Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Сәйеттең дуҫтарына рәхмәт

 

Бөгөн мин ҙур ҡәнәғәтлек килтерә торған шәп бер нәмә эшләнем! Был тарих Сәйет хаҡында.Ул бер ҡасан да бер кемгә лә зыян килтерә торған малай түгел ине, әммә бөгөн мин уның башын бутаным. Һа-һа-һа! Минең хәлдәрем нисекме? Хәҙер һөйләйем.

 

Сәйеттең ҡайһы бер дуҫтары төрлө фатирҙарҙың ишек ҡыңғырауҙарына баҫа ла, йүгереп ҡасып китәләр. Бөгөн мин уларҙы: «Кешеләрҙең ишек ҡыңғырауҙары менән шаярырға барғанда, үҙегеҙ менән Сәйетте лә алып барығыҙ», – тип ҡоторттом. Сәйеттең үҙен аҙҙырыр урында, ипләп кенә дуҫтары аша эш иттем. Һа-һа-һа!

Дуҫтары минең әйткәндәремә ҡолаҡ һалды. Улар шунда уҡ Сәйет янына барып: «Әйҙә, бөгөн бер ҡыҙыҡ әйбер эшләйек!» – тип тәҡдим итте. «Нимә эшләйбеҙ һуң?» – тип һораны Сәйет. «Әйҙә, кешеләрҙең ишек ҡыңғырауҙарына баҫабыҙ ҙа ҡасып китәбеҙ. Беләһеңме, нисек күңелле?!» – тине дуҫтары.

Сәйет тәүҙә риза булманы, дуҫтары һаман да ныҡышып саҡырғас, тәҡдимдәренә ҡар-шы килә алманы. Күрҙегеҙме, мин нисек оҫта ғына итеп Сәйеттең башын бутаным. Үҙем яҡын да барманым, дуҫтары аша ҡоторттом. Һа-һа-һа! Рәхмәт инде Сәйеттең дуҫтарына. Һа-һа-һа!

Һеҙҙең арала бит, кешеләр, минең бик шәп эйәрсәндәрем бар. Әгәр улар ярҙам итеп тормаһа, күп ниәттәрем бойомға ашмаҫ ине. Миңә ярҙамлашҡан кешеләргә шул тиклем рәхмәтлемен. Һа-һа-һа!

Әйткәндәй, һеҙҙең берәй ваҡыт миңә ярҙам иткәнегеҙ булдымы? Бәлки, дуҫтарығыҙға кемгәлер ҡарата асыу һаҡларға кәңәш иткәнһегеҙҙер? Бәлки, кемдәрҙелер үҙ-ара һөсләтеп, һуғыштырғанһығыҙҙыр? Ә бәлки, уларҙы ялған һүҙ һөйләргә мәжбүр иткәнһегеҙҙер? Әгәр ҙә ундай эштәрҙә миңә ҡатнашлыҡ иткән булһағыҙ, үҙемдең ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Һа-һа-һа!

 

 

Дин ғалимы вафаты

Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн минән дә бәхетлерәк йән эйәһе юҡ. Һа-һа-һа! Шуға күрә бөгөнгә көндәлегемде тултырмай торорға рөхсәт итегеҙ. Был эште аҙаҡҡа ҡалдырып торайыҡ.

 

Шул тиклем бәхетле булыуымдың сәбәбе нимәлә тиһегеҙме? Хәҙер һөйләйем. Ике-өс сәғәт элек кенә хеҙмәтселәрем дин ғалимы Мөхәммәттең аварияға осрап һәләк булыуы тураһында шәп яңылыҡ еткерҙе. Һа-һа-һа! Ниндәй ҡыуаныслы хәбәр! Быны ишетеү менән мин үрле-ҡырлы һикереп йырлай башланым:

Дин ғалимы Мөхәммәт,

Күскән ере Әхирәт.

Ул үлгәс, бынан ары

Теймәҫ миңә зарары.

Әллә-лилә-лә-лилә,

Әллә-лилә-лә-лилә.

Ниһайәт! Миңә ул Мөхәммәт исемле ғалим һис кенә лә оҡшамай ине. Ул, Ҡөрьән буйынса дәрестәр биреп, кешеләрҙе Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта ине. Мин юлдан яҙҙырған ҡайһы бер бәндәләр, уның дәрестәренә йөрөй башлағас, тәүбәгә ҡайтып бөттө. Хәҙер борсолорға сәбәп юҡ. Ниндәй матур көн бөгөн! Был ваҡиғаны дәфтәремә аҙаҡ теркәрмен. Ә хәҙергә минең шатлығымдан йырлағым ғына килеп тора:

Дин ғалимы Мөхәммәт,

Күскән ере Әхирәт.

Ул үлгәс, бынан ары

Теймәҫ миңә зарары.

Әллә-лилә-лә-лилә,

Әллә-лилә-лә-лилә.

 

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...