Өлкән кешенең доғаһы ҡабул була

Өлкән кешенең доғаһы ҡабул була

Шайтандың ниәте, яратҡан шөғөлө ниндәй? Кешене тарҡатыу. Ғаиләне, йәмғиәтте тарҡатыу. Бер районда һөйләшеп ултырғанда: «Ҡоролтай бер ни ҙә эшләмәй», – ти миңә бер кеше (ул сарала мин бер үҙем инем). Ҡоролтайҙың нәмә икәнен аңлатырға тура килде.

 

Ҡоролтай тигәс, беҙ ғәҙәттә, ике-өс кешене күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә дөрөҫөндә, ул бөтә халыҡ. Ә һайлап ҡуйған кешеләр – шул халыҡтың вәкилдәре. Ҡоролтай халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләй, йүнәлеш бирә, мөмкинселектәр аса. Өс кеше түгел, бөтә халыҡ эшләй (уҡытыусылар, ағинәйҙәр, эшҡыуарҙар һ.б.). Ҡоролтайҙың эше ошо. Кемгәлер ярҙам итһәк, ҡул эшләне, йөрәк түгел, тип айырып, бүлешеп ҡарап булмай. Йөрәк ҡушмаһа, ҡул бармай. Шуның кеүегерәк.

Ул беҙҙең йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ икән, уны бергәләп эшләйбеҙ. Хатта, үҙе эшләмәгән саҡта ла, кемдер кемгәлер сәбәпсе була. Әйтәйек, 80 йәшлек өләсәй икән, ти. Ул бит йорт һалып йөрөмәй. Шуға күрә, ул һалманы, тип уны айырып ҡарау кәрәкмәй.

Хөкүмәттә берәй таныш кеше ултырһа, унда минең үҙ кешем бар, тибеҙ. Ә ысынында, унан күпкә юғарыраҡ, күпкә ҙурыраҡ блат бар. Етмеште үткән кешенән һорау (спрос) юҡ. Аллаһу Тәғәлә унан һорамай бирә. Беҙҙән һорай, өлкән кешенән һорамай. Тик Аллаһ менән бәйләнеше өҙөлмәгән кеше тураһында һүҙ бара. Унан һуң әҙ генә аҡыл кәрәк. Ҡайһы бер кеше, һикһәнгә еткәс, йәшәрергә теләп, ҡыҫҡа итәк кейеп ала. Улай булмай. Хәҙер һеҙ, 80 йәшкә еткәс, йорт һала алмайһығыҙ, тырышмағыҙ ҙа ундай эште эшләргә. Унан күпкә ҙурыраҡ эштәрегеҙ бар. Бер кем ҡыла алмаған доғаны ҡыла алаһығыҙ. Шуға күрә, етмеште уҙған кеше – ул беҙҙең өсөн иң ҙур блат, ул ғына аса торған ишектәрҙе башҡа берәү ҙә аса алмай. Иң юғары мөфтөй ҙә, иң ҙур ғалим да аса алмай. Ошо ишек – махсус етмеште уҙған кешеләр өсөн генә. Улар бара ла, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ аса ла ишекте, Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итә һәм Аллаһ: «Ярай», – ти.

Шуға күрә һеҙҙең иң ҙур эшегеҙ – балаларға ошо нурҙы биреү, улар өсөн доға ҡылыу, унан да ҙурҙы эшләй алмайһығыҙ. Яңынан 20 йәшкә ҡайтырға ынтылырға кәрәкмәй. Һеҙ унан күпкә юғары. Иманлы йәмғиәттең иманһыҙ йәмғиәттән айырмаһы шунда – икенсеһендә (иманһыҙында), хатта ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, өлкән йәштәгеләргә шундай ҡараш: ҡыҫылып йөрөмә бында, һинең ваҡытың үткән. Ә иманлы йәмғиәттә беҙ эшебеҙҙең ни өсөн алға барғанын беләбеҙ – ошо өлкән кешенең доғаһы, ризалығы менән.

Ҡатыным бер көн минән: «Ниңә юлың гел уңып тора?» – тип һорай. «Мине әбейҙәр ярата», – тим. Шуға ынтылырға кәрәк. Ни өсөн беҙ Ҡөрьән мәжлесенә өлкәндәрҙе саҡырырға тырышабыҙ? Уларҙың доғаһы ҡабул була! Һеҙ ҙә шул мөмкинлекте файҙаланығыҙ.

 

Морат Лоҡманов,

Өфө ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....