Оло һынауҙарға әҙерлек

Оло һынауҙарға әҙерлек

Оло һынауҙарға әҙерлек

 

Һәр кем мәктәптә, йәиһә юғары уҡыу йортонда уҡығанда, имтихан бирә. Уҡытыусыларҙың алдан биргән һорауҙары, мәсьәләләре буйынса тырышып әҙерләнәбеҙ. Әле ниндәй һорау, билет эләгере билдәле түгел, шуға ла һәр теманы ентекләп өйрәнергә, иҫтә ҡалдырырға тырышабыҙ. Сөнки беҙҙе мөһим имтихан-һынау көтә: уҡытыусы алдында яҡшы яуап биреп, юғары баһа алырға кәрәк.

 

Эйе, тормошта ҙур һынауҙар үтә әҙәм балаһы. Ә иң ҙур һынау – ул Аллаһ алдында яуап бирер көн. Нисек кенә булмаһын, һәр тереклек, һәр кеше, ҡасан да булһа, Әхирәткә, мәңгелек йортона, күсә.

Мөьмин мосолманға билдәле, Аллаһ алдында яуап биргәндә, һәр кемдән үҙенең ғәмәл дәфтәре буйынса һорау алынасаҡ. Фани донъяла нимә ҡылғанбыҙ, Әхирәттә шуға яуап тотабыҙ. Изгелек булһа, әжер-сауаптары артыр, яманлыҡ-гонаһтары күп икән, язаһы ла ҡаты була инде. «Ниндәй генә яҡшылыҡ эшләһәгеҙ ҙә, тулыһынса кире ҡайтыр», − тип әйтелә Ҡөрьән Кәримдә лә («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 272-се аят). «Ни сәсһәң, шуны урырһың» тигән халыҡ мәҡәле лә был хәҡиҡәтте беҙгә аңлата.

Раббыбыҙ алдында яуап тотҡанда, беҙҙән намаҙ уҡыу-уҡылмау ҙа һораласаҡ. Ошо мөһим «һорау-билеттың» буласағын ап-асыҡ итеп белеп торабыҙ, тик шуға әле фани донъяла ныҡлап әҙерләнәбеҙме икән? Мәктәптәге имтиханға билет-һорауҙарҙы уҡый-уҡый, ятлай-ятлай әҙерләнгән кеүек, әле, Аллаһ ризалығы өсөн, ысын күңелдән намаҙҙар уҡый-уҡый, оло һынауға ла әҙерлек шулай етди барамы икән? Ә бит тәүлектәге 24 сәғәттең бары 25-40 минуты ғына етә көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡырға!

Намаҙ – ул Аллаһтың әҙәм балаһына биргән иң оло фазилиәтелер. Сөнки тап ошо намаҙҙа көнөнә биш тапҡыр һин Ғаләмдәр хужаһы − Раббыбыҙ менән һөйләшәһең, тик Уға рәхмәттәр әйтәһең, биргәненә шөкөр итәһең, ярҙам һорайһың. Күптәр минән һорай, нисек эшләп тә, биш ваҡыт намаҙ ҙа уҡып өлгөрәһең, тип. Эйе, ысынлап та, мин намаҙ араһында бөтә эштәремде эшләйем, ә киреһесә түгел, эш араһында намаҙ уҡымайым. Бына уйлап ҡараһаң, намаҙ беҙҙе тәртипкә лә өйрәтә бит. Ә тәртип булһа, Аллаһ бәрәкәтен дә, мәнфәғәтен, шәфәғәтен дә бирә.

Аллаһ алдында һынауҙы тағы ла матур, лайыҡлы, күркәм итеп үтер өсөн, беҙгә нәфел намаҙҙары бирелгән: тәһәжүд, тәсбих, тәрауих, һ.б. Нәфел намаҙҙары – ул Раббыбыҙ рәхмәтенә яҡынайыу. Көн дә уҡылған биш намаҙҙан тыш, һин тағы ла нәфел намаҙҙары уҡыйһың икән, тимәк, Аллаһ үҙенең оло рәхмәтенә яҡынайтыр өсөн сәбәп ҡыла, һиңә көс-ҡеүәт, ҡөҙрәт, зиһен, ваҡыт бирә.

Раббыбыҙ алдында һынау биргәндә, тағы ла һораласаҡ «һорау-билет» − ул ураҙа. Уныһын да белеп торабыҙ, тик Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тотабыҙмы икән? Изге Рамаҙан айында ураҙа тотоу – күңел, йән, тән өсөн ҙур дауа. Уйлап ҡараһаң, ағастар, үҫемлектәр, бөжәктәр, хатта ҡайһы бер йәнлектәр, ҡыш буйы, өс ай тирәһе ураҙала була. Бер тамсы һыу ҙа эсмәй, һалҡын ҡышты ураҙала үткәрә улар.

Ураҙа – ул иртәнге сәхәрҙән алып киске аҡшамға тиклем ризыҡланмай тороу ғына түгел, ул йәнеңде, тәнеңде сафландырыу, таҙартыу. Минеңсә, иң еңеле – ул ризыҡтан тыйылыу, ә иң ауыры – ул телеңде, уйҙарыңды тыйыу. Ураҙа тотам тип, ашамай йөрөйһөң, һәм шул уҡ ваҡытта ғәйбәт-ләстит һатып, ҙур гонаһҡа батып, кеше рәнйетәһең икән, кемгә һәм ниндәй файҙа була? Шуға ла ошо изге айҙарҙа тотҡан ураҙаларыбыҙ, тик Аллаһ ризалығы өсөн булып, ҡабул ителһен, һәм кәмселектәрһеҙ үтһен өсөн, аш-һыуҙан ғына тыйылыу түгел, телде лә, уйҙарҙы ла тыйырға, әҙерәк «теҙгенләргә» кәрәк.

Ҡартәсәйемдең әйткән һүҙҙәре иҫемдә: «Ахырызаман етер алдынан ваҡыт, көн ҡыҫҡара», − тигәйне ул. Бәлки, шулайҙыр ҙа, уны бер Аллаһ белә. Тик хәҙер беҙ, телефонға тексәйеп ултырып, ваҡытты үҙебеҙ ҡыҫҡартабыҙ түгелме? Кәрәкме-юҡмы, файҙалымы-юҡмы, уны уйлап тормай, сәғәттәр буйы интернет, телефонда ултырып, күпме ваҡытты юҡҡа сығарабыҙ, бушҡа ауҙарабыҙ. Ә шул ваҡытты Аллаһ алдындағы оло һынауға әҙерләнер өсөн бүлһәк, йәғни, изге ғәмәлдәр ҡылып, намаҙҙар уҡып, ураҙалар тотоп, Ҡөрьән Кәрим уҡып үткәрһәк, ваҡыт та файҙалы үтер ине. Ә иң мөһиме – беҙ ҙур һынауға ысын күңелдән, ныҡлы, ышаныслы итеп әҙерләнер инек.

 

Айһылыу Сирбаева,

Дыуан районы.

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...