Мин нисек дингә килдем?
Күптән түгел алыҫ ҡаланан ҡунаҡҡа килгән ейәнсәрем мине уйға һалырлыҡ бер һорау бирҙе: «Өләсәй, һин ҡасан ислам динен ҡабул иттең?» Ул һорау, әлбиттә, уның башына тиктән генә килмәгәндер. Ғаиләбеҙҙә ислам дине йолаларын тоторға тырышһаҡ та, нимәгә ҡайтып ҡала беҙҙең дин традицияларына тоғролоҡ?
Эйе, вафат булғандар рухына бағышлап, үҙебеҙҙең иҫән-һаулыҡҡа арнап аяттар уҡытабыҙ, ғаилә байрамдарын иҫерткес эсемлекһеҙ үткәрергә тырышабыҙ, мәсеткә барып хәйер һалабыҙ, фытыр саҙаҡаһын бирәбеҙ, Ғәйет байрамдарын билдәләйбеҙ. Шундай уҡ хәл башҡа бик күп, үҙҙәрен мосолманбыҙ тип йөрөткән ғаиләләрҙә лә күҙәтелә. Ейәнсәрем күҙлегенән ҡарағанда, ысынлап та, мин генә мосолман динен ҡабул иткән һымаҡ күренәм түгелме? Сөнки беҙҙең күп һанлы туғандар араһында мин генә биш тапҡыр намаҙымды ҡалдырмай уҡып барам, Ҡөрьән уҡыйым, доғалар ҡылам, ауырыуым сәбәпле, ураҙа тота алмаһам да, ифтарҙарҙа ҡатнашам, дәғүәт эшен алып барырға тырышам.
Баламдың һорауы мине бик ныҡ уйға һалды. Ысынлап та, ҡасан, нисек дингә килдем мин? Мин генә түгел, беҙҙең быуын өләсәйҙәре, кем беҙ? Үҙебеҙҙең ҡәрсәй, ҡартатайҙар кеүек, нишләп һаман күптәр хаҡ мөьмин-мосолман түгел, ә ни бары этник мосолмандар иҫәбендә? Ҡулымдан килгәнсә, үҙемде күптән борсоған ошо һорауҙарға яуап эҙләргә булдым, Һәм мин, етмеш йәштән уҙһам да, хәҙерге заман өләсәйе булараҡ, интернетҡа мөрәжәғәт иттем. Иң тәүҙә иғтибарымды һандарға йүнәлттем.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 29,5% башҡорт, 25,4 % татар йәшәй. Башҡорттарҙың 92,4 проценты үҙҙәрен мосолман тип һанай.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты үткәргән һорау алыуҙарҙа ҡатнашҡан респонденттарҙың 32,7% ураҙа тота, 28,9% араҡы эсмәй, 24,9% хәләл ризыҡ ҡына ашай, 6,3% намаҙ уҡый.
2016 йылда Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге республикала үҙҙәренең респонденттары араһынан 60,6% этник (традицион) мосолман, 12,4% хаҡ мосолман (Ислам диненең бөтә ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәүселәр) бар икәнен асыҡлаған.
Кемдәр ул, этник мосолмандар? Һәм кемдәр Ислам диненең барлыҡ ҡанундарын үтәүселәр – мөьмин, хаҡ мосолмандар? Википедия былай ти: «Этник мосолман – мосолман ғаиләһендә тыуған, тик ҡәтғи рәүештә дин ҡағиҙәләрен тотмай, үҙе ты-уып үҫкән ғаиләнең сығышына, социаль-мәҙәни мөхиткә һәм шәхси тәжрибәһенә таянып, үҙен мосолман мәҙәниәте һәм ислам дине менән бәйләй».
Беҙ, башҡорттар, барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе «мосолман» тип йөрөтәбеҙ, сөнки йәшәгән еребеҙ – нисәмә быуаттар элек Исламды ҡабул иткән милли республика. Беҙҙе, тыуғанда уҡ, бисмилләләп аҡ биләүгә төргәндәр, аҙаҡ ҡолағыбыҙға аҙан ҡысҡыртып, исем ҡушҡандар. Дини байрамдарҙы билдәләп үтәбеҙ. Өйләнгәндә, мулла саҡыртып, никах уҡытабыҙ. Ошо ваҡиғаға бәйле, күп йәштәр үҙ ғүмерендә тәү мәртәбә шәһәдәи кәлимәне әйтәләр, үҙҙәрен мосолман тип таныйҙар, сөнки мулла тик мосолмандарға ғына никах уҡый ала. Кеше вафат булһа, йыназа уҡыла, мосолман йолалары буйынса ерләнә.
Шулай ҙа, тик башҡортлоҡ ҡына һинең мосолман икәнеңде аңлатмай әле.
Кем һуң ул, хаҡ мосолман?
Башҡорт википедияһына күҙ һалайыҡ әле. Мосолмандар – Ислам диненең дөрөҫлөгөнә ышаныусылар. Аллаһтың берәү генә, Уға тиңләшеүсе юҡ икәнлеген һәм Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ Аллаһтың Илсеһе тип таныған һәр кеше мөьмин-мосолман булып иҫәпләнә.
Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйткән: «Ләә икрааһә фид-диин...», мәғәнәһе: «Диндә көсләү юҡ» («әл-Бәҡара» сүрәһе, 256-сы аят). Үҙ ирке менән ихлас күңелдән динде ҡабул итеп, Исламдың беренсе шарты булған Кәлимәи шәһәҙәтте1 әйткән кеше генә мосолман булып һанала. Шәһәҙәт һүҙенең мәғәнәһе ошондай: Аллаһу Тәғәләне танып, үҙегеҙҙең телегеҙ менән әйтеп, йөрәгегеҙ менән дәлилләп, ғәмәлдәрегеҙ менән иҫбатлап, ысын күңелдән, Аллаһтың барлығына һәм бары тик Уға ғына табынырға тейешле берҙән-бер Илаһ булыуына инаныу. Уға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәтергә оялыу, Уның асыуынан ҡурҡыу: ҡушҡандарын үтәү, тыйғандарынан тыйылыу, Уға ялбарыу, Унан ғына һорау, Ислам дине күрһәтмәләрен үтәү һәм терәктәрен танып, ышанып, таянып йәшәү, һәм дә Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмде Уның ҡоло һәм Илсеһе итеп таныу.
Исламдың биш шартын: Кәлимәи шәһәҙәт, намаҙ, зәкәт, ураҙа, хажды еренә еткереп үтәүселәрҙе мөьмин үә хаҡ мосолман тип әйтәләр. Ә Аллаһты танып, шәһәҙәт әйтеп тә, ҡалған шарттарҙы үтәмәгән мосолмандар гонаһлы мосолман булалар. Мосолман әйткән шәһәҙәтенә тоғро булып, үлгәнсә шул инаныу менән йәшәһә, гонаһлы булһа ла, мәңгелеккә Тамуҡ утында ҡалмаясаҡ, ҡасан да булһа, Ожмахҡа эләгәсәк. Ошонда һәм динебеҙҙең ошоноң һымаҡ башҡа күрһәтмәләрендә беҙҙең өсөн оло рәхимлек ята. Тик беҙ нисек Аллаһтың рәхим-шәфҡәтенә, мәрхәмәтенә ышанабыҙ, шулай уҡ Уның язаһынан да ҡурҡырға тейешбеҙ.
«Хәҙерге заман мосолмандарында, – тип яҙа беҙ йәшәгән замандың күренекле вәғәзсеһе Мөхәммәд Әбделғафуров (рахимуллаһ),– Аллаһ асыуынан ҡурҡыу аҙайҙы, ә Аллаһтың рәхименә ирешеүгә өмөт итеүселәр күбәйҙе». Дин ғалимы әйтеүе буйынса, Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәмәй, тыйғандарынан ты-йылмай, ғәмәл ҡылмай ғына Ожмах ниғмәттәренә эйә булырға теләүселәр ҙә күп.
Ысынлап та, Аллаһу Тәғәләнең рәхиме сикһеҙ. Шунда ла, Ул ҡушҡан намаҙ, ураҙа, зәкәт кеүек фарыз ғәмәлдәрҙе үтәмәгәс, нисек Уның асыуынан ҡурҡмайһың? Ундай мосолмандар үҙҙәренең киләсәгенә үҙҙәре аяуһыҙ икәнен аңлайҙармы икән? Беҙҙең алдыбыҙҙа бит – мәңгелек, бер, ике йыл түгел, хатта мең йыл да түгел, ә мәңгелек. Мәңгелек тормошта күрәсәк ниғмәттәрҙе фани донъялағы ниғмәттәргә алыштырып буламы ни?
Этник мосолман булған туғандар, таныштар араһында ошо турала һөйләй башлаһаң: «Ә кем унда барып ҡайтҡан?» – тигән реплика ишетергә тура килә. Совет илендә, атеизм осоронда үҫкән ҡайһы берәүҙәрҙең ислам динен автоматик рәүештә, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итеп, башты эшләтеп, бер ни ҙә уйларға, белергә теләмәүҙәрен нисек аңларға? Улар бит үҙҙәрен мосолманмын, намаҙ уҡымаһаҡ та, беҙ бит яҡшы кеше, күңелебеҙҙә тик изгелек, берәүгә лә зыяныбыҙ теймәй, ти. Аллаһ – йөрәгебеҙҙә, йыл һайын аят уҡытып торабыҙ, ти. Ысынлап та, Аллаһ кешеләрҙең күркәм холоҡло, изге күңелле булғанын ярата. Бындай мосолмандарға ни тип әйтергә лә белеп булмай. Дини ғилеме булмаған кешегә, тота килеп, дин тураһында ни һөйләһәң дә, диндән ситләштерергә мөмкин. Шулай уҡ кешенең Аллаһтың рәхименә ирешеү өмөтөн дә юҡҡа сығарыу ярамай.
Шулай ҙа, этник мосолмандарҙың бындай тәртибенә ниндәйҙер сәбәптәр барҙыр бит. Ә сәбәп һәр кемдең үҙенеке:
-дини ғилем юҡ кимәлендә;
-ялҡаулыҡ;
-бар донъяға асыулы ҡараш;
-һәм шулай уҡ ябай ғына сәбәп: моңһоҙлоҡ;
-теләк, дәрт юҡ.
Аллаһу Тәғәләнең рәхимлегенә өмөт итеп, «Аллаһым йөрәктә», тип йәшәгән мосолмандың, Исламдың терәге булған намаҙға яуапһыҙ ҡарауы арҡаһында, Раббыһының асыуына дусар икәнен белергә теләмәүен нисек аңларға?
Мин дә, минең һымаҡ бик күптәр кеүек, ҡасандыр совет илендә тыуып үҫкән, шунда тәрбиә алған этник мосолмандар иҫәбендә инем. Бер осрашыуҙа күптән күрешмәгән курсташыма хәлдәремде һөйләгәс, «Намаҙға баҫырға кәрәк һиңә, Зифа!» – тигәненә, «Мин нисек намаҙ уҡыйым, мин светский (йәнәһе, донъяуи эштәрем, мәшәҡәттәрем күп) кеше бит», – тип яуаплағайным. Минең ул курсташым, миңә ҡарағанда, күберәк «светский» түгел инеме икән әле? Үҙемдең шул саҡтағы наҙанлығымдан, дин тураһында ғилемле булырға теләгем булмауҙан оялам. Аллаһу Тәғәләнең, яңы һынауҙар ебәреп, мине нығыраҡ һелкетеп алыуы кәрәк булған. Нисек дингә ылығып китеүем тураһындағы киләһе яҙмаларым, бәлки, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр.
__________________________________
1 Кәлимәи Шәһәҙәт тексы: «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ».
(Дауамы бар).