Мин нисек дингә килдем?
Аллаһ һәр саҡ янымда
Беҙ, совет заманында йәшәгән кешеләр, атеизм осоронда тәрбиәләндек. Совет власының тәүге көндәренән үк 1918 йылда «Сиркәүҙе дәүләттән айырыу һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында» Декрет ҡабул ителде, һәм шуның менән дин дәүләттән айырылды. Ил буйынса күпме сиркәүҙәр, мәсеттәр юҡҡа сыҡты. Дин әһелдәре эҙәрлекләүҙәргә дусар ителде. Манараһы ҡолатылған мәсеттәр тураһында күпме риүәйәттәр йөрөй халыҡ араһында.
Беҙҙең быуын, һуғыштан һуң тыуған балалар быуыны, күбебеҙ диндең ни икәнен белмәй үҫтек.
Атай, әсәй эштә, ғаиләләрҙә күмәк бала үҫәбеҙ. Ярай ҙа, өйҙәрҙә өләсәй, ҡартатайҙар булһа. Күптәр ул бәхеттән мәхрүм ине, шул иҫәптә, беҙ ҙә. Шәхсән, мин Аллаһ һүҙен беренсе класҡа уҡырға барырға йыйынғанда Әлимә инәйем (атайымдың апаһы) ауыҙынан ишеттем. «Балам, һин мәктәпкә уҡырға бараһың, уҡытыусылар һеҙгә белем бирә. Әгәр уҡытыусы: “Аллаһ юҡ”, – тип әйтһә, ышанма. Бар ул Аллаһу Тәғәлә! Ул булмаһа, һин нисек уҡырға барыр инең», – тине инәйем. Уға тиклем дә, атай-әсәйҙе тыңламаһаң, «Хоҙай олатай» башҡа һуға икәнен белә инем инде, әсәй әйтә торғайны. Был юлы инәйем бик етди итеп ошо һүҙҙәрен әйтте, «Хоҙай олатай»ҙың Аллаһ була икәнен дә төшөндөрҙө.
Бәхеткә, мәктәптә бер ваҡытта ла үҙемдең бер уҡытыусымдан да ундай көфөр һүҙ ишетмәнем.
Инәйем менән олатайымдың ҡунаҡсыл йортона беҙ бала саҡта һеңлем менән йыш ҡына ҡуна бара торғайныҡ. Тап шул саҡта инәйем беҙҙең күңелгә мосолманлыҡ орлоҡтарын һалғандыр, тием. Бисмилләһ әйтеп йөрөргә, ашағандан һуң «әпәр» итергә ҡуша ине ул, пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләй ине. Ислам диненең иң мөһим доғаһы: «Ләә иләһә илләллаһ», тип әйтергә өйрәтте. Артабанғы тормош юлымда ошо доға ярҙамында Аллаһым мине нисә тапҡыр сетерекле, хәүефле хәлдәрҙән ҡотолорға ярҙам итте.
Инәйем әхирәте Ғәйшә инәй менән аят уҡыйҙар, ураҙа ваҡыты етһә, бергәләп ураҙа тота, ауыҙ асалар. Тәмле күстәнәстәр беҙгә лә эләгә ине. Уның: «Ғәйшә апайым бик уҡымышлы ул», – тигәне хәтерҙә ҡалған. Ғәйет байрамы (беҙҙә Айыт байрамы тинеләр) үҙенең байрамса кәйефе, балаларҙың әйенселәүе, килгән балаларға тип, әсәйемдең махсус бешергән тары бутҡаһы тәме менән иҫтә ҡалған.
Ҡартайған инәйемде атайым үҙҙәренә йәшәргә күсереп алғас та, ул бер ҙә ураҙаһын ҡалдырманы, Ҡөрьән аяттарын көйләп уҡып ултырыр ине, урыны Ожмахта булһын!
Һәр кеше тыуғанда фитра иман менән мосолман булып тыуа. Ҡанда булған мосолманлыҡ, ҡасан да булһа, шытып сыға инде ул. Сөнки Аллаһ һәр саҡ беҙҙең янда. Ул (мәғәнәһе): «Беҙ уға муйынындағы ҡан тамырынан да яҡыныраҡ», – ти бит. («Ҡаф» сүрәһе. 16-сы аят).
Беҙҙең бала саҡ, йәшлек пионер, комсомол булып, коммунистик идеология мөхитендә үтте.
Шул йәшәү рәүешендә, педучилище тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Беренсе курсҡа килгәс тә, өйрәнеү өсөн өс сит ил теленең: инглиз, немец, ғәрәп телдәренең береһен һайларға ҡуштылар. Немец телен мәктәптә, инглиз телен педучилищела уҡыным, әҙ-мәҙ беләм. Шулай ҙа, күңел ғәрәп теленә тартыла бит. Ҡолаҡта инәйемдең аяттары яңғырап киткәндәй булды. Шулай итеп, ғәрәп теленән башланғыс белемде 19-20 йәшемдә университетта алдым. Уҡытыусы әлбиттә, беҙ өйрәнгән хәҙерге ғәрәп теле менән Ҡөрьән яҙылған ғәрәп теле бер түгел икәнен бик тиҙ аңлатты. Шулай ҙа, ғәрәп алфавитын өйрәнеү, 62 йәшемдә мәсеткә курсҡа килгәс, Ҡөрьән уҡырға өйрәнгәндә ныҡ ярҙам итте.
Университетта башҡорт филологияһы факультетында күберәк ауылдарҙан килгән студенттар уҡыныҡ. Яңы фәндәр өйрәнәбеҙ. Улар араһында өлкән курстағылар Фәнни атеизм тигән предмет өйрәнергә тейеш икәнебеҙҙе һөйләйҙәр. Был фән донъялағы барлыҡ диндәр, шул иҫәптән Ислам дине тураһында ла төплө мәғлүмәт бирә. Иҫемдә, өлкән курстар беҙҙе зачёт менән ҡурҡыталар, йәнәһе, унда һинең динең ниндәй, тип һорайҙар икән. Бер ҡыҙ мосолманмын, тип әйткән икән, уға зачёт ҡуймағандар, шуға үҙеңдең мосолман икәнеңде әйтергә ярамай, мин – комсомолка, тиергә кәрәк икән, тиҙәр.
Был хәл 70-се йылдар башында ине. Диндең беҙҙең илдә тыйылыу аҫтында икәнен шул саҡта ғына төшөндөм. Атеистик пропаганда шәп булды, уҡыған әҫәрҙәр, күп кенә кинофильмдар, спектаклдәр шул темаға ҡоролған...
Фәнни атеизм предметын мин ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыным, сөнки ҡайһы дин ниндәй ерлектә барлыҡҡа килгәнен белеү миңә мауыҡтырғыс һабаҡ ине. Ул дәрестәрҙә лә, имтиханда ла минең ниндәй диндә булыуым менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынманы.
Бер ваҡытта ла үҙемдең мосолман икәнемде онотманым, инәйем өйрәткән доғалар һәр саҡ күңелемдә булды. Инәйемдең, әсәйемдең хәйер-фатихалы доғалары солғауында йәшәнем, күңелемә һеңдерҙем. Яңы тормошҡа аяҡ баҫҡас, ҡаты ауырып операция өҫтәленә ятҡанда ла, улдарымды ҙурайтып, армияға оҙатҡас та ҡылған доғаларым үҙҙәренән-үҙҙәре күңелгә килә ине. Хәҙер уйлайым, Аллаһ тура юлдан барырға миңә күпме мөмкинселек биргән, береһенә лә ваҡытында иғтибар бирмәгәнмен, күрмәгәнмен. Мине тетрәндергән бер генә осраҡты яҙайым. Өфөлә, дауаханаға сираттағы тикшерелеү үтергә барғас, көтмәгәндә, аҡсаһыҙ ҡалдым. Иртә менән ас көйө анализ бирергә, шунан, ашап алып, врачҡа күренергә кәрәк. Ә миңә өйҙән ебәрелгән аҡса килеп етмәне лә ҡуйҙы. Ҡыш иртәһе. Өфө урамы буйлап китеп барам, асыҡҡанмын. Шунда, ихласлап, Аллаһтан ярҙам итеүен һораным, ҡараһам, алдымда өс һум ята. Ул ваҡытта ул ҙур аҡса бит инде, үҙ күҙемә үҙем ышанмай, тирә-яҡҡа ҡаранам, берәү ҙә юҡ. Кафеға инеп, билмән ашап, сәй эсеп алып, рәхмәт әйтеп, врачҡа киттем. Өйҙәгеләр ебәргән аҡса ла шул көндө үк килеп етте.
Бындай ғәләмәттәр тормошомда байтаҡ булды, тик аңламағанмын ғына. Аллаһ биргән ниғмәттәрҙең иң ҙуры тип, бала саҡтан алып ҡартайғансы, юлымда тик яҡшы кешеләрҙең генә осрауын әйтер инем.
(Дауамы бар)