Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел төштө. Артабан үҫешергә көстө һәм дәртте ҡайҙан алырға?

Р., Каспийск ҡалаһы

 

Дин белгесе яуабы

Аллаһу Тәғәлә был донъяла беҙгә байлыҡта һәм муллыҡта йәшәүҙе, шулай уҡ ауырлыҡтарҙан һәм һынауҙарҙан азат булыуҙы вәғәҙә итмәгән. Шуға күрә иң тәүҙә һеҙҙең менән булған хәлдә лә бер ғибрәт бар икәнен аңларға кәрәк. Һеҙҙең осраҡ был донъя язаһы булыуы мөмкинме? Эйе, мөмкин. Сөнки, бер генә бизнес-тренерҙың йәки лекторҙың сығышын тыңлап, уның курстарын үтеп кенә эш башлау етмәй. Һәр башланғыс ентекле өйрәнеүҙе талап итә. Ул эштең шәриғәт талаптарына тура килеү-килмәүен, кешегә, уның яҡындарына һәм йәмғиәткә ниндәй файҙа килтереүен алдан баһалау мөһим. Был файҙа матди ғына түгел, рухи яҡтан да булырға тейеш.

Тағы ла бер мөһим нәмә – ниәт. Һәр эште башлар алдынан кеше үҙенән: «Мин был эште ни өсөн башҡарам? Маҡсатым ниндәй? Кем менән кәңәшләшергә кәрәк?» – тигән һорауҙарға яуап бирергә тейеш.

Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Мөьминдең хәле ниндәй ғәжәйеп! Һәр төрлө хәлдә булыуы ла уның өсөн хәйерле. Был тик мөьминдәргә генә хас: әгәр ул шатланһа, Аллаһҡа шөкөр итә һәм был уның өсөн хәйерле. Әгәр ҡайғы-һынау кисерһә, ул сабыр итә һәм был да уның өсөн хәйерле булып һанала» – тип әйткән (Мөслим).

Шуға күрә булған хәлдән тейешле һабаҡ алығыҙ. Әгәр үҙегеҙҙә дин талаптарына ҡаршы килгән хаталарҙы күрһәгеҙ, Аллаһтан ихлас ғәфү үтенегеҙ һәм уларҙы башҡа ҡабатламаҫҡа ныҡлы ниәт ҡылығыҙ. Әгәр кемдеңдер хаҡын боҙһағыҙ, бурысын ҡайтарығыҙ, ғәфү үтенегеҙ.

Әгәр барыһын да дөрөҫ эшләгән булһағыҙ ҙа, Аллаһҡа шөкөр итергә онотмағыҙ. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә әйтелгәнсә, бындай һынауҙарҙа ла кеше өсөн хәйерлеһе бар. Сабырлы булыуығыҙ һәм Аллаһҡа тәүәккәл итеүегеҙ өсөн Раббығыҙ һеҙгә тейешле әжерен бирәсәк.

Һеҙҙән дә ауырыраҡ һынауҙар кисергән кешеләргә күҙ һалығыҙ. Һеҙгә бирелгән ниғмәттәр өсөн Аллаһҡа һәр ваҡыт шөкөр итегеҙ. Сөнки Уның беҙгә биргән ниғмәттәрен һанап бөтөүе мөмкин түгел. Аллаһу Тәғәлә барыбыҙға ла ныҡлы иман, киң сабырлыҡ һәм ике донъяла ла Үҙенең рәхмәтен насип итһен. Әмин.

 

Психолог яуабы

Бөгөн төрлө лекторҙар, тренерҙар һәм кәңәшселәр бихисап. Әммә уларҙың һаны артҡан һайын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр береһенең дә биргән белеме сифатлы, тигәнде аңлатмай.

Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен уңышлы эшҡыуар итеп күрһәтергә тырыша. Әммә ысынбарлыҡта улар үҙҙәре әллә ни ҙур уңышҡа өлгәшмәгән дә булыуы мөмкин. Йыш ҡына бындай кешеләр башҡаларҙы эшҡыуарлыҡҡа өйрәтеп аҡса эшләй. Йәғни, килемде үҙ бизнесынан түгел, ә төрлө курс, семинар һәм консультациялар үткәреүҙән ала. Һеҙ ҙә, бәлки, ошондай тоҙаҡҡа эләккәнһегеҙҙер. Әммә был мәсьәләнең икенсе яғы ла бар.

Ниндәй генә ентекләп уйланылған бизнес булмаһын, ул һәр ваҡыт билдәле кимәлдә хәүеф (русса әйткәндә: «риск») менән бәйле. Эшҡыуарлыҡта ла, кешенең башҡа төрлө эшмәкәрлегендәге кеүек үк, алдан иҫәпләп булған һәм кешенең үҙенән тормаған сәбәптәр бар. Ҡайһы бер шарттарҙы анализлап, күҙаллап була, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй беҙҙең ихтыярҙан тормай.

Хәҙер һеҙгә башта тыныс ҡына ултырып, үҙегеҙ ебәргән хаталарҙы барларға кәрәк. Бәлки, ҡайһы бер нәмәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырғанһығыҙҙыр, ә ҡайһы бер мөмкинлектәрҙе, киреһенсә, артыҡ баһалағанһығыҙҙыр. Артабанғы эшегеҙҙе, тап ошо тәжрибәне иҫәпкә алып, ойоштороғоҙ.

Бер килеп сыҡмаған проект һеҙҙе булдыҡһыҙ йәки эш белмәгән кеше итеп күрһәтмәй. Был тормош тәжрибәһе, сираттағы һабаҡ ҡына. Ул һеҙҙе ҡул һелтәргә һәм артабан тырышлыҡ һалыуҙан туҡтарға мәжбүр итергә тейеш түгел. Күп кенә билдәле эшҡыуарҙарҙың тормош юлына күҙ һалһағыҙ, уларҙың һәр береһендә лә бындай уңышһыҙлыҡ осорҙары булған. Иң мөһиме – һәр аҙымды элекке тәжрибәнән һабаҡ алып, яңы ҡараш менән башлау.

Үҙемдән шуны өҫтәр инем – әгәр кеше, уңышҡа тик үҙенең көсөнә, һәләтенә генә таянып өлгәшермен, тип иҫәпләһә, уңышһыҙлыҡҡа осрау ихтималы бик ҙур. Беҙҙән талап ителгән нәмә – намыҫлы булыу, тырышып хеҙмәт итеү һәм үҙ бурысыбыҙҙы еренә еткереп башҡарыу. Ә уңыш – Аллаһу Тәғәлә ихтыярында. Халыҡ юҡҡа ғына: «Аллаһҡа тәүәккәл ит, ләкин үҙең дә тырышлыҡ һал», – тип әйтмәгән.

 

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов

һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне.

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...