Яңы йыл байрамының һабаҡтары

Яңы йыл байрамының һабаҡтары

Яңы йыл байрамының һабаҡтары

Ергә ҡырпаҡ ҡар төшөү менән күптәр Яңы йыл байрамына көндәр һанай, ҡайһы берҙәре әҙерләнә лә башлай. Яңы йылды ҡаршылау иң күркәм ғаилә байрамы тип ҡабул итәбеҙ, ҡаршылайбыҙ, үткәрәбеҙ. Ә ысынында, уйлап ҡараһаң, бер диндә лә юҡ ул 31 декабрҙә иҫке йылды оҙатыу һәм 1 ғинуарҙа яңы йылды ҡаршылау. Улайһа, ни өсөн Яңы йылды барса халыҡ, төрлө дин кешеләре байрам итә?

 

Беҙҙең тормошта бер ниндәй күренеш, әйбер бушҡа яратылмаған, булдырылмаған. Һәр ябай ғына күренештә лә Аллаһтың ҙур аҡылы ята. Шул уҡ Яңы йыл байрамын ғына алып ҡарайыҡ әле. Һәр йыл һайын яңыһын ҡаршылап, иҫкеһен оҙатыуҙа ла Хоҙай беҙгә бөтә нәмәнең дә башы һәм аҙағы бар икәнлеген аңлата. Донъяның да, ғүмерҙең дә, төрлө тормош һынауҙарының да башы һәм аҙағы бар, һәр нимә килә һәм китә, була һәм бөтә – береһе лә мәңгелек түгел! Йыл һайын миҙгелдәр ҡабатлана: ҡыш, яҙ, йәй, көҙ. Беҙҙең тормошта ғына миҙгелдәр ҡабатланмай: баласаҡ, йәшлек, ҡартлыҡ бер генә була. Йыл һайын тыуған көндәрҙе шатланып үткәргәндә, бер йәшкә ҙурайҙыҡ, олоғайҙыҡ, тип ҡабул итәбеҙ. Аллаһ биргән ғүмерҙең тағы бер йылын йәшәнек, үттек, тип шөкөр тиһәк, бәлки, һәр көндөң, мәлдең ҡәҙерен белергә өйрәнер инек. Яңы йыл байрамының беренсе һабағы –йылдың башы һәм аҙағы булған кеүек, һәр нимәнең башы һәм аҙағы бар, шуны онотмаһаҡ ине!

Яңы йыл байрамы – ул әҙәм балаһына һынау, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәҫбеҙме, иманыбыҙ камил һәм ныҡмы икәнлегенә һынау. Тап ошо байрам алдынан бөтә магазиндар, баҙарҙар шыршы уйынсығы кеүек ялтырай, балҡый, әҙәм балаһының нәфсеһен тағы ла ҡоторта, аҙҙыра. Кәрәкме-юҡмы, ҡайһында оҙаҡ уйлап тормай, ялтыр-йолтор, ҡыйбат, кәрәкмәгән әйберҙәр, бик ук сифатлы булмаған, хатта хәрәм дә, ризыҡ алына, һәм бик кәрәге теймәй күбеһе ырғытыла, тәләфләнә, исрафлана. Яңы йыл табынына әҙерләгән ризыҡ, салаттарҙы ғына алайыҡ – күбеһе ашалмай, артып ҡала, әрәм була, ташлана. Исраф – ул да гонаһ, ислам динендә тыйыла. Әлбиттә, бүләктәр бирергә, яҡындарыңды ҡыуандырырға, ҡунаҡҡа саҡырырға бер кем дә тыймай, тик бында ла сама тигән төшөнсәне оноторға ярамай. Бөгөн һин нәфсегә хужа булмаһаң, иртәгә нәфсенең ҡоло буласаҡһың! Яңы йыл байрамынан икенсе дәресе – ул тыйнаҡ булырға, сама белергә, нәфсегә хужа булырға өйрәтә.

Яңы йыл байрамы – ул ғаилә, балалар, туғандар менән бергә булыр, үткәрер өсөн файҙалы ваҡыт. Хәл белешеү, кәңәш-төңәш биреү, ярҙам итеү һәр саҡта ла изге ғәмәлдәр булып ҡала. Хәҙер, бигерәк тә, телефон аша ғына аралашҡан туғандар, дуҫтар өсөн бергә йыйылып, һөйләшеп, аралашып ултырыу – үҙе бер байрам! Иҫке йылды оҙатҡанда һәр кем үҙенә һығымта эшләй: күпме кешегә ярҙам иткән, яҡшылыҡ эшләгән, изге ғәмәлдәр башҡарған? Иң изге теләктәр, доғалар менән барыһына ла именлек теләп, Аллаһтың биргәненә рәхмәт әйтеп, булғанына шөкөр итеп, Яңы йылды ҡаршылау – балалар, йәштәр өсөн өлгө, тәрбиә. Бына ошондай һабаҡтар бирә беҙгә Яңы йыл байрамы.

Эйе, һәр байрамдан, тормош күренештәренән төрлө файҙалы һабаҡтар алырға, һығымта эшләргә була. Донъяла Хоҙай тарафынан бер нимә лә бушҡа яратылмаған, уны күреп, аңларға, фәһем алырға ғына ҡала беҙгә, әҙәм балаларына!

 

Айһылыу Сирбаева,

Дыуан районы.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...