Лоҡман, кешеләрҙе йыйып, уларға нәсихәт бирә. Шунда берәү Лоҡмандан һорай, фәлән ерҙә көтөүсе булманыңмы, тип һорай. «Эйе, булғайным», – ти Лоҡман. «Һин нисек ошо тиклем хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙана алдың?» – тип ҡыҙыҡһына теге кеше. «Ғәҙеллек, ышанысты аҡлау һәм кәрәкмәгәндән (артыҡ нәмәнән) баш тартыу», – тип яуаплай Лоҡман. Бындай миҫалдар бик күп, уларҙың бөтәһен дә яҙып бөтөү мөмкин түгел, шуға күрә беҙ уның улдарына васыят итеп ҡалдырған аҡыллы үә хикмәтле һҙҙәренең бер нисәһен генә килтерәбеҙ.

Сауҙағыҙҙа төп әйбер «Аллаһтан ҡурҡыу» булһын, һәм һеҙ тауарһыҙ табыш алырһығыҙ.

Мәйетте ерләгән ергә барығыҙ – үлемде иҫкә төшөрөрһөгөҙ. Туй барған ерҙән һаҡланығыҙ – донъя һеҙҙе үҙенә ылыҡтырыр.

Иртән әтәс ҡысҡырғас та тороғоҙ – унан да көсһөҙөрәк булмағыҙ.

Тәүбә итеүҙе иртәгәгә ҡалдырмағыҙ, артығыҙҙа бит, ҡапыл алдыңа килеп баҫырға әҙер булып, әжәл тора.

Ғалимдарҙың йыйылышында ҡатнашырға тырышығыҙ, аҡыл эйәләренең сығышын тыңлау мөмкинлеген ысҡындырмағыҙ, сөнки, ҡороған ерҙе ямғыр терелткән кеүек, аҡыл нуры йөрәктәрҙе терелтә.

Алған ғилемегеҙҙе үҙләштереп, шуның артынан эйәрмәй тороп, яңы фәндәрҙе өйрәнергә тырышмағыҙ.

Был донъя – бик күп кешене үҙендә батырған диңгеҙ, ҡотолоу өсөн тәҡүәлек (Аллаһтан ҡурҡыу) карабына ултырығыҙ.

Аллаһты зекер итеү өсөн йыйылған кешеләрҙе күрһәгеҙ, үтеп китмәгеҙ, Аллаһу Тәғәлә уларға рәхмәт (мәрхәмәт) ҡарашын йүнәлткән саҡта, үҙегеҙгә өлөш алыр өсөн, уларға ҡушылығыҙ. Аллаһты онотҡан кешеләрҙең йыйылышына яҡын килмәгеҙ – ул һеҙҙең наҙанлыҡты арттыра, йөрәктәрегеҙҙе ҡатыра, әгәр был кешеләргә Аллаһтың асыуы төшә икән, ул һеҙҙе лә урап үтмәйәсәк.

Һеҙҙең аҙыҡты тәҡүәле кешеләр генә ашаһын, тип тырышығыҙ, эштәрегеҙҙә ғалимдар (дин белгестәре, тәҡүәлеләр) менән кәңәшләшегеҙ. Телегеҙҙе туҡтауһыҙ «Аллаһүммә-ғфирли» (Аллаһ, ғәфү ит мине) тигән һүҙҙәрҙе әйтергә күнектерегеҙ.

Әгәр йөрәгегеҙ аҙашыуҙа икән, кешеләр һеҙгә хөрмәт күрһәтһен тип, Аллаһтан ҡурҡҡан кеше (тәҡүәле) булып ҡыланмағыҙ.

Бурыслы булыуҙан һаҡланығыҙ, ул һеҙҙең өсөн көндөҙ – кәмһенеү, төнөн – ауыр уйҙар. Донъя малы өсөн ең һыҙғанып тотонмағыҙ, был һеҙҙең Әхирәткә ҡамасаулар, ләкин донъя эшен бөтөнләй ташламағыҙ, юҡһа, кешеләр араһында кәмһетелгән, меҫкен фәҡир булырһығыҙ.

Бүре һарыҡ менән дуҫлаша алмағандай, яҡшы менән яман араһында туғандашлыҡ булмай. Ҡабул итмәгән кешегә нәсихәт бирмәгеҙ. Хәйер, уларҙы бөгөн кем айыра ала?

Балаларым, яҡшы кешеләр менән үҙегеҙҙе ҡол һымаҡ тотоғоҙ, ә насарҙар менән бер ҡасан да дуҫлашмағыҙ. Кем һеҙҙән йөҙ сөйөргән, уны эҙләмәгеҙ һәм кем һеҙгә йөҙ борған, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Әгәр балаларығыҙҙы сабый саҡтан уҡ изгелекә өйрәтәһегеҙ икән, уларҙан изгелек күрерһегеҙ. Ергә ямғыр нисек кәрәк булһа, тәрбиә өсөн балаларға яза биреү шулай уҡ файҙалы.

Төнгә ҡарай юлға сыҡмағыҙ, ярты төндән һуң сығырға тырышығыҙ. Юлға тулы әҙерлек менән – ҡылыс тағып, башығыҙға салма урап, ситек кейеп сығығыҙ. Энә менән еп, беҙ, ашар өсөн һауыт та алырға онотмағыҙ. Үҙегеҙгә һәм юлдаштарығыҙға дарыу-фәлән кәрәк булыуы ихтимал, уларҙы ла онотмағыҙ.

Гел генә уйға батып йөрөмәгеҙ, бигерәк тә йөрәгегеҙҙе һағыш-хәсрәт менән тултырмағыҙ. Раббы бирғән өлөштән ҡәнәғәт булығыҙ – тыныс ғүмер кисерерһегеҙ. Әгәр ниндәйҙер донъяуи нәмә теләйһегеҙ икән, кеше ҡулында булғанға ынтылмағыҙ. Бары тик Аллаһҡа өмөтләнегеҙ һәм Уға ғына таянығыҙ, Ул сәбәп таба, һәм шул ваҡытта һеҙгә тигән өлөш ҡулығыҙға инер.

Яҡшылыҡҡа лайыҡ кешегә генә изгелек ҡылығыҙ, сөнки яҡшы эшегеҙ ямандың ҡулына эләкһә, һеҙ был донъяла малығыҙҙы юғалтырһығыҙ, Әхирәттә лә әжере булмаҫ, һеҙ отоласаҡһығыҙ. Исраф ҡылмағыҙ һәм һаран да булмағыҙ – уртаса һаҡсыллыҡты тотһағыҙ, иң һоҡланғыс хәлдә булырһығыҙ.

Лоҡмандан шундай риүәйәт тә бар, унда ул дүрт мең пәйғәмбәргә хеҙмәт итеүе тураһында әйтә. Бөтә хикмәтле һүҙҙәренән һигеҙен беҙгә ҡалдырған: намаҙҙа – йөрәгегеҙҙе (хозур), ашағанда – тамағығыҙҙы, кеше араһында – телегеҙҙе, сит урында күҙегеҙҙе1 һаҡлағыҙ. Был нәсихәтттәр бөтәһе өсөн дә файҙалы, уларҙы үтәргә тырышығыҙ. Аллаһты онотмағыҙ, үлемде хәтерләп тороғоҙ, ике нәмәне онотоғоҙ: кешегә ҡылған яҡшылығығыҙҙы һәм кемдәрҙеңдер һеҙгә ҡылған насарлығын.

Риүәйәттә әйтелеүенсә, Лоҡман был донъяла мең йыл йәшәгән. Уның ҡәбере Мысыр менән Сүриә араһындағы Рамла тигән урында, тиелә. Йәнә әйтелә: Лоҡманды ерләгәндә, уның янында тағы етмеш пәйғәмбәр күмелгән була. Исраил балалары уларҙы, Иерусалимдан ҡыуып килтереп, Рамлала ҡамап тоталар, һәм улар астан үлә. Улар – шәһит киткән пәйғәмбәрҙәр.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

_______________________________________

1 Сит кеше өйөндә булғанда, тирә-яҡҡа ҡаранмағыҙ.

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...