Әжәл менән яғалашҡанда

Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.

 

Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып йөрөгән кешегә тынғыһыҙ булғас, етмеш йәшлек инәй менән һөйләшеп, уға квартираға күстем. Бер нисә ай үткәс, уға ейәнсәренең генә килеп-китеп йөрөүенә, ә ҡыҙының бер ҙә генә лә килмәүенә иғтибар итеп, һораша төштөм.

– Бынан өс йыл элек, һеҙҙең кеүек аулаҡты эҙләгән уҡытыусы ирҙе фатирға индергәйнем, изгелек ҡылып. Ул сағында бер балаһы менән иренән айырылып ҡайтҡан ҡыҙым минең менән бергә йәшәй ине. Тотанаҡһыҙлығы арҡаһында, ғаиләле ирҙең башын әйләндереп, сыуалып алды ла китте. Балалары булған ғаиләле ирҙең башын бутарға ярамай, ҡыҙым, тип әйтеп ҡараһам да, тыңламай, үҙенекен һөйләп, һүҙ көрәштерә: «Үҙеңә кәрәк булғанға, көнләшәһеңме әллә?» – ти. Мин, пенсиям наҡыҫ булғанға, иш янына ҡуш булһын, тип, айына 10 һум түләү шарты менән, өйөм бәләкәй булһа ла, квартирант индерәм, ә ул биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып барған, дин юлындағы кеше тураһында насар уйҙа икән. Түҙмәнем, гел генә хаяһыҙ һүҙҙәр менән әрепләшкәс, ҡыуалап сығарҙым. Нәмәһен төйнәп йөрөгәнендә, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Йәнәһе мин, уның йөрөгәне менән аулаҡлап ятыр өсөн, ейәнсәрем менән уны ҡыуалап сығарам. 67 йәшлек әбейҙе, үҙенән ике мәртәбә йәш кешегә ҡушыуы үтә лә хәтерҙе ҡалдырҙы...

Юғарыла яҙылғандар, динде фәндән айырыуҙың, кешелек донъяһына бер нәмә менән алмаштыра алмаҫ юғалтыуҙар алып килгәнен, уйландырырлыҡ итеп дәлилләй. Изге Ҡөрьән тәғлимәте үҙе бер тәрбиәүи мәҙрәсә!

Төп маҡсаты – кешене кеше итеп тәрбиәләү һәм тәртип-тәрбиә ҡанундарында тотоу. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Мин гүзәл холоҡтарҙы камил кимәлгә еткереү өсөн ебәрелдем», – тип. Холҡо яҡшы булған дин юлындағы кеше – иманы менән дә иң камил мосолман, тигән. Дин ул – кешеләрҙе донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле итер өсөн Аллаһ тарафынан пәйғәмбәрҙәр аша кешеләргә тапшырылған илаһи әмерҙәр һәм тыйыуҙар. Дини тәрбиә менән Аллаһ кешеләрҙе һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе бил-дәле бер тәртипкә һала. Кеше һәр ваҡыт башҡалар менән аралашып йәшәй. Аралашып бергә йәшәгән ваҡытта үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыусы изгелекле ҡанун-ҡағиҙәләргә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, дин өйрәтеүҙәренә яраҡлаша. Ислам әхлағы үҙе лә – диндә таяныс тапҡан, диндән көс һәм ҡеүәт алған әхлаҡ. Ислам тыныслыҡ, сәләмәтлек, иҫәнлек, тынғылыҡ һүҙенән алынған. Раббыһына ҡарата күндәмлек, бойһоноу, баш эйеү юлы менән төрлө бәләләрҙән ҡотҡарып, бәндәләрҙе һәләкәттән ҡотолоуға алып бара торған юл! Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Иман етмештән артыҡ тармаҡтан тора», – тигән. Шул тармаҡтарҙың иң мөһиме тәрбиә. Тәрбиә ул – бы-уаттар төпкөлөнән башланып һәм меңәр йылдар дауамында тулы камиллыҡҡа өлгәшә-өлгәшә, быуындан-быуынға тапшырылып килгән оло хазина. Был хазинаны юғалтһа, халыҡ үҙе лә юҡҡа сыға. Шуға ла ата-бабаларыбыҙ тәрбиәгә ҡарата бик һаҡ, бик иғтибарлы, бик талапсан булған. Кешенең ғүмер юлы иң элек ата-әсә тәрбиәһенән башлана. Сөнки, бала – беҙҙең киләсәгебеҙ, беҙҙең дауамыбыҙ. «Ата-әсәнең үҙ балаһына биргән иң хәйерле бүләге – күркәм холоҡ», – тигән Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм. Ата-әсә лә, туғандар ҙа балаға бүләкте биреп кенә тора, кемдер кейем, кемдер уйынсыҡ, кемдер башҡа төрлө бүләк бирә. Ләкин бүләктәрҙең, моданан сығып, иҫкерә торған ваҡыты бар. Ә ата-әсә менән ҡәрҙәштәр биргән күркәм холоҡ, күркәм тәрбиә генә ғүмере буйынса ҡала. Шуның өсөн дә һәр беребеҙҙең йәш быуынға биргән иң әһәмиәтле бүләге – күркәм холоҡ булырға тейеш! Күркәм холоҡ – диндең яртыһы, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең бер хәҙисендә. Ислам – күркәм холоҡҡа нигеҙләнгән дин. Ислам ҡанундары менән йәшәгән кешеләрҙән дә тәрбиәлерәк кеше юҡ. Иң ышаныслы хөкөмдәр – Ҡөрьәндә, иң файҙалы мәғлүмәттәр – Ҡөрьәндә, иң ғәҙел, иң камил ҡанундар ҙа унда урын алған. Кем дә кем даими рәүештә Ҡөрьәнде уҡып тора икән, ул, әленән-әле үҙен паҡлап, камиллыҡҡа өлгәшә бара, тимәк. «Раббығыҙ әйтте, – тип нәсихәт бирә Ҡөрьән, – Миңә ғибәҙәттә булығыҙ, доға ҡылығыҙ. Уларҙы ҡабул итеп, Мин әжерен бирермен. Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙы ташлап, тәкәбберлеккә бирелгәндәр, хурлыҡҡа ҡалып, Йәһәннәм утына дусар ителер» («Әл-Мүьминүн» сүрәһе, 60-сы аят). Ҡөрьән аяттары ярҙамында кеше үҙенә ҡәнәғәтлек таба, уның аҡылы һәм фекер йөрөтөү кимәле үҫешә. Ҡыҫҡаһы, Ислам дине әҙәм балаларын яҡшыға, изгелеккә табан әйҙәү өсөн барлыҡҡа килгән. Ғәҡидә ғәрәпсәнән инаныу ғилеме (вероубеждение) тип тәржемә ителә. Кешенең хис-тойғоларын, инаныу-инҡар итеүҙәрен үҙ эсенә ала Ҡөрьән. Әгәр кеше Аллаһҡа ышанмаһа, ни ҡәҙәрем намаҙ уҡыһа ла, ураҙа тотһа ла, файҙаһы булмаясағын билдәләй ул. Эйе, шул яғы менән ул башҡа идеологияларҙан өҫтөн! Совет власы, пионер, комсомол, партия ойошмаларының эшмәкәрлегенә таянып, коммунистик идеологияны алғы планға ҡуйҙы. Диндең бар яҡлап та тәрбиәүи әһәмиәтен аңламай, динде фәндән айырып, инаныу ғилеменән айырып, күптәрҙе рухи ауырыуға дусар итте.

 

(Дауамы. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Зөфәр Толомғужин

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...