Ике донъя араһында йәшәү...
Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.
Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары тыуып тора, үлеп тора, шулай итеп, тәүге иптәшенән ун балаһын ер ҡуйынына һалырға тура килә. Бер бөртөк кенә ҡыҙы Хәнифәне генә үлем тырнағынан аралап ҡала. Ире ауырып үлеп китә. Бер бала менән тол ҡалған Сафия, йәш кенә булһа ла, дин юлында була, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота.
Күп тә үтмәй, шул уҡ Аралбай ауылында, ҡатыны ҡаты ауырыуҙан мәрхүм булғас, ике бала менән тол ҡалған Әһлиулла исемле иргә тормошҡа сыға. Әһлиулла ла дин юлында була. Шулай итеп, бик матур, татыу ғына, килешеп донъя көтөп алып китәләр. Уртаҡ ҡыҙҙары тыуа, Мөслимә тип исем ҡушалар.
Шул йылда сейә бик уңа. Һаҡмар аръяғындағы «Сысар» үҙәктең битләүендә, ваҡ ҡына уҫаҡлыҡ сауҡаһы араһында емерелеп уңған, тамылйып ултырған сейәне бесәндән ҡайтышлай күреп ҡайта. Иртәгеһенә, ҙур биҙрәләр алып, шул сейәлеккә китә. Яңғыҙы ғына сейә тиреп йөрөгәндә, ҡапыл ҡойон килеп сыға. Сафия ҡурҡышынан нишләргә лә белмәй, селеккә йән көсө менән тотоноп тороп ҡала. Өйөрөлтмәк Сафияның башындағы яулығын һауаға мендереп осороп алып китә. Иртәгеһенә ире, ике ҡыҙы менән барып, Һаҡмар буйын, Фатима туғайын тетеп йөрөп эҙләп ҡараһалар ҙа, яулығын таба алмайҙар. Сафияның нисектер күңеле тыныс түгел: баш кейеме бит, күңелендә ауыр тойғо барлыҡҡа килә, тыныслығын юғалтып, оҙаҡ уйланып йөрөй. Төрлө насар төштәр керә, йоҡлай алмай ыҙалай. Бер ике-өс ай үткәс, башының ныҡ ауыртып-ауыртып алыуын тоя башлай.
Ураҙа айы башлана. Иптәше ылау менән алыҫҡа йомош менән юлға сыға, өйҙә булмай. Сафия, иртәнге сәхәр эсеп ултырғанда, ҡапыл ғына ныҡ йоҡоһо килеп, ултырған урынынан бөгәрләнеп кенә ятып йоҡоға тала. Яһаған сәйе лә эселмәй ултырып ҡала. Таң атыуға иптәше лә алыҫ юлдан әйләнеп ҡайтып инә. Өйгә ингәс, урындыҡта Сафияның бөгәрләнеп кенә йоҡлап ятҡанын күреп, уятып, һелкетеп ҡарай, юҡ, уянмай ҡатын. Үлгән икән, тип, урындыҡҡа һуҙып һалып, рәтләп, өҫтөн ябып, ҡыҙҙарын уята ла, әсәйҙәрен ҡарап ултырырға ҡушып, үҙе күрше-күләнгә, туғандарға, муллаға әйтергә тип сығып китә. Оҙаҡ көттөрмәй, күрше-күләндәр ҙә йыйыла, мулла ла килә. Мулла мәйетте асып ҡарап, үлгәненә икеләнеп, табанындағы тамырын оҙаҡ ҡына тотоп ҡарағандан һуң, юҡ, үлмәгән, был мәрткә киткән бит, тип әйтә. Шаршау ҡороп, һалҡын, ҡояш төшмәгән урынға, матурлап, тәрбиәләп һалырға ҡуша.
Өс көн, өс төн үтә. Кәүҙәһе, йөҙө үҙгәрмәй, шул килеш ятҡас, мәрткә китеүенә тамам ышаналар. Дүртенсе көн таңға ҡарай уяна. Бер ни булмағандай, ырғып тороп, самауыр ҡуйып, сәхәр эсергә әҙерләнә башлай. «Ҡалай оҙаҡ йоҡлағанмын, әҙерәк башым әйләнәсе», – тип тинтерәкләп тә китә. Иренең аптырап ҡарауына: «Миңә ни булды ул?», – тип һорап ҡуя. Һыйырын да сығып һауа, балаларын уятып, ашатып: «Арыным әле, башымды яҫтыҡҡа терәп, аҙыраҡ ял итәйем», – тип ята ла тағы бер нәмә белмәй йоҡлап китә. Тик был юлы тын алғаны ишетелә, ете сәғәт бер уянмай йоҡлай. Кискә ҡарай, ауыҙ асыуға, һин дә мин килеп тора.
Шул көндән башлап, тормошо ҡырҡа үҙгәрә, ауырыйым, тип, бер ҙә зарланмай, үҙен һап-һау тоя башлай. Бер көн шулай мәрткә нисек барыуын асыҡ ҡына һөйләп бирә. Ул көндө нишләптер башы ауыртып, хәле инәле-сығалы булып, башы әйләнеүен иҫләй. Иртән тороп самауыр ҡоя. Артынан берәү күҙәтеп торған кеүек, күңелендә ҡурҡыу, шикләнеү тойғоһо тыуа. Сәхәр эсергә ултырғанын иҫләй, аръяғын иҫләмәй.
Ҡайҙалыр атлап түгел, ә осоп китеп барған һымаҡ була. Ике яғынан ике әҙәм алып китеп барғанын ғына күрә. Ғүмерҙә лә күрмәгән таныш түгел ергә – бик бейеккә алып китәләр. Мәмерйә һымаҡ бер тар ғына урындан бик оҙаҡ баралар. Ҙур тауға килеп туҡталалар, ер асылып китә лә, эскә үтәләр. Шунда инде иң ғибрәтле урындарҙы, шайтандарҙы, хатта Ожмахтың нисек икәнен күрһәтеп алып йөрөйҙәр. Шайтандарҙың кешегә ныҡ зыян, насарлыҡ эшләгәндәрен күреп, аптырап, хайран ҡалып һөйләне өләсәйем. Иблис йыйыны кешенең бисмиллаһыҙ, ябыуһыҙ ултырған ризыҡтарын аңдый икән. Бигерәк тә һөт, һары майҙы, тоҙ, ябылмай ултырған аш-һыуҙы яраталар икән. Ябылмай ултырған һөт, һыу менән балаларын йыуындыралар, үҙҙәре йыуыналар, ә һары майҙы оҙон тырнаҡтары менән алып, бала-сағаһының һәм үҙҙәренең тәнен майлап, мәз киләләр икән. Бисмилләһеҙ ултырған тоҙҙоң эсенә ҡаҡырып, төкөрөп, болғап, һипкесләп-түккеләп бөтәләр икән.
Ошоларҙы күреүе ныҡ ҡына күңелендә ҡала. Аҙаҡ ҡыҙҙарын бисмилләһеҙ, ябыуһыҙ ризыҡтарҙы ашауҙан тыя. Ябыуһыҙ ултырған һыу эсеүгә лә, йыуыныуға ла яраҡһыҙ, тип иҫкәртә. Әгәр белеп тә, белмәй ҙә йыуына икән, ул кешенең тәненә ғүмер бөтмәҫлек ҡысынма сығырға мөмкин.
Кәртәлә торған малға ла тейәләр икәнен белә мәрттә. Яңы быҙаулаған һыйырҙың быҙауының йөрәген һурып алалар. Йылҡы малын, аҡ күпереген сығарып, хәлдән тайҙырып, яндырғансы, төнө буйына менеп сабалар икән. Шунан һуң был бахыр малҡай мандый алмай, оҙаҡ итеп ауырып ыҙалай, аҙаҡ үлеп ҡуя икән. Ялынан арҡан, үрмес, тышау эшләп, аяғын тышап, урап-урап бәйләп ныҡ хитландыралар. Бисмилләһ итеп ябылған, бикләнгән кәртәнең ҡапҡаһынан үтә алмайҙар был шайтандар. Өшкөрөп, салғы, бысаҡ, артыш, доға яҙып ҡыҫтырған кәртәгә лә, өйгә лә яҡын да килә алмай, зыян эшләй алмайҙар икән.
Яңы тыуған баланы ла шайтандар алмаштырып алып китәләр, шуға йәш баланы яңғыҙын ҡырҡы сыҡҡансы, былай ҙа ҡалдырып йөрөргә ярамай. Йә, бисмилләһ итеп, бысаҡ, ҡайсы, йә ҡайраҡ һалыр кәрәк янына. Шундай ғибрәтле шайтан-пәрей, ендәрҙең эштәрен күреүен иҫ-аҡылы китеп һөйләй. Ә инде Ожмахты күрһәтеп алып йөрөүҙәренә бигерәк тә хайран ҡала. Һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел, ти ул.
Ожмах тигәндәре иҫ китмәле йәшеллек икәнен күрә. Күк йөҙө шул тиклем аяҙ, яҡты, күм-күк бер болот әҫәре юҡ, хатта ел дә юҡ, тып-тын икәнен күрә. Унда ағастар был донъялағы кеүек бейек түгел, емештәре емерелеп уңған, һәленешеп, күҙҙең яуын алып ултыралар. Шишмәләр ҙә тыныс, талғын ғына аға, шул тиклем таҙа, үтә күренмәле. Был доньяға тыуып та йәшәй алмай мәрхүм булған сабыйҙар, унда Ожмах ҡошо булып осоп йөрөйҙәр. Ожмахҡа эләккәндәр ап-аҡ күлдәктә йөрөйҙәр, ә ожмахҡа эләгә алмағандар, ыҙа сигеп, этелеп-төртөлөп йөрөйҙәр икән. Шуға һәр саҡ әруахтарға кесаҙна, йома көндәре, доға ҡылып, хәйер биреп тороу кәрәк. Бигерәк тә, был донъяла насарлыҡ ҡылып, кеше хаҡына инеп, кеше хаҡын ашағандарҙы, нахаҡ һүҙ, ғәйбәт һөйләп, кешене рәнйетеүселәрҙе, боҙом, сихыр менән булышып, кеше ғүмеренә зыян килтереүселәрҙе һәм дә башҡа насар эш ҡылыусыларҙы Аллаһу Тәғәләнең язаһы көтә икән. Белеп тә, белмәй ҙә эшләгән гонаһтарыбыҙ, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙға һәр ваҡыт Аллаһтан ярлыҡауын, кисереүен һорап, тәүбәгә килеп йөрөр кәрәк.
Никахһыҙ йәшәүселәрҙең ашаған ризығы ла, эшләгән эштәре лә хәрәм һаналыр, тигән. Шулай итеп, Сафия, дүртенсе көн тигәндә, уянып китә. Нисек – осопмо, йүгерепме – ҡайтып еткәнен асыҡ ҡына итеп әйтә алмай. Мәрттән һуң үҙендә ниндәйҙер көс һиҙемләй, кешене үтә күреү һәләте лә асыла. Тик ул кешегә белгәндәрен һөйләмәй, йәшерә. Ҡаршылағы йәшәгән йәш кенә килендең өс-дүрт йәштәрҙәге улына: «Килен, һүҙ әйтмәгеҙ, әрләмәгеҙ, был бит Ожмах ҡошо», – тип һармаҡлап ултырған. Ысынлап та, күп тә тормай, бала мәрхүм булып ҡуя. Шул әҙәмдең япрағы ҡойолоп йөрөй, был әҙәмдең күҙенең нуры һүнгән, тип кешенең был донъянан китерен алдан белеп ултырған. Ҡыҙҙарына үҙенең белгәндәрен васыят итеп өйрәтеп ултырған. Ҡояш байығанда, ҡатын-ҡыҙҙарға ялан баш, ялан аяҡ йөрөргә ярамай, тигән. Киске эңерҙә һыуға барырға, һыуға эйелеп ҡарарға ярамай – яман зәхмәт ҡағылыуы бар. Бигерәк тә аш-һыуығыҙҙы бисмилләле тотоғоҙ, тип өйрәтеп ултырған. Иҙән йыуғандан һуң сепрәгегеҙҙе, йыуғысығыҙҙы яҡшы итеп сайып, киптереп элеп ҡуйығыҙ, тигән. Шулай уҡ һеперткене лә аяҡ аҫтында ятып, ашаҡлап үтергә ярамай икән, «бисмилләһ» менән һөйәп ҡуйырға кәрәк. Хатта шундай әйберҙәр өсөн дә сөәл (яуап) биреүе ауыр булыр теге доньяға барғас, тип өйрәтеп ултырған. Әхирәт булышыу, ҡиәмәтлек ҡыҙ, һеңле, апай итеп алыусыларға ла, теге доньяға барғас, яуап биреүе бик ауыр булыр. Шуның өсөн бер-берегеҙгә тоғро булығыҙ, ғәйбәт, насар һүҙҙәрҙән һаҡ булығыҙ, тип һуңғы көнөнә тиклем белгән-күргәндәрен өйрәтеп ултырыр булған Сафия өләсәйем.
Ҡәҙерле кешем 1963 йылдың ураҙа айында, сәхәр эсеп ултырғанда, һикһән биш йәшендә, шул уҡ килеш, йомарланып ҡына ятҡан көйө, вафат булып ҡала. Яһалған сынаяғындағы сәйе лә эселмәй ултырып ҡала...