Мин нисек дингә килдем?
Мин нисек дингә килдем?

«Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», – ти бит халыҡ мәҡәле. Атайым менән әсәйем тураһында мин тик яҡты иҫтәлектәр генә йөрөтәм.
Улар татыу ғаилә булып 66 йыл бергә ғүмер кисерҙе. Атайымдың атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, уның туғандары Белорет ФЗО-һына эшкә ебәрелгән. Бик һағыныша торғайнылар. Атай бик сабыр, бик күндәм, бик яй кеше ине. Кеше йәнле ине. Беҙҙең ауылда иң күп балалы беҙ инек. Ун ике бала үҫтек. Шулай ҙа, ауылға берәйһе килһә, иң беренсе беҙгә килә торғайны. Атайым һәр береһен ихлас ҡабул итер ине. Беҙ урындыҡта күмәк, теҙелешеп, сәй эсеп, ашап ултырғанда, кеше килеп инһә лә, бер ҡасан да тарһынманы. Уның дуҫтары күп була торғайны. Етем-еһер, өйһөҙ кешеләр, яңғыҙ-ярым ирҙәр, яңғыҙ-ярым ҡатындар беҙгә килә торғайны. Күмәк булһаҡ та, беҙҙә йоҡлап китә торғайны. Хәҙер уйлайым, атайым ниндәй ҙур сауаптарға ирешеп йөрөгән, тип һоҡланам, уның холоҡ-фиғелендә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ күп сифаттарын таныйым.
Беҙҙең атайыбыҙ шул тиклем әҙәпле булды, шул тиклем саф кеше булды. Уны бер кем көтөүсе тип уйламаҫ ине. Ул хатта эш кейемдәрен соланда ғына сисеп, өйгә тап-таҙа кейемдә килеп инә торғайны. Уның әле телгә алған сифаттары бөтә балаларына ла күскән. Атайым Сәфәрғәли Рәхимйән улы ҡурайсы ла булды, унан күрмәксе, бөтә ир туғандарым да ҡурайҙа уйнай.
Әсәйем, Рәхимә Сәйфулла ҡыҙы, Бөрйән районы Нәби ауылындағы иң көслө Шәмсетдин мулланың ейәнсәре. Ул репрессияға эләгеп, һөргөнгә һөрөлгән булған.
Әсәйебеҙ йор һүҙле булды, таҡмаҡ сығарырға оҫта ине. Уның һәр бер һүҙендә мәҡәл һәм әйтем ине. Шуларҙы ниңә үҙ ваҡытында яҙып алмағанмын икән, тип үкенәм. Күптәребеҙҙең тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып китеүе лә шунан киләлер.
Әсәйем шундай күркәм, матур ҡатын булды. Олпат кәүҙәле, эш кәүҙәлә генә лә түгел, әсәйем бик аҡыллы, төплө фекерле ине. Уны гел мәктәптә ата-әсәләр советына һайлап, әйткән фекеренә ҡолаҡ һала торғайнылар.
Ҡыҙҙар араһында миңә һин әсәйгә оҡшағанһың, тип әйтәләр. Йөҙөмдө лә оҡшаталар.
Әсәйем иң беренсе ирҙе ҙурлай торғайны: «Атайың килә! Ана, атайың эштән ҡайтып килә, йыуынғысҡа һыу ҡоя һалығыҙ. Кейемдәрен әҙерләгеҙ!» – тип күрһәтмәләр бирер ине. Беҙ, йүгереп йөрөп, атайҙы эштән ҡаршы ала торғайныҡ. Ҡараңғы булһынмы, буран булһынмы, ямғыр булһынмы, атай эштән ҡайтҡанда, беҙ шулай итеп ҡаршы ала торғайныҡ.
Шунан сығып әйтә алам: ҙур ғаиләне, анау сама баланы тәрбиәләүҙә икәүең дә бер һүҙле булмаһаң, бер фекерле, бер уйлы булмаһаң, ул тиклем дә матур шәхестәр тәрбиәләп булмаҫ ине.
Бала саҡта күмәкләп сәй эсеү – ул бер йыйын һымаҡ була торғайны. Атай ниҙер һөйләй, өйрәтә, әсәй үҙ фекерен өҫтәп, атайымды йөпләй. Һаулыҡ һорашып йөрөгөҙ, балалар, тиҙәр. Һәр ваҡыт ололарҙы ололағыҙ! Атлап йөрөгәндә, алан-йолан ҡарап түгел, тура баҫып, матур ғына итеп йөрөгөҙ Кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ. Ошо рәүешле ябай ғына итеп үҙҙәренең белгән ғилемен еткерә торғайны атай. Ябай ғына тим, ә шуның эсендә күпме төплө тәрбиә ятҡан!..
Үрҙә телгә алыуымса, атайым да, әсәйем дә динле тоҡомдан булған. Улар үҙҙәре намаҙлы булмаһа ла, өләсәйем намаҙлы булды. Өләсәйемдең намаҙ уҡығанын күреп үҫтек.
Дин юлындағы ата-бабала-рыбыҙҙың изге фәтихаһы менән атайым менән әсәйем матур, тәүфиҡлы, эшсән, иманлы балалар тәрбиәләгәндер. Бөгөнгө көндә күптәре диндә. Ағайым имам булып эшләй, апайым, ике һеңлем диндә.
Беҙ үҫкән Түбәнге Нуғай ауылында ла бик дини кешеләр йәшәне. Указлы муллалар: Ғиниәт хәҙрәт, Сабирйән хәҙрәт, Дәүләтҡол олатайҙар ауылда Ураҙа, Ҡорбан байрамдары уҙғара торғайнылар. Ғәйет үткәргәндә, төп яҡта иҙәндә теҙелешеп ирҙәр ултыра торғайны, сит яҡта урындыҡта ҡатын-ҡыҙҙар урынлаша. Беҙ ҙә, бала-сағалар, тыңлап ултырабыҙ. Ошо байрамдар шул тиклем күңелемә уйылып ҡалған.
Яҙ етһә, әсәй һыйырҙың башын урамға сығарып өтә лә, баш итенең сауабы ҙур була, тип, шул ит менән, әруахтарҙы ҙурлап аят үткәрә торғайны.
Шунан, мәктәпкә барғас, октябрят, пионер, комсомол булып киттек бит инде, дин онотолдо. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда, атеизм тигән фән инә бит инде. Аллаһ юҡ тиһәләр ҙә, эстән генә: «Бар ул!» – тип ултыра торғайным. Мин үҙем Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыным. Уҡыған осорҙа хикмәттәр, Аллаһу Тәғәләнең мөғжизәләре шул тиклем күп булды. Белмәгән һорауым килеп сыҡһа, Аллаһу Тәғәләнән һорайым, имтиханға хәйер-саҙаҡа биреп инеп китәм... Уҡытыусы булып эшләй башлағас та, миңә ниҙер етмәй кеүек ине. Баймаҡта Район мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән саҡта, түҙмәйем, ниндәйҙер бер этәргес көс алға әйҙәй кеүек. Бына кеше һыуһап килеп, һыу эсә бит, шуның кеүек урын тапмайым үҙемә. Шунан: «Юҡ, миңә намаҙ уҡырға кәрәк!» – тинем. Ҡайҙандыр көс, мәғлүмәт, ғилем килде. Шунан һуң үҙемдән-үҙем намаҙға баҫтым. Шул тиклем ентекле итеп өйрәнеп, мәсеттәргә йөрөй башланым. Тәүҙә, әлбиттә, күп ҡаршылыҡтар, һынауҙар аша үтергә тура килде. Яҡындарым, РОНО-ла бергә эшләгән коллегаларым да сәйерһенеп ҡараны, әммә тора-бара улар үҙҙәре лә дингә ылыҡты. Шөкөр, әлеге ваҡытта тормош иптәшем Фирғәт хәҙрәт менән менән икебеҙ ҙә иман юлындабыҙ. Тыуған еребеҙҙең изгеләре Байым ишан, Ғабдулла Сәйеди, Мөжәүир, Хәлиулла хәҙрәттәр өлгөһөндә халыҡты тәрбиәләйбеҙ. Һәр йыйын һайын, һәр мәжлес һайын изге олатайҙарҙы иҫкә алабыҙ, улар рухына доғалар бағышлайбыҙ. Беҙ бит бөгөнгө көндә уларҙың доға-фатихаһында йәшәп ятабыҙ. Улар дин ғилемен бик яҡшы белгән, динде таратыусылар, шифа биреүселәр булған, уларҙың доғаһы бәрәкәтендә ил-йортобоҙ имен булған. Әлхәмдүлилләһ, беҙҙә хәҙер улар тотҡан динде аңлаусылар, мәсеткә йөрөүселәр, Ҡөрьән уҡыусылар көндән-көн күбәйә.
Дин юлына аяҡ баҫҡан осорҙа мин бик ауыр юғалтыуҙар кисерҙем. Үҙемдән алдараҡ дини китаптар уҡый башлаған, Аллаһу Тәғәлә тураһында күп фекер йөрөткән ике улымды бер юлы юғалтыу тәүҙә мине бөгөп һалды. Әммә яйлап зиһенем асыҡланды: бының менән Аллаһу Тәғәлә беҙгә нимә әйтергә теләй? Үҙемдең шәхси тәжрибәмдән сығып әйтә алам, шундайын ҙур һынау кисермәһәм, мин, бәлки, бөгөн халыҡ менән эшләмәгән дә булыр инем. Ул миңә этәргес көс булды. Рухты, иманды нығытыусы, түҙемлек, сабырлыҡты һынаусы. Бәндәм түҙәме, ҡабул итәме был һынауҙы, тиҙер Аллаһу Тәғәлә. Мин был һынауҙы ҡабул иттем, һәм бары тик бер Раббыма ялбарып, атай-олатайҙарыбыҙ ҡалдырған динде халыҡҡа еткереү маҡсатын үҙ алдыма ҡуйҙым.