Виноград – иң туҡлыҡлы емеш

Виноград – иң туҡлыҡлы емеш

Әбү Нүғәйм тапшырған хәҙистә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ виноград һәм ҡарбуз яратҡан», – тиелә.

 

Тәбиғи торошо ҡайнар һәм еүеш, татлы һәм һутлы виноградтың иң яҡшыһы тип ағы, унан килә ҡыҙылы һәм ҡараһы иҫәпләнә. Ул организмды нығыта һәм туҡландыра. Бер нисә көн алдан өҙөлгән виноград яңы өҙөлгәненән һәйбәтерәк.

Дауыт Әнтаки әйтеүенсә: «Виноград – емеш-еләктең иң татлыһы һәм иң тәмлеһе. Шул уҡ ваҡытта, иң туҡлыҡлы емеш булараҡ, кәүҙә ауырлығына килтереүе мөмкин. Ҡанды таҙарта, бөйөрҙәрҙең хәлен яҡшырта. Виноградтан һуң һыу эсергә ярамай, асцит (эскә һыу йыйылыу) булыуы мөмкин. Ризыҡланғандан һуң да шунда уҡ виноград ашау тыйыла».

Виноградтың составында кеше организмы өсөн кәрәк булған минераль тоҙҙар, микроэлементтар бар һәм ул А, В1, В2, В5, В6, С, К, Р витаминдарына бай.

Ҡара виноград ҡаҡырыҡ сығыуҙы еңеләйтә, шуға күрә плеврит, бронхит, туберкулез менән ауырығанда тәҡдим ителә. Элек-электән ҡара виноградты тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен даулағанда ҡулланғандар.

Виноград менән дауланғанда, йөрәк тибеше яйлана, ҡан баҫымы нормаға килә, шешенеү кәмей, ҡан таҙара, йоҡо яҡшыра.

Анемия, оҙайлы бөйөр сирҙәре, артрит, быуындар һыҙлағанда, аш һеңдереү юлдары эшмәкәрлеге, матдәләр алышы боҙолғанда, виноградтың файҙаһы ифрат ҙур.

Емеш-еләк һуттары араһында виноград һуты иң яҡшыларҙан һанала. Ул организмды тонуста тота, һаулыҡты нығыта. Хәл бөткәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, йөрәк мускулдары йомшағанда тәҡдим ителә. Виноград һуты бактерияларға ҡаршы тороу, һейҙек ҡыуыу, тирләтеү, эсте йомшартыу һәләтенә эйә. Ҡандағы холестеринды кәметә, юғары ҡан баҫымын түбәнәйтә.

Ашағанға тиклем бер сәғәт алда, көнөнә өс тапҡыр виноград һуты эсеү файҙалы.

 

Мөхәммәт Дибировтың «Һаулыҡ хазиналары. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы» китабынан

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...