Сөләймән һәм Билҡис

Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.

 

Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм дәүләтендәге ихтирамлы һәм юғары әҙәпле кешеләрҙе йыйып ала. Әйтеүҙәренсә, уларҙың һаны ун ике мең була.

Шунан ул үҙенең тәхетен төпкө бүлмәгә йәшерә һәм, һаҡсыларға уны күҙ ҡараһылай һаҡларға, был бүлмәгә берәүҙе лә үткәрмәҫкә ҡушып, ныҡ итеп киҫәтеп ҡуя.

Берҙән-бер көндө тәхетендә ултырған Сөләймән яҡында туҙан бағанаһын күреп ҡала һәм бының сәбәбе менән ҡыҙыҡһына. Уға, Билҡис килә, тип хәбәр итәләр. «Кем, ул килеп еткәнсе, уның тәхетен бында килтерә ала?» – тип һорай Сөләймән. «Һин урыныңдан торғансы, мин уны килтереп еткерәм», – ти Ғифрит1. «Миңә тиҙерәк кәрәк», – ти Сөләймән. Унын вәзире, ғалим Асиф ибне Бәрхийә, пәйғәмбәр күҙен асып йомған арала тәхет бында булыр, ти. Ысынлап та, Сөләймән күҙ асып йомоп та өлгөрмәй, батшабикәнең мөһабәт тәхете эргәһендә була.

Пәйғәмбәр, янындағы тәхетте күреп, Аллаһ мине ошондай мөғжизә менән һынай, тип уйлай һәм Раббыға шөкөр итә.

Улар тәхетте бер аҙ үҙгәртә. Билҡис килгәс, Сөләймән, һинең тәхетме, тип һорай. Эйе, тип яуап-лай ҡунаҡ һәм Сөләймәнгә һорау бирергә теләүен әйтә. Пәйғәмбәр, нимә тураһында һорарға теләйһең, һора, ти. Билҡис: «Ерҙән сыҡмаған, күктән төшөрөлмәгән – ул ниндәй һыу?» – ти. Ғәҙәттә Сөләймән быға оҡшаш һорауҙарға яуапты кешеләр һәм ендәр ярҙамында тапҡан. Был юлы улар ярҙам итә алмаған, һәм Сөләймән шайтандарға мөрәжәғәт иткән. Улар: «Аттың тире», – тип яуап биргән. Ҡунаҡҡа яуапты еткергәс, ул уны ҡабул иткән. Шунан һуң Билҡисте Ислам ҡабул итергә саҡыралар, ул риза була. Сөләймән унан ҡәнәғәт ҡала, уға өйләнә һәм уны Сабаа иленең батшаһы итеп ҡалдыра.

Билҡис тураһында тағы бер нисә һүҙ:

 

Билҡис

Йәмән ерендә Шәрахбил исемле бик ҡеүәтле батша булған. Ул башҡа батшалар менән туғанлашырға теләмәгән, сөнки бөтәһен дә үҙенән түбән һанаған һәм Сәкән ендәре батшаһының Райхана исемле ҡыҙына өйләнә. Райхана батшаға Билҡис исемле ҡыҙ табып бирә, башҡа балалары булмай. Атаһы үлгәс, Билҡис батшалыҡты үҙ ҡулына алырға уйлай. Ләкин халыҡтың фекере айырыла, һәм батша булып бүтән кеше ҡала. Ләкин ул кеше халыҡ өсөн бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ эшләмәй, киреһенсә, насар ҡылыҡтары менән даны сыға. Халыҡ уға ҡаршы күтәрелә, әммә тәхеттән ҡыуып төшөрә алмай. Билҡис холоҡһоҙ батшанан ҡотолоу әмәлен уйлап таба, быға уның ҡатын-ҡыҙға хас хәйләһе ярҙамға килә. Ул батшаға кейәүгә сығырға теләүе хаҡында хәбәр тарата. Теге был хәбәргә ҡыуана һәм Билҡис менән никахлашыу тураһында һүҙ ҡуйыша. Туй төнөндә кәләш батша алдына ҙур бокал менән шарап ҡуя һәм һаҡсыларға таралырға рөхсәт бирә. Батша ҡыуанысынан шарап бокалын шунда уҡ бушата. Ә инде ул иҫен юғалтҡас, Билҡис уның башын сабып өҙә лә ишеккә элеп ҡуя һәм батша һарайынан сығып китә. Иртәнсәк батшаның ишектә элеүле торған башын күрәләр. Никахтың һөҙөмтәһен күргән халыҡ батша тәхетенә Билҡисте ултырта.

 

Сөләймәндең үлеме тураһында ҡисса

Бер ваҡыт Сөләймән уның янына килгән Ғазраил фәрештәнән үҙенең үлем сәғәте тураһында һорай. Ғазраил уға, ҡасан харнубат тигән ағас үҫеп сыға, шул ваҡытта был донъянан китер мәлең еткән булыр, ти.

Һәм һәр ваҡыт, Сөләймән Бәйт әл-Мөҡәддәстә сәждәгә киткән һайын, унда яңы ағас үҫеп сыҡҡан. Пәйғәмбәр уларҙың һәр береһенән: «Һин ниндәй сирҙән дауаһың, нисек аталаһың?» – тип һораған. Ағастар уға яуап бирә, ул яуаптарҙы яҙып ала һәм ағастарҙы икенсе урынға күсерергә ҡуша. Бер саҡ ул йәнә намаҙҙан һуң үҫеп сыҡҡан ағастың атамаһын һорай. «Харнубат», – ти ағас. Сөләймән ғүмеренең аҙағы еткәнен аңлай. Ул был ағастың файҙаһы һәм зыяны тураһында яҙа һәм уны баҡсаға күсереп ултыртырға ҡуша. Шунан һуң тулы тәһәрәт ала, кәфенгә төрөнә һәм михрабына инә, үлемгә әҙерләнеп, таяғына таяна. «Йә Аллаһ, кешеләр ендәрҙең йәшерен серҙәрҙе белмәүҙәренә ышанһын өсөн, минең үлемемде ендәргә белгертмә», – тип, Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, үлем фәрештәһе уның йәнен ала.

Йәшерен нәмәләрҙе беләбеҙ, тип кешеләрҙе ышандырыусы ендәр, уларҙың күҙ алдында таяҡҡа таянып тороусы пәйғәмбәрҙең тере түгеллеген, уның таяғы ҡорттар кимереүҙән һынып сыҡмайынса, белмәйҙәр. Сөләймәндән ҡурҡып, уның үлгәнен дә белмәй, һуңғы көстәренә тиклем бер йыл буйы уға хеҙмәт итәләр.

 

Даниял пәйғәмбәр

Ярты донъяны емереп, Вавилонға әйләнеп ҡайтҡас, яуыз Бохтанасар оҙаҡ ҡына батшалыҡ итә. Бер ваҡыт ул ҡурҡыныс төш күрә. Тирә-яҡтан төш юраусыларҙы саҡыра, тик уларҙың береһе лә төштөң мәғәнәһен аңлата алмай. Был ваҡытта Даниял дуҫтары менән, Бохтанасарҙың әмере буйынса, зинданда ултырған була. Батшаның төшөн бер кем дә юрай алмауын ишетеп, Даниял төштө аңлата белеүен төрмә һаҡсыһына әйтеп, батшаға еткертә. Бохтанасар уны саҡыртып ала. Даниял, уның янына ингәс, эйелеп сәләм бирмәй. Батша бының сәбәбен һорағас, Даниял ﷺ, Аллаһ тик Үҙенә генә баш эйергә ҡушты, әгәр мин Уны тыңламаһам, мин Ул биргән ғилем серҙәрен юғалтасаҡмын, ти. Бохтанасар бик ғәжәпләнә, ләкин бәйләнеп тормай. «Ғилемгә ихтирам – һәйбәт сифат», – тип әйтеп ҡуя һәм, минең төштө юрай алаһыңмы, тип һорай. Даниял батша төшөн һөйләмәҫ элек үк уның мәғәнәһен әйтеп бирә. Төш хәйерлегә юрала, Бохтанасар ҡәнәғәт ҡала. Ошонан һуң Даниял һәм уның иптәштәре батшаның яҡын кешеләре араһында була. Ләкин был утҡа табыныусыларға оҡшамай, улар, элекке әсирҙәр боттарға (һындарға) табынмай һәм боттар өсөн әҙерләнгән аҙыҡты ашамайҙар, тип, Бохтанасарға килеп ошаҡлаша. Бохтанасар Даниял һәм уның дуҫтарын саҡыртып, был ысынмы, тип һорай. Тегеләр, ысын, ти һәм үҙҙәренең бер Аллаһҡа ғына табыныуҙарын әйтә. Бохтанасар ныҡ асыулана, ҙур соҡор ҡаҙытып, Даниял менән уның биш дуҫын шунда ырғытырға һәм улар янына ете дәү арыҫланды ебәрергә ҡуша. Күпмелер ваҡыттан һуң ул үҙенең ярандары менән ас йыртҡыстарҙан таланған кәүҙәләрҙе күрергә тип килә. Ләкин улар, бер ҡайғыһыҙ ултырған егеттәрҙе һәм улар эргәһендә, баштарын тәпәйҙәренә һалып, тыныс ҡына ятҡан арыҫландарҙы күреп, иҫтәре китә. Улар йәнә таныш булмаған етенсе кешене күрә, был кеше ҡайҙан килде, тип һорайҙар. Ә ул Аллаһ ҡушыуы буйынса килгән фәрештә була. Ул Бохтанасарҙың битенә сабып ебәрә, тегенең йөҙө үҙгәрә һәм ул януарға әйләнә. Ошо ҡиәфәттә ул ете йыл йыртҡыстар араһында йәшәй, шунан һуң Аллаһ уны кире батшалыҡҡа ҡайтара.

Аллаһтың көсөн күреп, Бохтанасар яңынан Даниялды үҙенә саҡырып, иң яҡын кәңәшсеһе (вәзире) итә. Ошо була инде Даниял юраған төштөң хәйерле тамамланыуы.

Әммә утҡа табыныусыларға был оҡшамай. Улар батшаға, вәзир төнөн кесе хәжәтен үтәргә йөрөй, тип ошаҡлайҙар. Был илдә төнөн хәжәт үтәргә сығыу ғәҙәте булмаған, таңға тиклем түҙеү – егетлек, тип иҫәпләнгән. Шунан файҙаланып, батша һәм уның ярандары пәйғәмбәрҙе үлтерергә булалар. Улар мул табын ойоштороп, Даниялды ҡунаҡҡа саҡыра. Бөтәһе лә, туйғансы һыйланып, төнгөлөккә йоҡларға ҡалалар. Бохтанасар һаҡсыһын ныҡ итеп киҫәтә: «Төндә ҡапҡа янына берәйһе сыҡһа, кем булыуына ҡарамаҫтан, хатта мин булһам да, үлтер», – ти. Төндә Бохтанасар ныҡ итеп ҡыҫтала. Ул, түҙә алмай, беренсе булып ҡапҡа артына сыға. Ҡарауылсы, приказды үтәр өсөн, уға ташлана. Бохтанасар, ҡото осоп, был мин – батша, тип әйтеп ҡарай. «Бохтанасар үҙен дә үлтерергә ҡушты», – тип яуап бирә һаҡсы һәм айбалтаһы менән һелтәнеп, тегене үлтерә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

_______________________________________

1 Ғифрит – ендәрҙең бер төрө

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...