Уҡытыусы – күңел ҡояшы

Уҡытыусы – күңел ҡояшы

Аллаһу Тәғәләнең нуры иң элек лицей-мәҙрәсәләргә, дин ғилеме биргән мәктәптәргә инә, унан һуң бөтә ергә тарала. Ата-әсәләр менән эшләү еңел түгел. Асылда, һәр аҙымы ауыр. Балалар йыйыу, мөғәллимәләр туплау, документтар, кәрәкле материалдар, уҡытыу урыны, ашатыу, тейешле кейем... Һанай китһәң, бик күп инде.

 

Алтын көҙҙәр етеп, яңы уҡыу йылы башланған мәлдә, һүҙем һабаҡташым Эльвира Марат ҡыҙы Ахунова тураһында булыр.

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан күркәм йортто – Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеүсе ҡыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял көндәре мәктәбен – «Мәҙинә» мәсетенең имам-хатибы Замир хәҙрәт Хәйруллин Эльвира ханымға тапшыра.

Бала саҡтан алып Эльвира ханым яҡшы уҡый, мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Өфө ҡалаһында юғары белем алып, пенсия фондында егерме йылдан ашыу лайыҡлы хеҙмәт итә, ҙур ойошманың етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. БАГСУ, БДПУ, РИУ дипломдарына «Белем биреү өлкәһендә мененджмент» танытмаһына эйә була.

Замир хәҙрәт яңылышмай. Эльвира ханымға ҙур, ҡатмарлы, әммә бик сауаплы эш йөкмәтелә. Үҙе лә яҡындан ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Эльвира Марат ҡыҙы, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, хеҙмәтен еренә еткереп, ҙур оҫталыҡ менән башҡара. 2022 йылдан башлап мәктәп йәшендәге ҡыҙ балаларға дәрес бирә. Аҙна буйына яуаплы хөкүмәт эшен башҡарһа, ял көндәрендә мөғәллимә бурысын атҡара. Балалар ғәрәп телен өйрәнә, Ҡөрьән аяттары ятлай, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре менән таныша. Мөнәжәттәр өйрәнә. Был мәктәптә балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә, ҡыйыулыҡ, теүәллек, яңылыҡҡа ынтылыш кеүек күркәм сифаттар һалына.

Бына хәҙер уйлап ултырам да: иҡтисадсы, мененджер, мөғәллимә… «Ҡыҙ бала тәрбиәләһәң, киләсәкте тәрбиәләйһең», – тигән фекерҙең ни тиклем дөрөҫ икәнлеге ҡабат-ҡабат уйға килә. Нисек өлгөрәлер ул? Иң беренсе ата-әсәһе, туғандары-дуҫтары – уның яҡын ярҙамсылары. Тел ярҙамымы, матди ярҙаммы, һәр саҡ әҙер улар. Йәненә тынғы бирмәй, Эльвира курсташым гел талпына, осоп китергә әҙерләнгән ҡошсоҡҡа оҡшап тора, Аллаһ юлынан барып, тормошто яратыуы, алға ынтылдыра, көс бирә, изгелек эшләргә, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға ашҡындыра.

Асыҡ йөҙлө, үткер ҡарашлы, еңел хәрәкәтле, уҡымышлы ханым тормошта нур сәсеп, балҡып, тирә-яғын йәмләп йәшәй. Зауыҡ менән кейенә, матур итеп һөйләшә, тәүәккәл, ярҙамсыл.

Ял көндәре мәктәбе етәксеһе булараҡ, 2025 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә төркөм ойоштора. Һәр береһе менән дипломатия һаҡлап, үҙенең дә, уҡыусыларының да бәҫен төшөрмәй, һүҙҙәрен үлсәп, әңгәмә ҡора, ихлас тыңлай. Уҡыусылары уның янына ашҡынып килә, теләп ғилемгә ынтыла. Уйлап ҡараһаң, күпме кеше яҙмышын Аллаһ ҡурсыуына һыйынырға өйрәтә, яҙмыштарын изгеләр юлына төшөрә.

Яратҡан эш менән шөғөлләнеү арыу-талыу, ваҡыт етмәүҙе ситкә ҡуя. Бөтә ғүмерен ғилем алыуға, белемен тәрәнәйтеүгә ынтылған уңған мөғәллимә бар белгәнен, түкмәй-сәсмәй, уҡыусыларына өйрәтә. Баш ҡаланың төрлө мәктәптәрендә, мәҙәни үҙәктәрҙә үткәрелгән сараларҙа Аллаһу Тәғәлә Үҙе һайлап алған балалар, ҡулдарына изге Ҡөрьән китабын тотоп, мөнәжәттәр әйтә. Иман нуры тарата, әлхәмдүлилләһ!

Был Рәсәй ислам университеты буйынса һабаҡташтарымдың берәүһе генә, ә улар бик күптәр. Тағы ла яҙырға тип, ҡулға ҡәләм алырға ымһындырып торалар. Улар һәр береһе гөлләмәнең матур бер хуш еҫле сәскәһе, иман нуры менән байытылған, белем биргән хәҙрәттәребеҙҙең изге доға-фатихалары менән һуғарылған. Изге эшеңдә уңыштар, Эльвира ханым! Аллаһ юлынан, яҡты нур сәсеп, – алға, тик алға!

 

Фәриҙә Әбсәләмова,

Өфө районы

p> 

 

 

Эльвира Ахунова (артҡы рәттә һулдан беренсе) уҡытҡан уҡыусылары менән

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...